Радий Хәбиров министрҙарға үҙләштерелмәгән федераль аҡса тураһында: “Миндә яңылыш фекер тыуҙырмағыҙ”22.10.2018
Радий Хәбиров министрҙарға үҙләштерелмәгән федераль аҡса тураһында: “Миндә яңылыш фекер тыуҙырмағыҙ”Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә федераль ҡаҙнанан килгән аҡсаны үҙләштереү мәсьәләһе тикшерелде. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ведомстволар тарафынан үҙләштерелмәгән аҡсаға иғтибарҙы йүнәлтте.

— Федераль финансты йәлеп итеү йәһәтенән федераль үҙәк менән тығыҙ эшләмәһәк, республикалағы барлыҡ проблемаларҙы хәл итә алмаясаҡбыҙ, — тине ул.

Башҡортостан етәксеһенә бирелгән мәғлүмәт буйынса, туғыҙ ай эсендә республика өсөн асылған федераль финанслау күләме 28 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Шуның айырым маҡсатлы трансферттар йүнәлешендәгеһе 12 миллиард һум булған. Ошо 12 миллиард һумдың 11 миллиард һумдан ашыуы тотонолған, йәғни 1 октябргә бер миллиард һум самаһы аҡса файҙалнылмай ҡалған, ә ул федераль бюджетҡа кире ҡайтарылырға тейеш.

— Коллегалар, был дөрөҫ түгел. Аҡсаны ниндәй ҡыйынлыҡ менән табыуығыҙҙы аңлайым, — тине Радий Хәбиров һәм Мирный ҡасабаһын миҫалға килтерҙе (унда яҡшы мәктәп бар, тырыш коллектив эшләй, шул уҡ ваҡытта санузел урамда урынлашҡан, уңайлыҡтар тыуҙырыу өсөн етәкселектең аҡсаһы юҡ). — Ә бер миллиард һумды беҙ ҡайтарырға тейешбеҙ. Ниңә ошондай хәлгә юл ҡуйылған? Коллегаларҙы тыңларға теләйем. Миндә яңылыш фекер тыуҙырмағыҙ, нисек бар шуны әйтегеҙ.

Министрҙар үҙ өлкәләрендә аҡсаны үҙләштереү йәһәтенән отчет бирҙе.


Вернуться назад