Дауахана ҡаланыҡынан кәм булмаясаҡ24.07.2018
Благоварҙа заманса шарттарҙа эшләйәсәк дауалау корпусы төҙөлә

Дауахана ҡаланыҡынан кәм булмаясаҡБашҡортостан Республикаһының 100 йыллығы алдынан файҙаланыуға тапшырылырға тейеш булған объекттар араһында дауалау учреждениелары ла байтаҡ. Өфөлә, Туймазыла, Дүртөйлөлә, Йәрмәкәй районында һәм башҡа төбәктәрҙә балалар поликлиникалары, һауыҡтырыу комплекстары төҙөү планлаштырыла йәки улар һалына башлаған.
Благовар районы үҙәге Языково ауылында ла эш ҡыҙыу бара: бында район дауаханаһының дауалау корпусына өс ҡатлы төкәтмә яртылаш ҡалҡып сыҡҡан да инде.


– Эш йылдам бара, хеҙмәт хаҡынан да ҡәнәғәтбеҙ – айына 40 мең һумдан ҡалғаныбыҙ юҡ, командировкала булған өсөн дә ай һайын туғыҙар мең һум килеп тора, – тип йылмая Күгәрсен районы егете Вилдан менән Стәрлебаш яғында тыуып үҫкән Фәнил. – Беҙҙе бында Өфөләге 10-сы төҙөлөш идаралығы ебәргәйне, һигеҙ ай инде эшләйбеҙ. Объектта тотҡарлыҡ юҡ, бөтә материал ваҡытында килеп тора. Бына әле шыйыҡ бетон бушатырға торабыҙ.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың фатихаһы менән юбилей объекттары исемлегенә индерелгән яңы бина 35 урынға иҫәпләнгән. Унда шулай уҡ сирлеләр өсөн ашарға әҙерләү блогы, һигеҙ автомобиль һыйышлы йылы гараж да инә. Әле был дауалау бүлексәһе табиптар өсөн тәғәйенләнгән ятаҡта урынлашҡан, бина файҙаланыуға тапшырылыу менән уны элекке тәғәйенләнешендә, йәғни йәш табиптарға йәшәү өсөн файҙаланырға мөмкин буласаҡ.
– Был бина биш ай элек төҙөлә башлағайны, әле икенсе ҡатында эш бара, – ти район үҙәк дауаханаһының баш табибы Марат Вәлиев. – Благовар районында быға саҡлы махсус төҙөлгән хирургия корпусы бер ҡасан да булманы, ул яраҡлаштырылған бүлмәләрҙә урынлашҡайны, дауахана ошо өҫтәмә бина иҫәбенә киңәйтелгәс тә поликлиниканы ла, ниһайәт, бер урында ойошторорға форсат тыуасаҡ, юғиһә уларҙың бер-береһенән йыраҡ булыуы сирлеләр өсөн уңайлы түгел ине.
Һаулыҡ һаҡлау тармағында оҙаҡ йылдар эшләгән Марат Ғәлим улы төҙөлөштөң заказсыһы итеп тәғәйенләнгән, сөнки яңы бинаның заманса дауалау шарттарына нисек яуап биререн унан да яҡшыраҡ кем белһен?! Баш табип генераль заказсы белгестәре менән кәңәшләшеп эшләй, улар менән осрашып тора.




Вернуться назад