Квитанция һәр ауыл өйөнә киләсәк06.12.2018
11 декабрҙә Өфөнөң Дим районының “Бәйләнештә” һәм “Фейсбук”тағы рәсми төркөмдәрендә ҡалдыҡтар менән эш иткән 1-се төбәк операторы – “Махсус автохужалыҡ” муниципаль предприятиеһы директоры урынбаҫары Ринат Биккинин тура эфирға сығасаҡ. Ул көнүҙәк һәм үтә ҡырҡыу темаға арнала: киләһе йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә күптән көтөлгән “сүп-сар реформаһы” башлана. Был тәңгәлдә халыҡтың һорауҙары күп.

Федераль ҡануниәткә ярашлы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйған һәм ташыған өсөн ауылдарҙа ла һәр йорт түләй башлаясаҡ һәм күрһәтелгән хеҙмәт өсөн хаҡ мотлаҡ, был эштә ғаиләнең ризалығы талап ителмәй. Түләүҙән баш тартыусылар менән суд приставтары шөғөлләнәсәк.

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, ташыу һәм эшкәртеүҙе яйға һалыуҙы заман күптән талап итә һәм, ниһайәт, уны тормошҡа ашыра башларға ваҡыт. Быныһы бәхәс тыуҙырмай. Әммә беҙ уға әҙербеҙме? Сүп ташыған махсус машиналар етерлекме, улар яҙғы-көҙгө бысраҡта төпкөл ауылдарға барып етә алырмы, урындағы властың заманса контейнер майҙансыҡтарын йыһазландырырға хәленән килерме, ҡалдыҡтарҙы эшкәртерлек заводтар ни өсөн аҙ һәм улар ҡырҡа артҡан сүп-сар ағымын эшкәртергә һәләтлеме, хеҙмәтләндергән өсөн түләү ғаилә бюджетына артыҡ йөк булып ятмаҫмы? Бөтә был һәм башҡа һорауҙарға күптән түгел тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Мирхәйҙәр Фәтхуллиндың республика парламентындағы сығышында яуап бирелде. Был турала гәзиттең алдағы һандарының береһендә уҡый алаһығыҙ.




Вернуться назад