264 миллион һум кәрәк12.11.2018
Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙғарылған оператив кәңәшмәлә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин әйтеүенсә, Өфөләге һәм уға яҡын ҡасабаларҙағы урамдарҙы яҡтыртыуға 264 миллион һум самаһы аҡса кәрәк.

– Өфөләге юл селтәренең дөйөм оҙонлоғо – 1567 километр, шуның 52 процентын өҫтәмә яҡтыртыу талап ителә. 540 объектты фонарҙар менән йыһазландырыу кәрәк. Улар иҫәбенә балалар баҡсалары, мәктәптәр, шәхси секторҙағы урамдар, Жилин, Искин, Йылҡыбай, Башҡортостан сәскәләре кеүек ҡасабалар инә, – тине Өлфәт Мостафин.

Баш ҡала хакимиәте башлығы яҡтылыҡ селтәрҙәрен яңыртыу программаһын ҡабул итеү зарурлығын белдерҙе.


Вернуться назад