Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшсән халыҡҡа иғтибар ҙур
Эшсән халыҡҡа иғтибар ҙур– Районға ураҡҡа тип әллә комбайн бүлгәндәрме, ҡайһылай матур итеп баралар! Әллә берәй МТС-тан ярҙам йөҙөнән ебәрҙеләрме икән, хас та совет осорондағы кеүек, – тип әйтеп ҡуйҙы водителебеҙ, асфальт юлдан теҙелешеп барған унлаған комбайнды күреп. Эйе, бөгөн заманалар башҡа, әммә ураҡ мәле әле лә иң изгеләрҙән һанала.
– Баяғы һеҙ күргән комбайндар бер баҫыуҙа эште теүәлләп, башҡа урынға юлланғандыр, күрәһең. Ураҡҡа күптән төштөк бит, булған техниканың барыһы ла бөгөн баҫыуҙа, – тине Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Владимир Александров. – Тик тәбиғәт кенә быйыл беҙҙе иркәләмәне, ямғырҙар һирәк булды, әммә уңышҡа өмөт итәбеҙ. Әле 41 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуғып алдыҡ, иң юғары күрһәткес тә беҙҙә: гектар ҡеүәте — 28,1 центнер.
Төбәктең бөтә хужалыҡтары ла бесән әҙерләүҙе тамамлап, уңыш йыйыу кампанияһына дәррәү тотонған. Мәҫәлән, “Салауат агрофирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ауыл эшсәндәре лә был көндәрҙә баҫыуҙа, йәйләүҙә тырышлыҡ күрһәтә. Ауыр йөктө Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рөстәм Баһауетдинов тарта һәм, әйтергә кәрәк, бик уңышлы. Әйткәндәй, уның атаһы Рәйес ағай – Социалистик Хеҙмәт Геройы ла. Ул 30 йылға яҡын элекке Салауат исемендәге колхозға етәкселек иткән. Һаман да ауыл халҡы уны һағынып иҫкә ала: “Ул эшләгән осорҙа ауыл эшсәндәре иген культураларының гектарынан 50 центнер уңыш алды, бер һыйырҙан дүрт мең литр һөт һауҙы”, – тип маҡтап бөтә алмай.
Тап шул йылдарҙа һөтсөлөк фермалары, гараждар, машина-трактор оҫтаханалары, күп кенә социаль объекттар, колхозсылар өсөн йорттар төҙөлә. Бөгөн иһә Рөстәм Рәйес улы атаһының эшен уңышлы дауам итеп, ауылдаштарына һәр яҡлап ярҙам итә, кәңәш һорап килеүселәрҙең үтенестәрен хәл итергә тырыша. “Олоно — оло, кесене кесе итә белә”, – тиҙәр уның хаҡында.
– Халыҡ – иң ҙур байлығыбыҙ. Ҡеүәтле техникаң, ишле малың булып та эшләргә кешең юҡ икән, маҡсатыңа өлгәшә алмаясаҡһың, шуға күрә эшсән халыҡҡа беҙҙә ихтирам да, иғтибар ҙа бар, – ти хужалыҡ директоры. – Бөгөн яҡшы эшләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырғанбыҙ, ҡул көсө бөтөнләй тиерлек ҡулланылмай, бары тик тырышырға ғына кәрәк.
Хужалыҡта нигеҙҙә сит илдә етештерелгән техника һәм ҡорамал ҡулланыла. Ун йыл эсендә йәмғиәт 250 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Быйыл парк тағы ла 35 миллион һумлыҡ ҡорамал менән тулыландырылған. Мәҫәлән, механизаторҙар, комбайнсылар хәҙер кондиционеры, борт компьютеры булған техникала баҫыуҙарҙы иңләй. Агрофирма директоры намыҫлы хеҙмәт күрһәткәндәрҙең эшен ихлас баһалай. Күп кенә хеҙмәт алдынғылары сит илгә путевка менән бүләкләнеп, Мысырҙа, Төркиәлә, Кубала һаулығын нығытҡан.
