Рәсәй халҡына ваҡытлыса ипотека кредитын түләмәй торорға рөхсәт05.12.2018
Ауыр тормош хәлендә ҡалған Рәсәй кешеләренә ваҡытлыса ипотека бурысын түләмәй торорға рөхсәт ителәсәк. Был тәҡдим менән Рәсәй банкы сығыш яһаны. Әлеге ваҡытта закон проекты тикшереү өҫтөндә.

“Беҙ ипотека килешеүенә гражданға бурысын түләүҙән ваҡытлыса баш тартыу хоҡуғын индереүҙе тәҡдим итәбеҙ”, — ти Үҙәк Банк рәйесенең беренсе урынбаҫары Сергей Швецов.

Уның һүҙҙәре буйынса, кешеләр 30 — 35 йәштә эш урынын йыш алмаштыра. Яңы хеҙмәт урынын эҙләгән осорҙа аҡса етешмәү кеүек проблема тыуа. Тәҡдим ошо хәлде еңеләйтеү маҡсатында индерелә. Банк бер нимә лә юғалтмай, ә тик ипотека срогы оҙонайтыла.

Был хоҡуҡ менән бер тапҡыр ғына ҡулланырға була. Әгәр ҙә тәжрибә уңышлы килеп сыҡһа, быны бер нисә тапҡыр ҡабатлау мөмкинлеген дә ҡарарға мөмкин.




Вернуться назад