Иҫке йорттарға көн бөтә29.01.2014
Башҡортостанда халыҡты авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаларының тормошҡа ашырылыуын тикшереү өсөн махсус Хөкүмәт комиссияһы ойошторолдо.


Хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең интернеттағы рәсми порталында ошо туралағы тейешле бойороҡ баҫылды. Комиссия составына 40-тан ашыу кеше — Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Торлаҡ күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты, ҡала һәм райондарҙың хакимиәт вәкилдәре инә.
2013—2015 йылдарға иҫәпләнгән Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереүҙең адреслы программаһы өс этапты күҙ уңында тота. Уларҙың тәүгеһе — быйыл 31 декабргә, икенсе һәм өсөнсөһө 2015 йылдың 31 декабренә тиклем дауам итә. Программаны финанслауҙың дөйөм күләме — 8,8 миллиард һум самаһы, шул иҫәптән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан — 2,9 миллиард һум, республика ҡаҙнаһынан 5,8 миллиард һум бүлеү ҡарала. Ошо аҡсаға 21 656 кешене иҫке торлаҡтан күсереү күҙаллана. 2013—2014 йылдарҙа 81 мең квадрат метрлыҡ торлаҡ майҙаны төҙөү, авария хәлендәге 66 148 квадрат метрлыҡ йорттарҙы һүтеү планлаштырыла.


Вернуться назад