Хужалыҡ рәйесе менән йәмғиәттең Үрге Уҫылы ауылында урынлашҡан, “500 ферма” программаһына ингән һөтсөлөк фермаһына юлланабыҙ. Проектҡа ярашлы, совет осоронда төҙөлгән ике ферма тулыһынса яңыртылып, хәҙер унда 400 баш һыйыр малы бәйләүһеҙ тотола. “Һөт үткәргестәр, һыуытҡыстар, аҙыҡ өҫтәлдәре ҡуйылғас, малсыларға эшләүе күпкә еңелләште, элекке кеүек биҙрә менән һыу, һөт ташымайһың, һөт торбалар буйлап үҙе аға”, – ти директор.
Америкала етештерелгән заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һауын залы бер юлы 25 һыйырҙы һауырға мөмкинлек бирә. Һауынсылар электрон аппараттар аша ғына һөт һауыу барышын тикшереп, һыйырҙарҙың торошон күҙәтә ала. Эштән һуң малсыларға йыуынып, сәй эсеп, китап, гәзит-журнал уҡып ял итеү өсөн махсус бүлмә лә булдырылған. Беҙ күргән ял бүлмәһе элекке “ҡыҙыл мөйөш”тө хәтерләтте.
– Проектты тормошҡа ашырыу өсөн аҡса йәлләмәнек. 80 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо, әммә үкенерлек түгел, күреп тораһығыҙ малсыларға ниндәй уңайлы шарттар булдырылғанын, – тине ғорурлыҡ менән Рөстәм Рәйес улы.
Симменталь тоҡомло һыйыр малы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ предприятиеһы ла икән хужалыҡ. Әлеге көндә йәмғиәттең алты һөтсөлөк фермаһында ике мең баш һыйыр малы аҫрала, шуның 600-ө – һауын һыйыры. Көтөүҙе йыл һайын яңы таналар менән яңырталар, яһалма ҡасырыу эше лә бында һәйбәт ҡуйылған. Бөгөн 800 баш үгеҙ ялан кәртәлә айырым һимертелә.
– Йәйләүгә сыҡҡан тәүге осорҙа көнөнә 8 тоннанан ашыу һөт һатһаҡ, бөгөн 5 тоннанан ашыу һөттө “Аллат” йәмғиәтенә тапшырабыҙ. Әле һөт бер аҙ кәмене, әммә был һауын һыйырҙарының һаны кәмеүенә бәйле түгел, тиҙҙән быҙау ала башлаясаҡбыҙ бит. Мәшәҡәтле, әммә ҡыуаныслы осор февралгә тиклем барасаҡ, – ти директор.
Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ” күргәҙмәһендә ҡатнашып, агрофирма малсылары симменталь тоҡомло малдары менән абруйлы күргәҙмәнең көмөш миҙалына лайыҡ булған. Бынан бер нисә йыл элек аҡ башлы ҡаҙаҡ тоҡомло һыйыр малын үрсетеүгә лә тотонғандар.
– Был малдарҙы тотоу бик һөҙөмтәле, файҙаһы ла ҙур ғына: күп ит бирә, етмәһә, сифатлы. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, бер баш мал 500 килограмм тарта, – ти Рөстәм Баһауетдинов. – Киләсәктә уларҙы ишәйтергә иҫәбебеҙ бар, мал һаны бер меңдән ашһа, сифатлы итте ресторан-кафеларға һатырға ла мөмкин.
Бынан бер нисә йыл элек агрофирмаға “Мир” һәм “Урал” ауыл хужалығы кооперативтарының да ерҙәрен ҡушҡандар. Бөгөн йәмғиәттең 10 мең гектар майҙаны бар. Бынан тыш, халыҡтың пай ерҙәрен дә файҙаланалар. Пай хаҡына хужалыҡ халыҡҡа мал аҙығы, бесән-һалам бирә, дәүләткә һалымын түләй. Әле ауыл халҡына осһоҙ хаҡҡа бесән, һалам ташыйҙар, иген тараталар.
