Октябрҙә иң килемле эш урындары29.10.2018
Superjob порталы аналитиктары октябрь айында Рәсәйҙең иң ҙур ҡалаларындағы, шул иҫәптән Өфөләге иң ҡиммәт вакансияларҙы асыҡланы.

Өфөлә техник директор вазифаһы эш тураһындағы иң отошло тәҡдим булды. Уның хеҙмәт хаҡы 125 мең һумдан башлана. Икенсе урында – программалаусы. Эш хаҡы кәмендә 65 мең һум. Баш ҡалала иретеп йәбештереүсе хеҙмәте өсөн айына кәмендә 60 мең һум түләргә әҙерҙәр. “1С” программалаусыһы ла 60 мең һум хеҙмәт хаҡына иҫәп тота ала. Октябрҙә иң яҡшы биш эш урынын сектор етәксеһе – төп инженер-сметасы тамамлай. Уның хеҙмәт хаҡы айына кәмендә 55 мең һум.

Баш ҡалаларға килгәндә, Мәскәүҙә иң табышлы вакансия – һалым хоҡуғы юрисконсульты (адвокаты). Уның эше өсөн айына кәмендә 300 мең һум түләйҙәр. Санкт-Петербургта иһә генераль директорҙың персонал буйынса урынбаҫары иң яҡшы эш урыны тип табылған. Хеҙмәт хаҡы – айына кәмендә 170 мең һум.

Әле республикала хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы (бәләкәй эшҡыуарлыҡ ойошмаларын индереп) августа 33028 һум тәшкил иткән. Реаль эш хаҡы 5,2 процентҡа артҡан. Төбәктә иң ҙур хеҙмәт хаҡын кокс һәм нефть продукттары етештереүселәр ала – айына уртаса 77 441 һум.


Вернуться назад