Ғилем – мәңге шиңмәҫ диңгеҙ19.05.2017
Ғилем – мәңге шиңмәҫ диңгеҙ “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” акционерҙар йәмғиәтендә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы электрон белем алыуҙы үҫтереү буйынса күсмә ултырыш Советы ойошторолдо. Уны республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов алып барҙы.
Электрон белем алыу буйынса сираттағы күсмә ултырыштың нәҡ “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” йәмғиәтендә уҙғарылыуы осраҡлы түгел, сөнки баш ҡалабыҙҙағы предприятие ватан авиация двигателе төҙөү тәңгәлендә флагман һанала. Дөрөҫөрәге, Рәсәйҙә иң эреләр исемлегендә. Рөстәм Зәки улы башта ошоға айырым баҫым яһаны.
– Сәнәғәт етештереүе, бигерәк тә юғары технологиялар тармағы, әле роботлаштырыуға һәм мәғлүмәт технологияларын киң индереүгә күсә бара, – тине Рөстәм Хәмитов. – Профессиональ һәм юғары белем биреү системаһы заман талабына яуап бирергә, ә иң отошлоһо, уларҙы уҙып китергә тейеш. Бөгөн белгестәрҙе әҙерләүҙең заманса моделен, эш барышында уларҙың мәғлүмәт технологиялар компетенцияһын өҙлөкһөҙ үҫтереү механизмын үҙләштереү зарур. Һүҙ ҙә юҡ, был система корпоратив сектор заказына йүнәлеш алһын. Һәр компанияның, һәр юғары уҡыу йортоноң үҙҙәренең эш тәжрибәһе бар, үҙ-ара бәйләнештәрҙе көйләү кәрәк. Шул мөһим: төрлө квалификациялы меңдәрсә хеҙмәткәр һәм инженер тир түккән университеттар һәм предприятиелар, айырыуса ҙурҙары, кадрҙарҙы бергәләп әҙерләүҙе һәм ҡайтанан уҡытыуҙы ниәт итһен ине, шул иҫәптән дуаль белем алғанда ла.
Белеүебеҙсә, Рәсәй Президенты 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән мәғлүмәт йәмғиәтенең Стратегик үҫешен раҫланы. Республика Башлығы белдере­үенсә, ошо документта электрон белем алыуҙы камиллаштырыу, уҡытыуҙың дистанцион системаһы, шулай уҡ вуздарҙың юғары технологиялы ойошмалар һәм предприятиелар менән эшләнмәләре, партнерлыҡ программалары, заманса кадрҙар әҙерләүҙе координациялау кеүек мөһим өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнгән.
Рөстәм Хәмитов 2018 йылда мәктәптәр 100 процент юғары тиҙлектәге интернетлы булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.




Вернуться назад