Тыуған көндә — бал ҡорттары менән25.10.2017
Тыуған көндә — бал ҡорттары менәнБашҡорт ир-азаматын атһыҙ, ҡурайһыҙ, ҡымыҙһыҙ күҙ алдына килтереп булмағандай, умартасылыҡтан айырып ҡарау ҙа мөмкин түгел. Ата-бабаларыбыҙҙың быуындан быуынға күсеп килгән кәсептәренә тоғролоҡ һаҡлап, уларҙың юлын дауам иткәндәрҙең береһе Хәйбулла тарафтарында йәшәй. Тәжрибәле умартасы Ислам Илбәков үҙе лә бал ҡорто кеүек эшләй: иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем нәҙекәйбилдәрҙе ҡарай, күс айыра, бал айырта. Яңыраҡ 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән Ислам Ҡәйүм улы тыуған көнөн үҙенең дуҫтары — бал ҡорттары янында ҡаршылаған.

...Ислам бала саҡтан атаһы Ҡәйүмдең умартасылыҡ менән шөғөлләнеүен күреп үҫә. Уның сәғәттәр буйы һөйләгән хикәйәттәре күңелендә әле лә һаҡлана. Атаһы уларҙың нәҫеленең элек-электән солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүен, үҙенең дә шуны риза булып дауам итеүен, артабан да был кәсептең юҡҡа сыҡмауына ышаныс белдереүен улдарына йыш әйтер булған.
Балалары араһында берәү ҙә “мин умартасы булам” тип әйтергә баҙнат итмәй. Ҡәйүм ҡарт Илбәковтарҙың солоҡсолоҡ тамғаһын күрһәтә, уның артабан юғалып ҡалмаҫҡа тейешлеген иҫкәртә. Әллә күпме ваҡыт үтеп китә. Ислам да күңеленә оҡшаған һөнәрҙәрҙең береһе — шоферлыҡҡа белем ала. Туған колхозында машина йөрөтә, ауылдарына эшкә килгән фельдшер Вәзимәне кәләшлеккә ала. Атай нигеҙен ташламай, яңынан йорт күтәрә. Йәштәрҙең тормошон йәмләп бер-бер артлы Ғәҙел, Йәзилә һәм Буранбай тыуа. Тик урамдың бер яҡ ситендә атаһынан ҡалған умарталар ғына етемһерәп ултырғандай тойола. Хоҙай ҡушыуымы, әллә ысынбарлыҡтың тап килеүеме, әммә бер мөғжизәле ваҡиға Ислам Илбәковтың тормошон үҙгәртеүгә сәбәпсе була.
1990 йылдың авгусында уның ихатаһында үҫеп ултырған ағасҡа күс килеп ҡуна. Ысынында хәлдең булыуы мөмкин түгел, сөнки бал ҡорттары июнь-июль айҙарында ғына күс айыра. Был ғәжәп күренеште Ислам Хоҙайҙың ҡушыуы тип ҡабул итә, уға ла умартасы­лыҡ менән шөғөлләнергә ваҡыт еткән­леге тураһында уйлана. Тәүәккәлләп, күсте ҡышҡылыҡҡа әҙерләп, умарта ултырта. Ҡышты ҡорттар имен сыға-сығыуға, ләкин балалары оса алмай, ҡанаттары булмағанлыҡтан, ҡырмыҫҡа кеүек атлай ҙа китә. Аптырап ҡала геройым. Һеңлеһе Мәмдүҙәнең умартасылыҡ буйынса конспекттарын табып уҡырға тотона. Яйлап хәлдең айышына төшөнә, бал ҡорттарының сирләгәне асыҡлана. Төрлөсә дауаларға тырыша, Ҡазан ҡалаһынан дарыуҙар яҙҙырып ала, сөнки республикала ул ваҡытта ҡортсолоҡ буйынса бик аҙҙар ғына шөғөлләнгән була. Ниһайәт, ике йыл тигәндә, был ауырыуҙы еңә умартасы.
Артабан уның төп эше күстәр һанын арттырыуға ҡайтып ҡала. Күп кенә умартасылар кеүек, балды нисек күберәк алырға тип баш ватмай ул, ә, киреһенсә, тәүҙә һау-сәләмәт ҡорттарҙы күбәйтеү тураһында хыяллана.
Бөгөн тәжрибәле оҫтаның 150-нән ашыу умартаһы бар. Тәүге йылдарҙа умарталарын йорт ихатаһында тотһа, хәҙер уларҙы урманда ултырта. Тыуған ауылынан йыраҡ түгел йүкәлек булыуы бигерәк тә отошло. Шуға күрә Илбә­ковтарҙың йүкә балы районда ғына түгел, тотош төбәктә ҙур ихтыяж менән файҙалана.
