“Заря”ла таңдар иртә ата...15.02.2012
“Заря”ла таңдар иртә ата...Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Зәбир Ғилемханов етәкселегендәге “Заря” ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре бөгөн яуаплы ла, мәшәҡәтле лә мал ҡышлатыу миҙгелен ойошҡан алып бара. Шөкөр, мал аҙығы етерлек әҙерләнгән: бесән-һалам мул бирелә, силос-сенаж соҡорҙары тулы, мал фураждан өҙөлмәй.
Йәмғиәттең ҡара-сыбар тоҡомло 1474 баш һыйыр малы заманса механизацияланған биналарҙа тотола, бында күптән ҡул көсө ҡулланмайҙар. Йәй яҡшы ғына ремонт та яһалған, ялан кәртәләр уратып алынған, яңы тыуған быҙауҙарға айырым йылы бүлмәләр булдырылған. Бында эшкә килеүселәрҙең күбеһе оҙаҡҡа ҡала, китеүселәр юҡ, сөнки хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, шәхси ихатаһында мал аҫраусыларға бушлай аҙыҡ бирелә.
Әле хужалыҡтың 300 һауын һыйыры бар. Йәмғиәттә йыл әйләнәһенә үрсем алалар, ғинуарҙа ғына 70-кә яҡын һыйыр быҙаулаған. Хужалыҡта мал һанын кәметеүгә юл ҡуйылмай, тоҡомдо яңыртыу маҡсатында тана һатып алалар. Йыл әйләнәһенә йәмғиәт 50 башҡа яҡын һыйыр малы һата. Дәүләткә көнөнә биш тоннанан ашыу һөт ебәрелә, продукция Саҡмағош май заводына оҙатыла. Малдарҙың алдынан аҙыҡ өҙөлмәгәс, төрләндереп тә бирелгәс, көндәлек тулайым һауым арта.
“Заря”ла таңдар иртә ата...– Малсыларҙың күңеле күтәренке. Тәртип боҙоуҙар юҡ, һүлпәнлек күҙәтелмәй, – ти хужалыҡ рәйесе Зәбир Фәнил улы Ғилемханов. – Беҙҙә ололар менән бер рәттән егет һәм ҡыҙҙар ҙа тырышып, хатта ярышып эшләй. Һуңғы йылдарҙа эш һорап килеүселәр араһында йәштәрҙе күреүе үтә лә ҡыуаныслы.
Ысынлап та, йәмғиәттә яҙмышын малсылыҡ менән бәйләүселәр бихисап, оло малсыларға алмаш үҫә, киләсәктә эшселәргә ҡытлыҡ булмаясаҡ. Башҡортостан дәүләт аграр университетын 2010 йылда тамамлаған Ильяс Йосопов әле баш зоотехник вазифаһын башҡара. Һауынсылар, быҙау ҡараусылар һәм көтөүселәр араһында ла йәштәр етерлек. “Ауылға эшкә ҡайтыуыма үкенмәйем, хеҙмәт хаҡы юғары – 20 мең һум тирәһе. Йәш белгестәргә иғтибар бар, шарттар булдырылған, тырышырға ғына кәрәк”, – ти Ильяс Йосопов.
Йәйен-көҙөн комбайнда, ә ҡышын малсы булып эшләгән 25 йәшлек Руслан Латипов – хужалыҡтың алдынғыһы. Ул ғаиләһе менән Саҡмағош ауылында йәшәй, ике ҡатлы йорт һалып ингән, сит ил машинаһында елдерә. “Бөтмөр, тырыш егеттәрҙе ихтирам итәбеҙ, ябай көтөүсенең етеш йәшәүенә һоҡланабыҙ”, – ти йәмғиәт рәйесе Зәбир Фәнил улы.
Йылҡысылыҡ тармағы ла бар хужалыҡтың, башҡорт атын үрсетәләр. Бөгөн 98 баш йылҡы аҫрала. Киләсәктә тоҡомло йылҡысылыҡ заводы булдырыу хыялы менән йәшәйҙәр. Үрсем алыу эше лә яҡшы ҡуйылған.
Бында үҙ эшенең оҫталары йыйылған, һәр кем фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәтә. Һауынсылар Тәслимә Ғарифуллина, Люциә Хәйруллина, Рәмилә Ғәзизова былтыр һәр һыйырҙан 7 мең килограмм һөт һауып алған. Малсылар Фәһим Ғилемханов, Мөнир Латипов һәм Бәхтийәр Яҡуповтың хеҙмәте лә маҡтауға лайыҡ.
Самат ҒӘЛИН
Саҡмағош районы.


Вернуться назад