Орлоҡсолоҡ кооперативы17.04.2018
Республикала тәүге орлоҡсолоҡ кооперативы – “Башҡортостандың элиталы орлоҡтары” ойошторолдо. Кушнаренко, Ауырғазы, Мәсетле, Борай, Благовар һәм Шишмә райондары хужалыҡтары – орлоҡсолоҡ буйынса ауыл хужалығы ҡулланыусылары – уның ағзалары булды.


Белгестәр билдәләүенсә, бындай кооператив селекция ҡаҙаныштарын күмәк етештереүгә индерергә ярҙам итәсәк. Хужалыҡтарҙың килемлелеген продукция сифатын яҡшыртыу иҫәбенә арттырыу күҙаллана.
Сағыштырыу өсөн: бөгөн дүртенсе класс бойҙайҙың бер тоннаһы яҡынса биш мең һум торһа, элиталы һәм суперэлиталы орлоҡтар – 14-15 мең һум.


Вернуться назад