“Башҡортостан сода компанияһы” сеймал сығанағы тапҡан: Торатау эшкәртелмәйәсәк07.12.2018
“Башҡортостан сода компанияһы” етештереү өсөн сеймал базаһы итеп Ҡуштауҙы файҙаланасаҡ, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтендә. Шулай итеп, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре статусын йөрөткән Торатау менән Йөрәктау эшкәртелмәйәсәк. Хөкүмәттән хәбәр итеүҙәренсә, Ҡуштауҙы эшкәртеүҙе лә иғтибарлап күҙәтәсәктәр.

Быға тиклем “Башҡортостан сода компанияһы” Ҡуштау сеймалының химик составы етештереү өсөн тулыһынса ярап бөтмәй, ти ине. Әлегә компания вәкилдәре был хаҡта фекерҙәрен белдермәгән.

Мөмкин булған сеймал сығанаҡтары тип, ошоға тиклем “БСК”-ға республика Хөкүмәте Ғүмәр ятҡылыҡтарын һәм башҡа йыраҡтараҡ ятҡан сығанаҡтарҙы тәҡдим иткәйне. Тик компания уларҙы ҡабул итмәне. Торатау улар өсөн иң ҡулайлыһы ине. Беренсенән, ҡалаға яҡын урынлашҡан. Икенсенән, эзбизташтың химик составы “Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәте талаптарына тулыһынса яуап бирә. Әммә был идеяға ғалимдар, биологтар, археологтар, экологтар һәм киң йәмәғәтселек ҡырҡа ҡаршы сыҡты.

Әлеге ваҡытта “Башҡортостан сода компанияһы” Шахтауҙы эшкәртә. Бөгөн тау тулыһынса тиерлек соҡолған. Компания белгестәре белдереүенсә, сеймал тағы дүрт йылға етә. Ә киң мәғлүмәт саралары быға тиклем Ҡуштауҙың сеймалы 50 йылға етәсәк тип яҙып сыҡҡайны.


Вернуться назад