Һалым түләр ваҡыт05.10.2018
Республиканың һалым органдары милеккә, ер һәм транспортҡа һалым түләү хаҡында квитанцияларҙы ебәрә башланы ла инде. Бурысты 3 декабргә тиклем түләргә кәрәк.

Түләүҙе “Рәсәй Почтаһы”ның яҡындағы бүлексәләрендә, терминал, шулай уҡ Федераль һалым сайтында (www.nalog.ru) шәхси кабинеттан “Һалымыңды түлә” интернет-сервисын файҙаланып башҡарырға мөмкин.

Аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡһа, урындағы инспекцияға шәхсән мөрәжәғәт итергә, 8-800-222-2222 (түләүһеҙ) берҙәм федераль телефонынан йәки Рәсәй Һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан (8-347-226-38-00, ҡыҙыу элемтә) белешмә алырға була.

Тағы шуны әйтергә кәрәк: Башҡортостанда өсөнсө йыл физик шәхестәрҙән мөлкәт өсөн һалым күсемһеҙ милектең кадастр хаҡынан билдәләнә.


Вернуться назад