“Эскроу” өлөшсөнө яҡлаясаҡ27.11.2018
“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығында эскроу-иҫәпте файҙаланған беренсе өлөшләтә ҡатнашыу килешеүе төҙөлдө. Быйыл килешеү буйынса төҙөлөш ойошмаһы – “Ағиҙел-ИнвестСтрой инженер-төҙөлөш компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, өлөшләтә ҡатнашыу объекты – бер бүлмәле фатир.

Яңы ҡағиҙәгә ярашлы, төҙөлөш ойошмаһы күп фатирлы йортто файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт алмайынса, өлөшләтә ҡатнашҡан кешенең аҡсаһы банктағы эскроу-иҫәптә ятасаҡ. Төҙөлөштөң тамамланыу ваҡыты ярты йылдан да оҙағыраҡҡа һуңлатылһа, өлөшләтә ҡатнашыусының ошо төҙөлөш ойошмаһы менән килешеүҙе өҙөргә һәм аҡсаһын кире ҡайтарырға хоҡуғы бар.


Вернуться назад