Күрһәтерлек өлгө бар08.08.2018
Күрһәтерлек өлгө барРеспублика Башлығы Рөстәм Хәмитов Бүздәк районына эш сәфәре барышында ураҡ барышы менән танышты, агросәнәғәт комплексы предприятиеларында, социаль һәм етештереү объекттарында булды.

Бүздәк ауылының “Төньяҡ” биҫтәһендә Рөстәм Хәмитов былтыр октябрҙә асылған 150 урынлыҡ балалар баҡсаһын ҡарап сыҡты. Баҡса мөдире Резидә Нарбәкова әйтеүенсә, элегерәк учреждение 70 балаға иҫәпләнгән авария хәлендәге иҫке бинала урынлашҡан булған. Яңы балалар баҡсаһы үҙ-ара тоташҡан ике ҡатлы ике блоктан тора. Төркөмдәр өсөн кейем алмаштырыу, уйын, йоҡо, коляскаларҙы һаҡлау бүлмәләре, буфет бар. Бинала шулай уҡ физкультура һәм музыка залдары, медицина һәм аҙыҡ-түлек блоктары урынлашҡан. Баҡса биләмәһендәге уйын зонаһы физкультура менән шөғөлләнеү, саф һауала уйнау өсөн кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған.
Рөстәм Хәмитов төҙөлөш эштәренең сифатын баһаланы, балалар баҡсаһы коллективы менән аралашты, муниципалитет етәкселеге менән биләмәне артабан үҫтереү планын тикшерҙе.
Күрһәтерлек өлгө барБүздәк районы хакимиәте башлығы Азат Арыҫланов төбәк етәксеһенә “Төньяҡ” биҫтәһендә төҙөү күҙалланған яңы мәктәп проекты хаҡында һөйләне. Өс ҡатлы бинала, уҡыу кластарынан тыш, аҙыҡ-түлек, медицина блоктары, административ-көнкүреш бүлмәләре, гардероб, спорт һәм тамаша залдары, оҫтаханалар, психолог, логопед кабинеттары, китапхана, йоҡо һәм уйын бүлмәләре урынлашасаҡ.
Объект төҙөлөшөн 2019 йылда башлау күҙаллана.
Район үҙәгендә Башҡортостан Башлығы әүәлге ауыл хужалығы колледжы бинаһын ҡарап сыҡты. Бында капиталь ремонт үткәрелгән, 11 торлаҡ бүлмә йыһазландырылған. Унда Комсомол урамындағы иҫке күп фатирлы йортта йәшәгәндәрҙе күсереү ҡарала. Киләсәктә бина янғын һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр һөҙөмтәһендә торлаҡһыҙ ҡалғандарҙы урынлаштырыу өсөн файҙаланыласаҡ.
Бүздәк районында Рөстәм Хәмитов “Нерал-Бүздәк” ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыу­ҙарында булды, ураҡ барышы менән танышты.
Яҙҙың һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, быйыл хужалыҡта ужым уңышы гектарынан 30 центнер­ҙан ашыу тәшкил итә, яҙғы культураларҙыҡы иһә гектарынан кәмендә 22 центнер буласаҡ тип көтөлә.
Республика Башлығы уңыш йыйған механиза­торҙар менән аралашты, техника торошо, хеҙмәт шарттары менән ҡыҙыҡһынды. Аграрийҙар әйтеүенсә, эш көнө ысыҡ кибеү менән башлана һәм 12 сәғәт самаһы дауам итә. Һауа шарттары яҡшы булғанда бер комбайн көнөнә 20-25 гектар майҙандан уңыш йыя. Рөстәм Хәмитов игенсе­ләргә уңыштар теләне, иң яҡшы комбайнсыларға йыл йомғаҡтары буйынса автомобиль тапшырылыуы тураһында белдерҙе. Хужалыҡта төбәк етәксеһенә техник культуралар үҫтереү өсөн файҙаланылған һуғарыу системаһын күрһәттеләр.
Күрһәтерлек өлгө барБүздәк консерва комбинатында (“Пищепром” акционерҙар йәмғиәте филиалы) Рөстәм Хәмитов етештереү линияларын, әҙер продукция келәтен ҡарап сыҡты. Предприятие директоры Рузил Дәүләтшин менән артабанғы инвестиция проектын тикшерҙе. 2022 йылға тиклем инвестиция күләме 250 миллион һум самаһы тәшкил итәсәк. Директор белдереүенсә, әле комбинат дәүләт ярҙамы программаларының береһенән дә файҙалана алмай.
– Улай булырға тейеш түгел, мөмкинлектәрҙе ҡарарға кәрәк. Һеҙгә киңәйергә, производствоны йылдам яңыртырға кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов.
Эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Бүздәк металл прокатлау заводында булды. Районда ул шулай уҡ фермер Фауил Хәбибрахмановтың теплица комплексының өсөнсө сираты төҙөлөшөн ҡарап сыҡты. Әле бында эштең 65 проценты башҡарылған. Хужалыҡ башлығы урынбаҫары Шафоат Хәбибрахманов әйтеүенсә, яңы эш урындары барлыҡҡа килеү һөҙөмтәһендә хеҙмәткәрҙәр өсөн торлаҡ комплекстарын проектлау күҙаллана. Рөстәм Хәмитов был башланғысты ыңғай баһаланы.
– Ғөмүмән, быларҙың барыһы ла – республикалағы төҙөлөштәр ҙә, агропарктар ойоштороу ҙа – бөгөн беҙ эшләгән концепцияға тап килә. Агропарк – ул производство, торлаҡ, уңайлы мөхит, балаларҙы уҡытыу, уларҙы мәктәпкә йөрөтөү мәсьәләләрен хәл итеү мөмкинлеге, – тине республика етәксеһе.


Вернуться назад