Рәсәй энергетиктары – Өфөлә24.10.2018
Бөгөн баш ҡалабыҙҙа Рәсәй энергетика форумы һәм “Урал энергетикаһы” халыҡ-ара күргәҙмәһе асыла. Быйылғы сара ҡатнашыусылар һаны буйынса рекордлы буласаҡ: “ВДНХ-Экспо” майҙансығында Рәсәйҙең 12 төбәгенән һәм алты сит илдән 248 докладсы сығыш яһаясаҡ.

Сараның төп темаһы Рәсәйҙең альтернатив энергетика үҫешендәге ҡатнашлығына арнала. Дүрт көн барасаҡ форумда 25 тематик секция ойоштороу ҡаралған. Күргәҙмә майҙаны 5 мең квадрат метрҙан ашыу, унда Рәсәйҙең 24 төбәгенән һәм һигеҙ сит илдән – Германиянан, Швейцариянан, Ҡытайҙан, Польшанан һәм башҡа дәүләттәрҙән 120 компания үҙ экспозицияларын күрһәтәсәк. Күргәҙмәнең яңылары – “Сәнәғәт яҡтыртыуы техникаһы-Өфө” инновация салоны. Ул Светодиодтар һәм улар нигеҙендәге системаларҙы етештереү ассоциацияһы ярҙамында ойошторолған.


Вернуться назад