Йүкә сәскә атҡан ваҡытта бер күс көнөнә ун-ун биш килограмм һут ташы­ғанын иҫәпкә алғанда, балдан мул табыш алыуын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Әйткәндәй, Хәйбулла районының ҡырыҫ тәбиғәтенә ҡарамай, тик был ерҙәрҙә генә башҡа яҡтарҙа үҫмәгән хуш еҫле сәскәләр бар. Ә инде төрлөһөнән йыйылған балдың ифрат шифалы икәнен аңлатыу кәрәкмәйҙер, моғайын. Тик шифалы һәм татлы балды өҫтәлгә ултыртыу өсөн күпме хеҙмәт түгелгәнлеген уны үҙ елкәһендә татыған­дар ғына аңлайҙыр...
— Күптәр умартасы шөғөлөнә еңел кәсеп тип ҡарай, — ти әңгәмәсем. — Балды ашауы ғына рәхәт, ә уны етештереүе — ай-һай... Иртә таңдан тороп, кискә тиклем йыбанмаҫҡа кәрәк. Күптәр умарталарын ҡышҡылыҡҡа айырым бүлмәләрҙә ҡалдыра, ә минекеләр тышта ултырып ҡыш сыға, сөнки бал ҡорттарын элек-электән, солоҡто яҡшылап ябып, урамда ҡалдырғандар. Шуға ла ата-бабаларымдың эшен дауам итеп, ҡорттарҙы тәбиғи ҡарау яғындамын. Шунда ғына сифатлы һәм яҡшы бал алырға мөмкин.
Күптәр ҡышҡылыҡҡа ҡорттарға шәкәр ҡушып ҡалдыра, ә ул бер ваҡытта ла улай итмәй. Тик үҙҙәре әҙерләгән йүкә балын ғына аҙыҡҡа ултырта. Бал ҡорттары – һиҙгер һәм нәзәкәтле бөжәк, улар еҫте бик тиҙ айыра. Янына тәмәке тартҡан, араҡы эскән кеше бара алмай. Шулай уҡ бензин һәм хушбуй еҫтәрен дә үҙ итмәй. Таҙа йөрөгән, изге уй уйлағандарҙы ғына ярата бал ҡорттары. Үҙең сәбәләнмәй, юҡ-барға һелтәнмәһәң, ҡорттар һине саҡмай. Ҡорт сағыуы тураһында һүҙ сыҡҡас, бер ҡыҙыҡлы ваҡиғаны ла һөйләне умартасы:
— Бәләкәй сағында кесе улым Буранбай һәр саҡ эргәмдә йөрөр ине. Беренсе класҡа барғас, уҡытыусылары инә ҡорт саҡмай тип һөйләгән. Был ҡайтҡан да, ҡортто тотоп алып, үҙенсә тәжрибә үткәргән. Инә ҡорт саҡҡан. Яныма килеп: “Уҡытыусы апай алдаған, был ҡорт саға ла инде”, – тип үҙемде лә саҡтырҙы. Буран­бай хәҙер үҙе лә ғаиләле, ҡорт айырыуҙа һәм бал һығыуҙа иң ҙур ярҙамсым.
Шулай уҡ умартасыға йәмәғәте Вәзимә ханым да, Сибайҙа йәшәгән һеңлеһе Мәмдүҙә лә ярҙамлаша. Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йырсы һәм һәүәҫкәр композитор Мәмдүҙә Илбәкова әйтеүенсә, бал ҡорттарын тәрбиәләү – үҙе бер музыка. Йырлап йөрөп нәҙекәйбилдәрҙе ҡарау, моң көйөнә балды айыртыу күңелгә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ илһам бирә, яңы йыр тыуыуға булышлыҡ итә. “Һәр йыл ағайыма ҙур теләк менән ярҙамлашам. Хәйер, минең тәүге һөнәрем дә – умартасы”, – тип йылмая ул.
Ҡасандыр Ҡәйүм ҡарттың теләгәне тормошҡа аша, уның хыялын бөгөн балалары башҡара. Тәжрибәле умарта­сының балын һораусылар күп, хатта уны баҙарға алып барыу ҙа кәрәкмәй. Белгәндәре, юлдың йыраҡлығына ҡара­май, Ғәлиәхмәт ауылына үҙҙәре үк килеп етә.
Өйрәнгәнем — үҙемә, тип кенә ултырмай, төрлө китап уҡый, Интернет аша башҡа өлкәләрҙәге, райондарҙағы умартасыларҙың яҙмаларын, тәжрибәһен өйрәнә, ҡайһылары менән шәхсән аралаша, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша геройым. Бына инде нисә йыл “Пчеловодство” журналы — иң яратҡан баҫмаларының береһе.
— Күңел биреп эш башлаһалар, уңырҙар, — тине тәжрибәле умартасы. — Бер күстән дә әллә күпме бал алырға мөмкин, бер нисә күстән дә бер килограмм ғына бал йыйырға мөмкин, шуға күрә тырышлыҡ фарыз.

Хәйбулла районы.


Вернуться назад