Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡояштай балҡый йөҙҙәр
Ҡояштай балҡый йөҙҙәр“Благовар тоҡомсолоҡ заводы” предприятиеһының оло юлдан байтаҡ ситтә ятҡан баҫыуына килеп еткәндә ҡеүәтле сит ил техникаһы ҡапма-ҡаршы яҡта ине. “Дөрөҫөрәк боролмағанбыҙ, былай булғас, байтаҡ ҡына көтөргә тура килер инде”, — тигәнерәк уйымды, күрәһең, ҡарашымдан һиҙҙе хужалыҡтың баш агрономы Вадим Балашов.
— Был яҡҡа ыңғайланы, “һә” тигәнсә килеп етәсәк ул, — тип тынысландырырға ашыҡты.

Баш инженер Тимур Ғарифуллин был техниканың өҫтөнлөгө хаҡында һөйләп, юҡҡа ғәжәпләндермәгән булып сыҡты. Һөргән, сәскән, тырматҡан һәм тағы ла әллә күпме төр эште бер юлы атҡарған “Джон Дир” тракторынан бер генә механизатор килеп төштө. Баҡһаң, Ринат Мөҡминов уға яңғыҙы идара итә. 230 гектар майҙанда нут сәскән сағы икән. Бер үткәндә 11 метр киңлектәге майҙанда башҡарыла үрҙә һанап үтелгән эштәр. Ғөмүмән, көнөнә 100 гектарға тиклем ерҙә сәсә ала. Ике бункерына алты тонна орлоҡ һыя, һәм уны тейәү өсөн ни бары 15 минут ваҡыт кәрәк.
Был ялан карабында 1600 гектар майҙанды иңләгәндәр ҙә инде. “Бер ҡарағанда, баҫыуға инеп барһа, икенсе ҡараһаң, эште теүәлләгән була. Механизаторҙар үҙенсәлекле техниканы һәйбәт үҙләштерҙе. Хаҡы ҡиммәт, әлбиттә, 16 миллион һум, әммә үҙен аҡлаясаҡ”, — тиҙәр.
Ҡорал эшләй, ир маҡтана, тиһәләр ҙә, механизаторҙар иңендә — сәсеүҙе сифатлы һәм ваҡытында тамамлау бурысы. Кистән яуып үткән ямғыр апаруҡ ҡына төшкән, күрәһең: ҡайһы бер урындар ныҡлап елләп тә өлгөрмәгәйне. Шулай ҙа игенселәр, күнегелгәнсә, таң һарыһынан баҫыуға килгән. Яҙғы көндөң йылды туйҙырыр мәле бит. Дым булғанда ҡара ергә орлоҡ төшөрөп ҡалырға тырышалар. Хәҙер “минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе” тип эшләү юҡ. Благовар игенселәренең берҙәм булыуы шунда уҡ тойолдо.
Ринат Мөҡминовты “КамАЗ” автомобилендә орлоҡ ташыусы Николай Гехт та көтә ине. Йөҙө май ҡояшы кеүек балҡып торған алсаҡ шоферҙың да ер кешеһе икәнлеге булмышынан уҡ күренеп тора. Ошонда 20 йылдан ашыу эшләп, бай тәжрибә туплаған, һәм төп көстәрҙең береһе ул.
— Хужалыҡта сәсеү бөгөн-иртәгә тамамланырға тора. Ҡуҙаҡлы культураларҙы 3100 гектарҙа сәстек. Ужымды туҡландырыуҙы тамамланыҡ. Яҙ һуңлабыраҡ килде, көндәрҙең ямғырлы тороуы ла эште бер аҙ тотҡарланы, шуға ла сәсеүҙе ике сменала ойошторҙоҡ. Ерҙә дым етерлек, ашлама тупланғайны, орлоҡто яңырттыҡ. Ҡыҫҡаһы, әҙерлек яҡшы ине. Игенсе һәр ваҡыт ҡара ергә орлоҡто өмөт менән һала. Беҙ ҙә быйыл уңыштың һәйбәт булырына ышанабыҙ, — тине Вадим Балашов.
Кәйефтәре шәп егеттәрҙең. Яғыулыҡҡа субсидия алғандар, сәсеү эштәре өсөн дә аҡса килеп етергә тейеш. Ҡар ҡалын булғас, ужым, нигеҙҙә, һәйбәт ҡышлаған. Ни бары 30 гектар майҙанда яңынан сәсергә тура килгән.
Баш агроном өс бүлексәлә лә механизаторҙарҙың яҡшы эшләүен билдәләне, береһен телгә алып, икенсеһенең күңелен төшөрөү килешмәҫ тип, байтағының исем-шәрифен атаны. Лайыҡтар икән, ниңә күрһәтмәҫкә?! Уҙыбаш бүлексәһенән — Рузил Камилйәнов менән Илдус Әхтәмов, Ҡашҡалашанан — Андрей Бойков, Захим Вәлмөхәмәтов, сәсеүсе Радмир Ғәтиәтуллин, Владимир Антонов, Айрат Мөҡминов, Топоринка бүлексәһенән Ришат Батыргәрәев һәм Олег Алексеев иңендә — “Благовар тоҡомсолоҡ заводы” предприятиеһының игенселек тармағы яҙмышы.
Районда сәсеүҙең көйлө алып барылыуы хакимиәт башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Камил Мөхәмәтйәнов менән осрашып һөйләшкәндә үк төҫмөрләнгәйне. Быға әле күргәндәр ҙә ышандырҙы.
Баҫыу иңләгән техника һәм ир-ат менән танышып-һөйләшкән арала иртәнге аш килтерҙеләр. Көнөнә дүрт тапҡыр ашаталар уларҙы. Ҡояш нурына ҡойонған баҫыу ҡырында, эргәләге ағастарҙа ҡош һайрауын тыңлап, тамаҡ ялғап ҡалды механизаторҙар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 327

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 268

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 289

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 360

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 363

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500