Исемлек башында — кишер, картуф, кәбеҫтә...21.11.2018
Аҙна эсендә республикала йәшелсәләргә хаҡ күтәрелде. “Башстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, кишергә хаҡ 6,2 процентҡа артып, килограмы уртаса 20,9 һумға етте.

Икенсе урында — картуф. Бер килограмы хәҙер уртаса 17,29 һум тәшкил итә. Исемлек башында өсөнсө булып торған кәбеҫтәгә хаҡ 3,9 процентҡа артты, бер килограмын 18,77 һумға һатып алырға мөмкин. Башҡа төр аҙыҡ-түлек хаҡтарына ла тынғы юҡ, улар ҙа яйлап күтәрелә бара. Мә­ҫәлән, туңдырылған балыҡ, бойҙай оно, ҡарабойҙай һәм дө­гө ярмаһы, көнбағыш майы, тауыҡ ите кеүек аҙыҡтар 1 – 2 процентҡа ҡиммәтләнде.

Статистика белгестәре билдәләүенсә, шәкәр ҡомо, бөртөклө сәй, ҡаты һәм йомшаҡ сырҙар, тары ярмаһына хаҡтар бер процентҡа ҡәҙәр кәмегән.




Вернуться назад