Туған-тыумаса эшкә ҡамасаулаймы?22.11.2016
Туған-тыумаса эшкә ҡамасаулаймы? Күптән түгел “HeadHunter” исемле эш эҙләү агентлығы Башҡортостан халҡы араһында ҡыҙыҡ ҡына һорау алыу үткәрҙе. “Үҙ ғаилә ағзаларығыҙ йәки туған-тыумасағыҙ менән бер ойошмала эшләүгә нисек ҡарайһығыҙ?” Ошо һорауға нисек яуап биргәндәр?
Баҡһаң, һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың яртыһы үҙ туғандары менән бер компанияла эшләүҙән ҡасырға тырыша икән. Ә 12 проценты был хәлгә һис юл ҡуймау яҡлы, өстән бер өлөшө генә бергә эшләүҙең насар яғын күрмәй. Ҡаршы килеүселәр бигерәк тә хәүефһеҙлек хеҙмәтендә, ойошмаларҙың юридик бүлектәрендә һәм топ-менеджерҙар араһында күп.
Ни өсөн риза түгелдәр? Төп сәбәп итеп яуап биреүселәрҙең 60 проценты туғандары менән ыҙғышыу ихтималлығын күрһәтә, ә 53 проценты эш һөҙөмтәһенә кире йоғонто яһалыуҙан ҡурҡа, һәр өсөнсөһө хеҙмәттәштәре менән ара боҙолоу мөмкинлеген күрһәтә.
Ләкин һорау алыу барышында шул да асыҡланды: респонденттарҙың 45 процентына туған-тыумасаһы менән бер коллективта эшләргә тура килгән. Уларҙың 36 проценты – ата-әсәһе, 23 проценты – ире йәки ҡатыны, 22 проценты – ағаһы йәки апаһы, биш проценты – алыҫ ҡәрҙәше, ә өс проценты хатта олатаһы йәки өләсәһе менән бергә булған.
Ҡулайлы тип тапмаһалар ҙа, һорау алыуҙа ҡатнашыусы­ларҙың һәр өсөнсөһө яҡындарын үҙе эшләгән ойошмаға саҡырырға теләр ине. Тимәк, туғандарыңа эш табып бирергә ярҙам итеү теләге хәҙерге көрсөк заманында ҡайһы бер уңайһыҙлыҡтарҙан өҫтөнөрәк. Был айырыуса эшсе һөнәрҙәренә хас.


Вернуться назад