ЙЫЛ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ! Һаҙлыҡты ла, көрттө лә йырып25.12.2018
...Уның өсөн һаҙлыҡ ни ҙә бысраҡ ни, тәрән һыуҙан да, көрттән дә йөҙөп сыға ул, ә тигеҙ юлға бер төшөп алдымы, артынан ҡыуып етермен тимә. Был вездеходтар ғәҙәти машина-трактор үтә алмаҫлыҡ урындарға кешеләр, ҡорамалдар алып бара.

Бынан тыш, “ДТ-10”, “ДТ-30” машинала­рының үҙҙәренә лә әллә нисәмә төр ҡорамал урынлаштырырға була. Ғөмүмән, бөтә яҡлап та шәп техника. Иң мөһиме – әлеге ҡеүәтле транспортер үҙебеҙҙә, Ишембай ҡалаһындағы “Витязь” машиналар эшләү компанияһында, сығарыла. Завод – Рәсәйҙә ошондай техниканы етештергән берҙән-бер предприятие.

“Витязь” оборона заказдарын үтәй, шул уҡ ваҡытта сәнәғәт компаниялары өсөн вездеходтар әҙерләй. Гусеницалы транс­портерҙарҙы юлһыҙ һәм климат шарттары ауыр булған Алыҫ Төньяҡта, Алыҫ Көнсығышта, Арктика, Антарктидала күрергә мөмкин.

Предприятиеның тарих башы 1977 йылға барып тоташа. Ә 1981 йылда иһә унда тәүге продукция әҙер була. Ошо мәлдән алып заводтың даны бөтә донъяға тарала. Төрлө йылдарҙа завод фән һәм техника өлкәһендә юғары наградаларға эйә була, ә тәүге генераль конструкторы Константин Осколков хеҙмәте Ленин ордены менән баһалана.

Бөгөн компания “Уралвагонзавод” холдингына ҡарай. Заводта 1,5 мең кеше эшләй, хеҙмәт хаҡы юғары. Ауыр иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, предприятие, сығарған техни­каһы һымаҡ, кәрәк саҡта уңышлы итеп “һаҙлыҡтан йөҙөп сыға”, “көрттө йырып” бара, йылдам үҫешә.

“Уралвагонзавод”тың генераль директоры Александр Потапов белдереүенсә, “Витязь” етештереү ҡеүәтенең 40 процентын әлеге мәлдә гражданлыҡ продукцияһы йәки тыныс шарттар өсөн тәшкил итә. Тимәк, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың оборона сәнәғәте комплексында гражданлыҡ продукцияһы өлөшөн арттырыу буйынса йөкләмәһе уңышлы үтәлә.

Күптән түгел Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ишембай районында эш сәфәре менән булғанда завод менән танышып:
– “Витязь” – Рәсәйҙең ҡеүәте һәм өмөтө. Был предприятиеның продукцияһына ихтыяж бар, тимәк, уның үҫешенә булышлыҡ итергә кәрәк, предприятие дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала, – тип белдерҙе.


Вернуться назад