Ураҡҡа ла яҡшы әҙерләнгәндәр, ырҙын табағына тулыһынса тиерлек ремонт яһағандар. Дүрт миллион һумға асфальт йәйгәндәр, өс келәттең ҡыйығын ябыу, түшәмен йүнәтеү өсөн өс миллион һум аҡса тотонғандар. Районда тәүгеләрҙән булып хужалыҡ күсмә иген киптергесе һатып алған. Әле баҫыуҙарҙан алтынға тиң уңыш ырҙын табағына ҡайтарыла, келәттәргә һаҡлауға һалына.
– Шөкөр, йылына ҡарап, уңышы ла бар. Ямғырҙар беҙҙе урап үтһә лә, агротехнологияларҙы дөрөҫ ҡулланғас, баҫыуҙарҙан һәйбәт кенә уңыш килә. Буш ятҡан ерҙәрҙе күрмәҫһегеҙ, һәр гектарын маҡсатлы файҙаланабыҙ, булмаһа, баҫыуҙарға сығып йөрөп киләйек, – тигән тәҡдимде ишетеүгә ырҙын табағына район хакимиәте башлығы Раэль Рәхмәтуллин үҙе килеп төштө. Ялда булыуына ҡарамаҫтан, ураҡ барышы менән танышып йөрөүе.
– Салауаттарҙың йылдағыса юғары уңыш алыуына ышанам, сөнки бында тырыш, үҙ эшен яратып башҡарған, хеҙмәт һөйөүсән халыҡ йәшәй. Бөтә ерҙә тәртип булғас, ҡаҙаныштарға ла һәр саҡ юл асыҡ. Әлбиттә, Рөстәм Рәйес улының һөҙөмтәле эшмәкәрлеген билдәләмәү мөмкин түгел, – тине Раэль Әҙһәм улы.
Тәүҙә 520 гектарҙа үҫтерелгән кукуруз баҫыуына йүнәлдек. Ваҡытында ямғыр булмаһа ла, был культура ҡоролоҡҡа бирешмәй, яҡшы үҫкән. Тимәк, мал аҙығына туҡлыҡлы ҡушымта буласаҡ. Хакимиәт башлығы шаяртып: “Мин бер метр ҙа туҡһан ике сантиметр булһам, тимәк, кукуруз ике метрҙан да ашып киткән, бына һиңә “ҡоролоҡ” йылында!” – тип әйтеп ҡуйҙы. Көнбағыш баҫыуы ла беҙҙе күҙҙең яуын алып торған һары сәскәләре менән ҡаршы алды, 2500 гектарҙы биләй был культура. Хужалыҡ 350 гектарҙа картуф та үҫтерә, районда уның менән тик улар ғына шөғөлләнә икән. “Ҡаҙып та ҡарайыҡ әле, уңышы нисек икән?” – тип хужалыҡ директоры бер ояны ҡаҙып та сығарҙы. “Әлегә бәрәңге вағыраҡ, ваҡыты етмәгән”, – тип хакимиәт башлығы картуфты кире ояһына “йәшереп” ҡуйҙы.
Баҫыуҙарҙы иңләп сыҡҡас, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп, хужалыҡтың 700 тонна бесәне һаҡланған амбарға барҙыҡ. Бесән төргәктәрҙә булғас, малсыларға уны мал аҙбарына ташыу уңайлы. Бөгөн алты ауылда урынлашҡан ун ике силос, сенаж соҡорҙарына туҡлыҡлы аҙыҡ һалыу дауам итә. Бында ватылып ултырған бер техника ла юҡ.
– Алдынғы хужалыҡтың эшмәкәрлеге ошолай булырға тейеш. Етәкселәр аҡса йәлләмәй, баҫыуҙарға күп күләмдә минераль ашлама индерелә, техника яңыртыла, – тип хужалыҡ директорының эшмәкәрлегенә ҡәнәғәтлеген белдерҙе Раэль Әҙһәм улы. – Бындай хужалыҡтар күп булһа, район даны ла алыҫҡа таралыр ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 319

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 492