Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хаҡтар: беҙҙә арта, Европала кәмей...
Рәсәй иҡтисадының үҫеше һуңғы осорҙа тойолмаһа ла, инфляция, киреһенсә, күҙгә күренеп тигәндәй артыуын дауам итә. Быны ил етәкселеге лә танырға мәжбүр булды. Мәҫәлән, статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, беҙҙә йыл башынан инфляция кимәле, Европалағы менән сағыштырғанда, 15 тапҡырға шәберәк артҡан (Рәсәйҙә 4,4 процентҡа үҫһә, Көнбайыш илдәрендә – ни бары 0,3 процентҡа ғына). Ғәжәпләнерлек тә шул...

Инфляция Көнбайышҡа кәрәгерәк

Әммә, ҡайһы бер иҡтисадсылар фекеренсә, Көнбайышҡа маҡтанырға сәбәп юҡ – Европа ла торғонлоҡ осорон кисерә. Йәнәһе, шуға ла был илдәрҙә инфляцияны көтөп ала алмайҙар: баҡһаң, ул етештереү сәнәғәтенә саҡ ҡына булһа ла этәргес бирергә тейеш. Ә июлдә Европаның күп илдәрендә, киреһенсә, дефляция күҙәтелгән, йәғни хаҡтар аҫҡа тәгәрәгән. Беҙ иһә бының менән маҡтана алмайбыҙ, сөнки илебеҙҙә хаҡтар артыуы дауам иткән.
Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының йәй уртаһындағы белдереүенә ярашлы, быйыл инфляция кимәле илдә яҡынса 6 процент тәшкил итәсәк. Уның башлығы Алексей Улюкаев фекеренсә, икенсе ярты йыллыҡта хаҡтар төшөүе күҙәтелергә тейеш, ә бына 2014 йылда инфляция 4 – 4,5 проценттан да артмаясаҡ. Әммә чиновниктың был һүҙҙәренә белгестәр әллә ни ышанып бөтмәй. “Газға, һыуға, электр энергияһына, йылыға, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ рәсми инфляция күрһәткестәренән ике тапҡырға тиҙерәк артҡанда, яҡын арала инфляцияның кәмеүе тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел”, – ти улар. Белгестәр фекеренсә, быға төшөнөү өсөн Рәсәйҙең 2030 йылға тиклемге социаль-иҡтисади күҙаллау программаһына бер ҡараш ташлау ҙа етә: унда 17 йыл дауамында халыҡ өсөн газ – 5, электр энергияһы 4,5 тапҡырға ҡиммәтләнәсәк тип әйтелгән.
Хаҡтар бер беҙҙә генә артмай: мәҫәлән, йыл башынан ул Төркиәлә – 4,2, Мальтала – 4,7, Белоруссияла 8 процентҡа үҫкән. Ә аҙыҡ-түлектең ҡыйбатланыуы Эстония (5,5 процент), Словакия, Словения, Финляндия һәм Чехияла (3,6 – 3,8 процент) күҙәтелгән. Дефляция (хаҡтар төшөүе) иһә Италия, Греция, Бельгия һәм Испания кеүек илдәргә хас булған.

Бензиндыҡы артмаясаҡ та, төшмәйәсәк тә

Дмитрий Медведев “бензинға хаҡ төшмәйәсәк” тип белдерҙе. Әммә, уныңса, яғыулыҡтың ҡиммәтләнеүен дә көтөргә кәрәкмәй. Ил Премьер-министры хоҡуҡ һаҡлау органдарын хаҡтарҙы бер сәбәпһеҙ арттырыусыларҙы “ауыҙлыҡларға” саҡырҙы.
Хөкүмәт башлығы фекеренсә, бензинға хаҡ артыуы – тәбиғи иҡтисади процесс, нефткә хаҡ төшөүе генә был йәһәттән бер ни тиклем йоғонто яһай ала. Әммә бындай күренеш Рәсәй иҡтисадына кире эҙемтәләр генә килтерәсәк.
Июлдәге үҙгәрештәр бик күптәр өсөн көтөлмәгән хәлгә әйләнде: айҙың һуңғы аҙнаһы эсендә генә бензин – уртаса 0,5 процентҡа, дизель яғыулығы 0,3 процентҡа ҡиммәтләнде. Был яңылыҡ автоһәүәҫкәрҙәрҙе шатландырманы, әлбиттә.
Тағы бер хәтәр яңылыҡ: йылдың өсөнсө сирегендә Рәсәйҙә бензинға ҡытлыҡ башланыуы ла ихтимал – был турала “РБК” каналы хәбәр итте. Баҡһаң, Белоруссияла эшкәртелгән нефткә ҡытлыҡ төп сәбәбе икән. Әгәр күрше ил экспортты арттыра алмаһа, яғыулыҡҡа дефициттан барлыҡҡа килгән зыянды Рәсәй халҡы үҙ елкәһендә татыясаҡ.
Әммә Рәсәйҙең Энергетика министрлығында хәлде ҡуйыртмаҫҡа саҡыралар. Уларҙың фекеренсә, илдең яғыулыҡ баҙарында һиллек хөкөм һөрә. Шулай уҡ хаҡтарҙың тотороҡланыуы тураһында белдерәләр. “Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә күмәртәләп һатып алыу баҙарында “АИ-92” маркалы бензин – 5,5, “АИ-95” 6,5 процентҡа арзанайҙы. Шулай уҡ компаниялар нефть продукттарын экспортлау күләмен 210 мең тоннанан 50 мең тоннаға ҡәҙәр кәметте. Һөҙөмтәлә эске баҙар яғыулыҡ менән тейешле кимәлдә тәьмин ителде”, – тиҙәр министрлыҡта. Шулай ҙа, белгестәр фекеренсә, бензиндың хаҡы йыл аҙағынаса 33 һумға барып баҫыуы ихтимал.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090