Һеҙҙән – дөгө, беҙҙән – каучук26.09.2018
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Вьетнам Республикаһының Бария-Вунгтау провинцияһы делегацияһы менән осрашты.

Парламент Рәйесе тәүҙә, Вьетнам Президенты Чан Дай Куан ваҡытһыҙ вафат булыу сәбәпле, ил халҡының ҡайғыһын уртаҡлашты, ошо көндәрҙә төбәктә үткән һайлау барышын, Ҡоролтайҙың эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.

– СССР менән Вьетнам араһында дипломатик мөнәсәбәттәр уҙған быуаттың 1950 йылдарынан килә, – тине Константин Борисович. – Бөгөн ике арала дуҫлыҡ һәм иҡтисади хеҙмәттәшлек ептәре нығынғандан-нығый. Башҡортостан Вьетнамға синтетик каучук, диоксид, кремний, ингибитор, нефть тауарҙары һәм башҡа кәрәк-яраҡ оҙата. Беҙ уларҙан күпләп дөгө, шулай уҡ медицина ҡорамалдары, күн, баш кейемдәре, уйынсыҡтар алабыҙ. Республика вуздарында 115 Вьетнам студенты белем ала.

Нгуен Хонг Линь Башҡортостанға сәфәр маҡсаты хаҡында һөйләне.
– Киләсәктә лә беҙ хеҙмәттәшлекте дауам итәсәкбеҙ, үҙ-ара бәйләнеш үҫер. Туризм, ауыл хужалығы тармағында, белем биреү өлкәһендә дуҫлыҡ тағы ла нығыр тип ышанам, – тине ул.

Һуңынан ҡунаҡтар Өфө дәүләт нефть техник университеты менән танышты, уҡыу йортонда белем алған Вьетнам йәштәре менән аралашты.













Вернуться назад