Ирек Ялалов: “Инвестиция йәлеп итеү бурысы ҡуйылды, беҙ уны үтәргә тейешбеҙ”20.12.2018

— Формаһы һәм асылы буйынса әлеге Мөрәжәғәтнамә әүәлгеләренә оҡшамаған. Ул йөкмәткеһе буйынса заманса яңғырай, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың программа сығыштары менән ауаздаш, республикабыҙ буйынса аныҡ бурыстар ҡуйылған, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Федерация Советы ағзаһы Ирек Ялалов.


Уның фекеренсә, республиканы сағылдырған сенаторҙар һәм Дәүләт Думаһы депутаттары алдына беренсе тапҡыр дәүләт һәм шәхси инвестициялар йәлеп итеү буйынса күләмле бурыстар ҡуйыла. Федераль министрлыҡтар менән, шулай уҡ парламентарийҙар араһында бәйләнеште дөрөҫ ҡорорға кәрәк. Шул саҡта Рәсәй Хөкүмәте яғынан финанс ярҙамды арттырыуға өлгәшергә мөмкин.

— Беҙ, тупланып, етәксебеҙгә Башҡортостанды алдынғы урындарға сығарыуҙа ярҙам итергә тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта республиканы бөтә күрһәткестәр буйынса беренселеккә сығарыу түгел, ә ябай кешегә ярҙам күрһәтеү Мөрәжәғәтнамәлә үҙем өсөн иң мөһим нәмә булды. Беҙ халыҡтың тормош сифатын, йәшәү мөхитен яҡшыртырға тейешбеҙ. Быларҙың барыһы ла — ҡулдан килерлек эш, — тине сенатор.


Вернуться назад