Эш хаҡы арта24.11.2018
2019 йылдың 1 февраленән күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арта.

Мәҫәлән, оперцион залда эшләгән беренсе категориялы белгестең минималь оклады 6400 һум тәшкил итергә тейеш. Был осраҡта, әлбиттә, эш хаҡына оклад ҡына түгел, компенсация түләүҙәре (мәҫәлән, хеҙмәт шарттары өсөн төрлө өҫтәмәләр), премиялар ҙа инеүен күҙ уңында тоторға кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу мәсьәләһен Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сираттағы оператив кәңәшмәлә күтәреп сыҡҡайны. Етәксе исеменә үҙәктәге һыу буйы сират тураһында бик күп ялыуҙар килде. Асыҡланыуынса, күп фунциялы үҙәктәрҙә бәләкәй эш хаҡы сәбәпле кадрҙар етешмәй икән.


Вернуться назад