Транспорт картаһы менән отошло19.11.2018
Башҡортостандың тариф буйынса дәүләт комитеты дөйөм ҡулланылыштағы ҡала һәм ҡала яны, шулай уҡ муниципаль, муниципаль-ара маршрут автобустарында пассажир һәм багаж ташыуҙың хаҡын раҫланы. Документҡа ярашлы, ваҡыты сикләүһеҙ пластик карта, берҙәм транспорт картаһы менән файҙаланғандар өсөн юл хаҡы 20 һум тора. Автобус водителенә, кондукторға ҡулаҡса менән түләгәндә – 25 һум.

Ярым экспресс һәм тиҙ йөрөшлө режимда эшләгән автобустарҙа бер кеше һәм багаж өсөн юл хаҡы 30 һум тәшкил итә.

Ҡала яны һәм муниципаль-ара маршруттарҙа бер километр юл өсөн тариф 2 һум 50 тин күләмендә билдәләнгән. Багаж хаҡы – 20 һум.




Вернуться назад