Кооперацияға ойошоу – көн талабы30.01.2018
Кооперацияға ойошоу – көн талабы. Тап ошо маҡсаттан районда Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре “БР ауыл хужалығы кооперацияларын үҫтереү тураһында” темаһына семинар уҙғарҙы.


-Бөгөн кооперацияларға берлә­шеүҙе тормош үҙе талап итә, – тип башланы үҙ сығышын Рәмил Бохаров. – Баҙар иҡтисады тормошобоҙға көндән-көн нығыраҡ үтеп инә бара. Хужалыҡтар ҙа, ауыл халҡы ла продукция етештереү буйынса һөҙөмтәлерәк эшләй. Әммә беҙ уны эшкәртеп, тейешле хаҡҡа һата белмәйбеҙ. Бөгөн конкурентлыҡ шарттарында быны яңғыҙың ғына атҡарып сығыу мөмкин түгел. Шуға ла ауыл хужалығы кооперацияларына берләшеү берҙән-бер юл булып тора.
Артабан ул ошо тармаҡҡа аны­ғыраҡ туҡталды. Кооперацияларға дөйөм хужалыҡтар ғына түгел, фермерҙар, шәхси хужалыҡтар ҙа ҡушыла ала. Алға киткән сит илдәрҙә бер фермер бер нисә кооперацияла ағза булып торорға мөмкин. Башҡортостанда ла кооперациялар күренә башланы. Был йәһәттән районда ла ыңғай миҫалдар бар. Рәсми рәүештә кооперацияға ойошмаһалар ҙа, Сәйетбаба ауылында халыҡтан һөт йыйып сыр етештереү цехы астылар. Ошо уҡ ауылдан ит һәм башҡа продукциянан ярым фабрикаттар етештереүсе Лоҡмановтарҙы ла әйтеп үтергә була. “Күркәм дөйәғоштар” фермер хужалығы ла бер нисә тармаҡ – агротуризм, етештереү, эшкәртеү менән шөғөлләнә.
Кооперациялар булдырыуҙың төп маҡсаты – дөйөм хужалыҡҡа (элекке колхоз, совхоз кеүек) мөмкин тиклем күберәк халыҡты йәлеп итеп, бары­һы ла бер маҡсатҡа – юғары күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн тырышыу. Бөгөн быны, һис һүҙһеҙ, башҡарып сығырға мөмкин. Тик берлектәге тырышлыҡ менән генә уңышҡа өлгәшергә була. Коопе­рацияларҙы һәр тармаҡта ла ойошторорға кәрәк. Умартасылыҡ, төҙөлөш тармағы, йөн, тире, йомортҡа, бәрәңге, йәшелсә йыйыу буйынса ла кооперацияларға берләшергә була. Һөт йыйыу тармағы ла (Бурлыла “Ғафури һөтө” кооперацияһы ойошторолдо) әле тулыһынса солғап алынмаған. Теләк булғанда быларҙы эшләргә була.
Артабан Башҡортостан Ауыл хужалығы консультациялау үҙәге директоры Ирек Сакаев һүҙ алды.
– Ғафуриҙа 31 мең халыҡ йәшәй. Һеҙҙә шәхси хужалыҡтар ҙа, һыйыр малы ла күп. Ошо көстәрҙе бергә берләштерергә һәм етештереүҙе арттырып, күберәк табыш алырға өйрәнергә кәрәк. Унан килеп, яңы ойошторолған кооперацияларға дәүләт ярҙамы ла күрһәтелә. Был бик мөһим. Мәҫәлән, “Ғафури һөтө” кооперацияһы өс миллион һум самаһы аҡсалата ярҙам алды. Тик был ярҙамды алыу өсөн үҙ сред­стволарың булыуы ла мотлаҡ. Ғөмүмән, бер кооперация ойошто­роуға дәүләт 70 миллион һумға тиклем аҡса бүлә. Эште дөрөҫ итеп ойошторғанда, был хыял түгел, ә ысынбарлыҡ.
Республикала Саҡмағош, Баймаҡ райондарында уңышлы ғына эшләгән кооперативтар барлыҡҡа килде. Бөгөн республикала бәрәң­генең 90 проценттан ашыуы, йөндөң – 87, йәшелсәнең – 67, мал һәм ҡош итенең 51 проценты шәхси хужалыҡтарҙа етештерелә. Тик уларҙы һаҡлау, эшкәртеү һәм сифатлы килеш сауҙаға сығарыу һәр кемдең дә ҡулынан килмәй. Йәшелсә һаҡлағыс, эшкәртеү цехы төҙөү өсөн кооперацияға берләшеүҙән дә ҡулай вариант юҡ.
Кооператив ағзаларының һәр береһе бер үк хоҡуҡҡа эйә, кемдер баш, кемдер түш түгел. Үҙҙәре араһынан һайлап ҡуйылған кооператив рәйесе лә башҡа ағзаларҙан хоҡуғы буйынса айырылмай. Германияла бер фермер 15-ләп кооперативта ағза булып тора. Унда бер кооперация яғыулыҡ таба, икенсеһе продукция етештерә, өсөнсөһө эшкәртә, дүртенсеһе тейешле хаҡҡа һатыу өсөн урынын хәстәрләй һ.б. Кооперацияға берләшеү өсөн беҙҙә кәмендә бер-ике юридик һәм биш-алты физик шәхес булыуы мотлаҡ. Быны һеҙҙең районда эшләп була һәм уны булдырыу көнүҙәк мәсьәлә булып тора, – тине Ирек Зөфәр улы.
Артабан ул слайдтар ярҙамында һәм уҡыусы балаларға аңлатҡан кеүек аҡбур менән таҡтаға һыҙып, мал һуйыу цехы кооперацияһын төҙөү схемаһын күрһәтте һәм аңлатма бирҙе. Был осраҡта кооперация ағзалары үҙ малын һатмай, ә һуйыр өсөн генә тапшыра һәм күрһәтелгән хеҙмәт (мал һуйған) өсөн генә хаҡ түләй. Ә продукцияны тулыһынса үҙенә ала, йәки килешеү нигеҙендә тейешле хаҡҡа һатып ебәрә ала. Бындай алым районда элек “Родина” агрофирмаһына Рифҡәт Фәйзуллин етәкселек иткән дәүерҙә бер ни тиклем ҡулланылды. Ҡайһы бер хужалыҡтар агрофирмаға мал тапшырып, ундағы цехтарҙа колбаса эшләтеп, йә булмаһа итте быҡтырып, консервалатып алырҙар ине.
– Ғафуриҙа күпләп бал етеш­терелә, урмандарығыҙҙа бәшмәк тә күп, һәм ошондай тауарҙы фасовкалап һатыуға сығарырға мөмкин. Сит илдән һатып алыуға ҡарағанда, үҙебеҙҙәге сифатлы продукцияға иғтибарҙы көсәйтәйек, бының өсөн кооперацияларға берләшәйек. БР Ауыл хужалығы консультациялау үҙәге һеҙгә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер, – тине Ирек Сакаев.

Ғафури районы.


Вернуться назад