Урман шаулап үҫә...16.10.2018
Урман тармағының республика иҡтисадына индергән өлөшө ни бары 1,6 процент тәшкил итә. Был юҫыҡта барлыҡ мөмкинлекте файҙаланмауҙан йылына 1,5 миллиард һум һалым түләүенән ситләштерә. Урман сәнәғәте комплексы ойошмаларына бюджеттан субсидия бүлеү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ошо хаҡта һөйләне.

— Ҡырҡылырға тейешле ағастың өстән бер өлөшө генә үҙләштерелә, – тине Рөстәм Мәрҙәнов. – Предприятиеларҙың етерлек күләмдә йыһазландырылмауы, урман әҙерләүҙә махсус техника саралары етешмәүе, юл-транспорт инфраструк­тураһының насарлығы был тармаҡтың үҫешен тотҡарлай.

Урмансылыҡ бөгөн 14 миллиард һумлыҡ табыш килтерә. Барлыҡ ресурстарҙы һөҙөмтәле файҙаланғанда, был күрһәткес 100 миллиард һумға тиклем етер ине, тип билдәләй белгестәр. Әммә бер өлкәлә лә сығым һалмайынса табыш алып булмауы көн кеүек асыҡ. Тап шуға ла республика Хөкүмәте предприятиеларға юғары технологиялы ағас әҙерләү комплекстары алыуға киткән сығымының 50 процентҡа тиклем өлөшөн кире ҡайтарыу мөмкинлеген ҡарай. Был юҫыҡта 2018 – 2022 йылдарға бүленәсәк бюджет аҡсаһы 600 миллион һум тәшкил итә.

Дәүләт ярҙамы урман сәнәғәте комплексына техника яңыртырға, инвестициялар әүҙемләштерергә, предприятиеларҙы сеймал менән тәьмин итергә ярҙам итәсәк. Әлбиттә, һүҙ тәү сиратта Евразия иҡтисади берләшмәләре илдәрендә етештерелгән техника хаҡында бара.

Әйткәндәй, республикала киҫелгән ағастың 65 – 70 проценты үҙебеҙҙең тауар продукцияһына тура килә, ә ҡалған өлөш ҡалдыҡҡа китә. Үҙ сиратында дөйөм ҡалдыҡтың 20 проценты тирәһе яғыулыҡ өсөн файҙаланылһа, 80 проценты ташлап ҡуйыла.

Урман тармағындағы был күңелһеҙ хәлде ағасты тәрәнәйтеп эшкәртеү менән көйләргә мөмкин. Мәҫәлән, пеллет әҙерләү өсөн түбән сортлы ағастар ғына түгел, шулай уҡ уларҙың ботағы, ҡайыры, тамыры, таҡта ярҙырыу цехтарында барлыҡҡа килгән бысҡы онтағы ла бара. Тағы ағас күмере етештереү ҙә бик файҙалы йүнәлеш буласаҡ. Белгестәр республикала эшкәртелгән ағастың 80 процентына тиклем экспортҡа оҙатыу мөмкинлеген билдәләй.



Вернуться назад