Сифатҡа баһа бирелә20.09.2018
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, сифат өлкәһендәге премияларға конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә. Ул республика ойошмаларын, шәхси эшҡыуарҙарҙы Рәсәй Хөкүмәтенең сифат өлкәһендәге премияға конкурсында ҡатнашыуға әҙерләүҙең төбәк этабын тәшкил итә.

Сарала Башҡортостан биләмәһендә теркәлгән һәм продукция етештергән, хеҙмәт күрһәткән төрлө ойоштороу-хоҡуҡ формаһындағы ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша ала. Бының өсөн бәйгелә ҡатнашыуға ғариза (тейешле форма буйынса) һәм түбәндәге документтарҙы тапшырыу шарт:
а) дәғүәсенең структур схемаһы;

б) юридик берәмектәр өсөн – дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлыҡтың йәки Берҙәм дәүләт юридик берәмектәр реестрынан яҙманың күсермәләре;

в) шәхси эшҡыуарҙар өсөн – йүнсел сифатында дәүләт теркәүе үтеү тураһындағы таныҡлыҡтың йәки Берҙәм дәүләт шәхси эшҡыуарҙар реестрынан яҙманың күсермәләре;

г) дәғүәсенең банк реквизиттары;

д) бөтә кимәлдәге бюджеттар һәм бюджеттан тыш дәүләт фондтары алдында бурыстың булмауы тураһында һалым органынан белешмә ҡағыҙы (документтар тапшырылғанға тиклем 30 календарь көн эсендә бирелгән).

Ғариза һәм уға теркәлгән документтар брошюра итеп төпләнергә, биттәргә тәртип һаны ҡуйылырға, ғариза биреүсенең ҡултамғаһы һәм мисәте (булһа) менән раҫланырға тейеш. Документтар дәғүәсенең вәкиле тарафынан шәхсән тапшырыла йәки заказлы хат менән почта аша ебәрелә.
Документтар 2018 йылдың 1 октябренә тиклем Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығында эш көндәрендә иртәнге 9 сәғәт 30 минуттан көндөҙгө 17 сәғәт 30 минутҡа тиклем ҡабул ителә, төшкө тәнәфес 13 сәғәт 30 минуттан 14 сәғәт 30 минутҡа тиклем. Адресы: Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, 2-се ҡат, 250-се, 248-се кабинеттар (етештереү эшмәкәрлеге төрҙәре иҡтисады бүлеге), телефондар: 8 (347) 280-87-42, 280-86-84. Документтар әҙерләү мәсьәләһе буйынса консультация өсөн дә ошо телефондар аша мөрәжәғәт итергә була.


Вернуться назад