Алданған өлөшсөләр иғтибарына!10.12.2018
Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты республиканың ҡайһы бер ҡала, райондарында алданған өлөшсөләр менән осрашыуҙар графигы тураһында хәбәр итте.

“Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың “Төҙөлөш сәғәте”ндә биргән күрһәтмәһенә ярашлы, Әбйәлил, Благовещен, Бүздәк, Ғафури, Иглин, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондары, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалалары хакимиәттәрендә алданған өлөшсөләр менән осрашыуҙар үтәсәк”, – тип белдерҙе дәүләт комитетының матбуғат секретары Анастасия Сабликова.

Уның әйтеүенсә, осрашыуҙар графигы муниципалитеттар, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, Объекттар төҙөлөшөнә булышлыҡ итеү буйынса төбәк операторы сайттарында урынлаштырылған.




Вернуться назад