Үлән һутлы, сифатлы24.07.2018
Борайҙа мал аҙығы әҙерләү ҡыҙыу бара

Үлән һутлы, сифатлыТөбәктә мал аҙығы әҙерләүҙең иң ҡыҙған мәле. Беҙ барғанда Борай районындағы “Урожай” йәмғиәте баҫыуында күп йыллыҡ үләнде сенажға һалалар ине. Дөйөм алғанда, хужалыҡта мал аҙығы әҙерләүгә 40-лап кеше, 20-гә яҡын техника йәлеп ителгән.


­– Быйыл үлән яҡшы, сифаты ла та­лап­тарға яуап бирә. Әле бесәндә ете техника эшләй. Көндәр боҙолоуға бәйле, эштәр бер аҙ тотҡарланды. Шулай булһа ла, 500 тонна мал аҙығы алдыҡ, тағы ла өс мең центнер самаһы әҙерләргә ҡалды, – ти хужалыҡ етәксеһе Ренат Хәйбрахманов.
“Урожай”ҙа сенаж һалыу тамамланыуға бара. План буйынса һигеҙ тонна талап ителһә, әле ете тоннаһын әҙерләгәндәр. Массаны ташыуға ун техника йәлеп иткәндәр. Яланда эшләгән ике “Полесье” комбайны ла машиналарҙы тотҡарламай, килгән береһенә тейәп өлгөртөп тора. Сенаж соҡоронда массаны “Т-130”, “К-700” тракторҙары тапай. Бында механизаторҙар Венер Сәләмов, Радик Сабиров, Айрат Әхҡыямов, Альберт Нуретдинов эшләй. Ферма мөдире Айҙар Рәхимов иҫәп эшен алып бара.
Ошо хужалыҡта 34 йыл эшләгән, шул иҫәптән 14 йыл етәкселек иткән Ренат Лотфуй улы миҙгел эштәрен мәлендә йырып сығырҙарына ышана. Әле мал аҙығы әҙерләүгә йәлеп ителгән механизаторҙарҙы көнөнә ике тапҡыр ашатыу ойошторолған. Яғыулыҡҡа ҡытлыҡ юҡ. Хеҙмәт хаҡын да ваҡытында түләргә тырышып торалар.
– Башҡа хужалыҡтарҙағы кеүек үк, беҙ ҙә белгестәргә ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Шуға ла механизаторҙарҙы ла, малсыларҙы ла эшкә саҡырабыҙ. Ситтән килгәндәр өсөн хужалыҡтың дөйөм ятағы бар. Ашхана ла эшләй, икмәкте лә үҙебеҙ бешерәбеҙ, – ти Ренат Лотфуй улы.
Хужалыҡ етәксеһе мал аҙығы әҙерләүгә тос өлөш индергән механизаторҙарҙан Фидат Ғәйнановты, Айҙар Низамовты, Рәфит Зиннуровты, Ришат Горячинды һәм башҡа ялан батырҙарын маҡтап телгә алды.
“Урожай” йәмғиәте – районда ҙур ху­жалыҡтарҙың береһе. Уның алты мең гектар һөрөнтө ере, 800 гектар күп йыллыҡ үлән сәселгән баҫыуы бар. Әле хужалыҡ алдында ике мең баш малды уңышлы ҡышлатырлыҡ мал аҙығы әҙерләү бурысы тора. Әгәр ҙә ошо ихласлыҡ менән эш­ләүҙәрен дауам итһәләр, улар маҡсатына ирешер.

Борай районы.


Быйыл төбәктә мал аҙығы әҙерләүгә һуңлабыраҡ төшһәләр ҙә, ауыл эшсәндәре һынатмай. Йәйҙең һәр көнө ҡәҙерле, тип матур көндәрҙе файҙалы ҡулланалар.
Әлеге ваҡытта республикала 1 миллион 31 мең тоннанан ашыу (61 процент) сенаж, 450 мең тоннанан ашыу (60 процент) бесән әҙерләнгән, йәғни шартлыса бер баш малға 12 центнер мал аҙығы берәмеге тура килә.
Республикала был йүнәлеш буйынса беренсе урында – Борай районы, унда шартлыса бер баш малға 24,4 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләгәндәр. Шулай уҡ Благовещен – 23, Бөрө районы – 20,1, Яңауыл 19,7 центнер күрһәткес менән алдынғылар рәтендә бара.


Вернуться назад