Үҙебеҙҙеке сифатлы ла, тәмле лә22.11.2011
Үҙебеҙҙеке сифатлы ла, тәмле лә“Илешһөт” йәмғиәте — район халҡын сифатлы продукция менән тәьмин итеү ниәтендә асылған ойошмаларҙың береһе. Йыл ярым эшләүенә ҡарамаҫтан, ул етештергән һөт ризыҡтары районда ғына түгел, республикала ла танылыу яуланы.
Бөгөн предприятие һөт, эремсек, ҡаймаҡ, кефир, ҡатыҡ етештерә, ә йомшаҡ “Адыгей” сырын ихтыяжға ҡарап яһайҙар.
— Һөт аҙыҡтары сифатлы, тәмле булыуы менән айырыла, уларға бер ниндәй ҙә өҫтәмә ҡушылмай. Технологик талаптарҙы үтәйбеҙ, продукциябыҙ санитар-гигиена талаптарына яуап бирә, — ти етештереү цехы мөдире Зилиә Сәләхова.
Йәмғиәт сауҙа баҙарында тиҙ арала үҙ урынын тапҡан. Һөт ризыҡтары шулай уҡ Өфө, Нефтекама, Ағиҙел ҡалаларында һәм Татарстанда һатыла.
Предприятие район хужалыҡтарынан көн һайын — 50, шәхси хужалыҡтарҙан 15 тонна һөт ҡабул итә. Көнөнә ике тоннанан алты тоннаға тиклем продукция етештерелә.
— Киләсәктә тәҡдим ителгән тауарҙар исемлеген арттырырға тип торабыҙ. Әле йогурт эшләү технологияһы үҙләштерелә. Бер цехта үҙгәртеп ҡороу тамамланды. Унда сыр етештерергә уйлайбыҙ, ҡоролма-йыһаздар ҡайтарыу буйынса эш алып барабыҙ, — ти предприятие директоры Азат Ғилемханов.
Предприятиеның уңышлы эшләүе, әлбиттә, иң тәүҙә уның хеҙмәткәрҙәренә бәйле. Коллективта барлығы 96 кеше — барыһы ла үҙ бурысына яуаплы ҡарай.
“Илешһөт” йәмғиәте етештергән продукцияның төрлө күргәҙмәләрҙә, конкурстарҙа еңеү яулағаны ла бар.
Лира ГӘРӘЕВА


Вернуться назад