Ташламалар ике йылға оҙайтыла11.12.2018
Электрон рәүештә түләнгән дәүләт пошлинаһына 30 процент ташлама 2021 йылға ҡәҙәр оҙайтылды. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары законға ошондай төҙәтмә ҡабул итте.

Хәҙер ташламаның көсө 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2021 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтылды. Был граждандарҙың электрон рәүештә дәүләт хеҙмәттәре менән ҡулланыуға ҡыҙыҡһыныуын арттырырға тейеш. Мәҫәлән, сит ил паспорты алыу дәүләт хеҙмәте порталы аша башҡарылһа, дәүләт пошлинаһын Башҡортостанда йәшәүселәр биш мең түгел, ә 3500 һум күләмендә түләйәсәк.

30 процент ташлама түбәндәге хеҙмәттәргә ҡаралған: автомобиль йөрөтөү таныҡлығы алыу йә алмаштырыу, транспортты теркәү, никахты һәм айырылышыу ғәмәлен теркәү, иҫке һәм яңы өлгө буйынса сит ил паспорты һәм Рәсәй паспорты алыу.



Вернуться назад