Ставрополгә – нефть, унан – ауыл хужалығы технологиялары30.11.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ставрополь крайы губернаторы Владимир Владимиров менән осрашып, ике төбәк араһындағы сауҙа-иҡтисади килешеүгә өҫтәмә документтарға ҡул ҡуйҙы. Килешеү үҙе ике йыл элек төҙөлгәйне.

Владимир Владимиров Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарының төбәктәр алдына ҡуйған бурыстарын хәтергә төшөрөп: “Иҡтисадта алты йылда ике тапҡыр үҫешкә өлгәшергә тейешбеҙ. Бөгөн ҡул ҡуйған документтар нигеҙендә лә ошо маҡсаттар ята. Беҙҙең төбәктәр араһындағы тауар әйләнеше 14 миллион доллар тәшкил итә. Уны икеләтә арттырырға кәрәк”, – тине.

Радий Хәбиров иҡтисади күрһәткестәргә өҫтәп, сабыйҙар үлемен кәметеү, ғүмер оҙайлығын арттырыу, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре һәм онкологиянан үлем осраҡтарын аҙайтыу мәсьәләләрен хәл итеүҙе көнүҙәк тип белдерҙе.

Республика етәксеһе Башҡортостандың Ставрополгә нефть химияһы, сәнәғәт тауарҙары оҙатырға йыйыныуын, ә унан ауыл хужалығын алып барыуҙа алдынғы технологияларҙы үҙләштерергә әҙер булыуыбыҙҙы хәбәр итте.


Вернуться назад