Tарифтар үҫә16.11.2018
Дмитрий Медведев 2019 йылда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарын ике этапта индексациялауҙы раҫланы. Хаҡ башта 1 ғинуарҙан, унан һуң 1 июлдән артасаҡ.

Әйткәндәй, 1 ғинуарҙан өҫтәмә хаҡҡа һалым ике процентҡа, йәғни 18-ҙән 20 процентҡа, тиклем үҫәсәк. Рәсәй Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарын ике этапта индексациялау өҫтәмә хаҡҡа һалым ставкаһы артыуына әллә ни бәйле булмаясаҡ. 1 ғинуарҙан торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа хаҡ – 1,7 про­центҡа, 1 июлдән иһә ғинуарға ҡарата 2,4 процентҡа индексациялана. Әлегә тиклем йыл дауамында тарифтар бер тапҡыр индексациялана ине.


Вернуться назад