Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әсе тир түккәнгә — тамыры татлы
Әсе тир түккәнгә — тамыры татлы— Егеттәр сөгөлдөр сәсеүҙе тамамланы, — ти “Ергән” МТС-ының Ишембай бүлексәһе идарасыһы Миңлейәр Әминев. — Быйыл уны 400 гектарға яҡын ерҙә үҫтерәсәкбеҙ.
Бүлексәнең ере бик күп. Һөрөнтө баҫыуҙар ғына ла 10 мең гектарға яҡын. Ете ауыл Советына ҡараған халыҡтың пайҙарын ҡуртымға алғандар. Һуңғы йылдарҙа техник культураларға иғтибар бермә-бер арттырылған. Мәҫәлән, көнбағыш үҫтереү был яҡтарҙа отошло һанала.
— Беҙҙең баҫыуҙар төрлө ерҙә булғас, районды арҡыры-буйға үтеп, Ғафури сигенән Мәләүезгәсә һуҙыла, — ти баш агроном Таһир Йосопов. — Көнөнә 400-ҙән ашыу километр юл үтергә тура килә...
Әйтеүе генә анһат, был Өфө менән Әбйәлил араһы бит! Эйе, мәшәҡәтле лә, сәмле лә, йәмле лә саҡ сәсеү мәле. Бөгөн ошо хәстәрлектәргә башҡаһы ҡушыла: күңел йылы ямғыр көтә, йәшелләнгән баҫыуҙарҙа ҡый үләне баш ҡалҡыта, сәсеүлектәргә өҫтәмә ашлама индерергә кәрәк. Ашлама тигәндән, минераль ашлама сәсеү алдынан да, уның барышында ла тейешле күләмдә кертелгән. Хәҙер шыйыҡланғанын һибергә ҡала. Химик утау өсөн агрегаттар әҙер. Ерҙән бит алып ҡына ҡалмай, уға бирергә лә кәрәк. Хәл йыйҙыртыу өсөн сәсеү әйләнешенә күпме талап ителһә, шунса пар ере ҡалдырылған, арыш сәселгән.
Бүлексәнең эше менән райондың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Риф Бохаров та ҡәнәғәт.
— Ишембай игенселәре йылдың-йылы ваҡытында сәсеп, үҫтерелгәнен йыйып алырға тырыша. Тик бына 2010 йылда һәм былтыр ҡоролоҡ булды. Уның килерен алдан һиҙемләргә лә өйрәнеп бөттөк. Тупраҡты быраулап ҡарайбыҙ. Ярай әле 2011 йылда мал аҙығын кәрәгенән күберәк итеп әҙерләп ҡуйғайныҡ...
Алдан хәстәрен күргәндәре өсөн быйыл ҡыш мал һанын кәметмәү генә түгел, хатта аҙмы-күпме арттырыуға ла өлгәшкәндәр. Малсылыҡ менән игенселек Әсе тир түккәнгә — тамыры татлыайырылғыһыҙ бит ул. Ошо ике тармаҡ бөгөн ауыл халҡын эшле итә, хужалыҡтарҙы йәшәтә. Уҙған йылғы ҡоролоҡтан күргән зыян өсөн субсидия бүленеүе лә район хужалыҡтарына иш янына ҡуш булған. Барлығы 250 тонна элиталы орлоҡ һатып алғандар. Орлоғоң ниндәй — уңышың да шундай бит. Техника яғына килгәндә, бөгөн бөтә Рәсәй ауыл хужалығының иң ауыртҡан ерелер. Ишембайҙар бирешмәй, төрлө юлдарын табып, һуңғы йылдарҙа күпмеһендер яңырта алғандар. 2012 йылда, мәҫәлән, 35 миллион һумлыҡ ҡайтарылған. МТС бүлексәһенең дә барлыҡ техникаһы бар, күбеһе сит илдә сығарылған.
— Комбайндарҙы арттырғанда ҡамасауламаҫ ине, — ти бүлексә идарасыһы Миңлейәр Әминев, — уңыш мул йылды ҡыҫынҡыға тура килә. Башҡа хужалыҡтарға ла ярҙам итергә кәрәк бит...
Сәсеүҙән тыш, бөгөн хужалыҡтың тағы бер төп хәстәрлеге — малсылыҡ. Бында барлығы 600 баш һыйыр малы аҫрала. Фермаларҙы быйылдан йүнәтеп, яңы һөт үткәргестәр, һыуытҡыстар ҡуйырға кәрәк. Шуның өсөн дә “500 ферма” программаһына ҡушылмаҡсылар.
— Беҙҙең механизаторҙарҙың күбеһе — йәштәр. Йәшлек дәрте менән сәмләнеп эшләйҙәр, — ти МТС бүлексәһенең тармаҡ етәксеһе Вәлиулла Латипов. — Сит ил техникаһын да тиҙ үҙләштерҙеләр, планды үтәгәс, эш хаҡтары ла ҡәнәғәтләнерлек.
Сәсеү барышы оҫта ойошторолғанға бәйле булһа, орлоҡто дымлы ергә ваҡытында һалыу — механизаторға. Шуға ла бер нисә исем-фамилияны атамаһаң, яҙыҡ булыр. Ужым культураларын туҡландырыуҙа Рәфҡәт Төхвәтуллин, Юнир Ғәлиуллин тырышып эшләһә, водителдәр Айрат Хәйруллин менән Фәнил Вәлидовҡа үҙ эшендә еткәндәр булмаған. Химик утауға Ғайса Ғәлин сыҡҡан. Иген сәсеүҙә Марат Шаһиев, Әнүәр Сәйфетдинов, Афзал Гутов, Әмир Фәхретдинов, Павел Кулясов, Андрей Суховтар ал-ял белмәгән. Рәүеф Ибраһимов, Раил Муллагилдин, Фаил Уразаевтар сөгөлдөр сәсеүҙең башынан аҙағынаса тир түккән.
“Башҡортостан”дарҙың ҡул арты еңел булдымы, сәсеү тамамланыуға игенселәрҙең теләктәрен Хоҙай ҡабул иттеме — Торатау яғынан болот күтәрелде лә, йәшен ҡамсылары болоттарҙы телгеләп, ергә эре тамсыларҙы тупылдатты. “Үткән йылғы ҡоролоҡ ҡабатланмаһын, — тиеште сөгөлдөрсөләр. — Ергә бәрәкәт килтерһен яуған ямғырҙар!”




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 247

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090