Tәүге йүнәлештәр барланды23.11.2018
Республика етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһы Мәскәүҙә ХII “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумында ҡатнашты.

– Төрлө мәсьәләләр буйынса байтаҡ һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Мәҫәлән, “Рос­автодор” менән аралаштыҡ. Магистраль инфраструктураны яңыртыуҙың комплекслы планына һөҙөмтәле индек, – тине Радий Хәбиров, транспорт форумының республика өсөн файҙалы үтеүен билдәләп. – Минең өсөн мөһим тема – ул Стәрлета­маҡтан башлап көньяҡҡа тиклем ике һыҙатлы трассаны реконструкциялау һәм киңәйтеү. Шуға күрә тәүге йүнәлештәрҙе күҙалланыҡ. Яҡын арала республиканың көньяҡ райондарына табан әкренләп юл алырбыҙ, тип ышанам. Башта – Ергәнгә, унан Мәләүезгә, Күмертауға һәм артабан инде Ырымбурға тиклем.

Республика етәксеһе Транспорт буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәренең форумға яҡшы әҙерләнеүен билдәләне. Сара барышында Радий Хәбиров Рәсәйҙең транспорт министры Евгений Дитрих үткәргән эшлекле иртәнге ашта ҡатнашты. Унда ил Президентының май указдарын үтәү нигеҙендә тормошҡа ашырылған Магистраль транспорт инфраструктураһын яңыртыу һәм киңәйтеүҙең комплекслы планы проекттары тикшерелде. Шулай уҡ Рәсәйҙең төп тармаҡ компаниялары етәкселәре менән осрашыу булды.



Вернуться назад