Федераль үҙәк беҙҙе ишетерме?23.12.2018
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Мәскәүҙә "Рәсәй вертолеттары" йәмғиәте етәксеһе Андрей Богинский менән осрашҡан. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙған.

“Күмертау авиация етештереү предприятиеһын үҫтереү мөмкинлектәре буйынса фекер алыштыҡ. Ойошма һуңғы ваҡытта тулы ҡеүәттә эшләй алмай. Был аҙнала ошо хаҡта Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров менән дә һөйләшкәйнек. Федераль үҙәк беҙҙе ишетәсәгенә ышанам" — тип яҙған Радий Хәбиров.


Вернуться назад