Эшҡыуарҙар!!! Һорауҙарығыҙ булһа, тура Радий Хәбировҡа яҙығыҙ29.11.2018
Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә, республикабыҙҙы үҫтерергә теләгән, көс-дәрте ташып торған йәштәр (һәм улар ғына ла түгел!) бик күп, әммә уларға иғтибар етмәй. Фейсбук селтәрендәге сәхифәһендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ошо мәсьәләне телгә алды.

“Йыш ҡына дәүләт ресурстары ғәҙел бүленмәй, ярҙам алымдары етмәй. Республика етәкселеге менән улар араһында тейешле бәйләнеш булдырылмаған. Чиновниктарҙың вазифаһын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыу осраҡтары тураһында һөйләр кеше юҡ”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Ошоға бәйле төбәк етәксеһе бизнес менән аралашыу өсөн Фейсбукта яңы төркөм асты.

“Ошонда мәғлүмәттәрҙе ҡабул итәсәкмен, сара күрәсәкмен, – тип өҫтәне ул. – Иғтибар итегеҙ, сәхифә – эшҡыуарҙар, инвесторҙар, бизнес өсөн. Ҡалған мәсьәләләр – дөйөм кешелеккә хас мәшәҡәттәр, үпкә, тәнҡит һүҙҙәре, шәүәрмә, ҡар һәм карикатуралар өсөн, зинһар, минең төп сәхифәмде файҙаланығыҙ”.



Вернуться назад