БСК: “Республика Башлығының ҡарашы ҡәтғи, әммә беҙ уның менән килешергә әҙербеҙ”07.12.2018
Башҡортостан сода компанияһының Ҡуштауҙы өйрәнеүгә ғәмәлдәге лицензияһы бар, “БСК” ошо йүнәлештә эш алып бара. “БСК” йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Марина Бортова ошо турала хәбәр итте.

– Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә компания һәм ҡыҙыҡһынған яҡтар проблема буйынса фекер алышты, – тине ул. – Башҡортостан етәксеһе Торатауҙы эшкәртергә ярамай тигән ҡәтғи ҡарашта, шуға күрә беҙҙең компания был сеймал сығанағын артабан да тикшереү ниәтенән кире ҡайтты. Бөгөн беҙҙә Ҡуштауҙы өйрәнеүгә лицензия бар, ошо йүнәлештә эшләйбеҙ, әммә Ҡуштауға бәйле тәжрибә күрһәтеүенсә, унда компанияның тотороҡло эшен тәьмин итерлек етерлек күләмдә сифатлы сеймал юҡ. Был, әлбиттә, компания өсөн кире финанс эҙемтәләргә эйә буласаҡ, уның иҡтисадында сағыласаҡ. Тағы ла бер мөһим мәсьәлә – оҙаҡ йылдар компания тарафынан Стәрлетамаҡ биләмәһендә тормошҡа ашырылған социаль хәйриә программалары менән ни эшләргә? Стәрлетамаҡтағы кәмендә 50 мең кешенең яҙмышы беҙҙең менән бәйле булыуын аңлап, беҙ, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, социаль яуаплы компания булып ҡаласаҡбыҙ.

Мәғлүм булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Башхим” төркөмөндәге “Башҡортостан сода компанияһы” менән Ҡуштау шиханын эшкәртеү тураһында һөйләшеп килешкәйне. Шул уҡ ваҡытта компанияла сеймал сығанағы рәүешендә Торатауҙы тапшырыуҙы һорағайнылар. БСК мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Торатауҙа сеймал тупламы сифатлыраҡ, әммә тау тәбиғәт ҡомартҡыһын тәшкил итә, республика тарафынан һаҡлана. Әле эшкәртелгән Шахтауҙа сеймал яҡынса 2022 йылда бөтәсәк.





Вернуться назад