Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаулығыбыҙ малдыҡына бәйле
Һаулығыбыҙ  малдыҡына бәйлеБашҡортостанда ветеринария хеҙмәте ниндәй кимәлдә?

Үҙгәрештәр, яңылыҡтар талап иткән бер мәлдә, беҙ ҙә “Иҡтисадсылар ҡоро”н башҡа рубрика менән алыштырырға, күтәреләсәк теманы бүтән алымдар менән яҡтыртырға уйлағайныҡ. Ләкин уҡыусыларыбыҙҙы борсоған теге йәки был мәсьәлә буйынса тулы мәғлүмәтте, белгестәр фекерен еткереү өсөн ҡорға йыйылып һөйләшеүҙән дә яҡшыһы юҡ, тигән ҡарарға килдек. Шулай итеп, сираттағы ҡорға рәхим итегеҙ!
Бөгөнгө тема — ветеринария хеҙмәте күрһәтеү. Күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты табырға Башҡортостандың Ветеринария идаралығы етәксеһе урынбаҫары Раян Шәймөхәмәт улы БАЙМӨХӘМӘТОВ менән гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Миҙхәт улы ҒӘБИТОВ ярҙам итәсәк.

— Һеҙҙең хеҙмәт тормошта, бигерәк тә ауыл тормошонда баһалап бөткөһөҙ. Ләкин бөгөн килеп тыуған хәлдәр ветеринария өлкәһен дә көрсөккә терәп ҡуйҙы. Баҙар шарттарына күскәс, элек дәүләт ҡарамағында булған хеҙмәт күрһәтеү алымдары ла үҙгәрҙе. Ошондай шарттарҙа тотҡан урынығыҙ ниндәй?
Раян БАЙМӨХӘМӘТОВ:
— Һис йәшермәйем, ауыл хужалығында зоотехниктар бөтөп бара, хатта юҡ тиергә лә була. Тик алдынғы райондарҙа ғына ҡалды. Дәүләт системаһында эшләгән ветврачтар ҡала килә, сөнки ҙур хужалыҡтарҙың ҡайһыһы юҡҡа сығып, ҡайһыһында мал кәмеһә лә, белгестәр ауыл халҡы малын ҡарай. Шуны әйтергә кәрәк: бушҡа ҡарай. Был нисек килеп сығамы? Яп-ябай. Ауыл, район хакимиәтендә уларға: “Ҡустым, һин эш хаҡын бюджеттан алаһың бит, дауай, халыҡ малын да ҡара”, — тиҙәр. Уйлаһаң, ауылдарҙа дәүләт ҡарамағында мал да юҡ тиерлек, барыһы ла шәхси эшҡыуар, фермер һәм ябай халыҡтыҡы.
Шуныһы тынысландыра: ғәмәлдә беҙҙең республикала мал һаны бер кимәлдәрәк тора. Эйе, кәмеү бар, ләкин башҡа төбәктәр араһында был яҡлап күпкә өҫтөнбөҙ. Шуға ла беҙҙең ветеринария хеҙмәтендә эшләүселәр һаны Волга буйы округында иң күбе. Тотҡан урыны буйынса ла тәүгеләр рәтендә. Бөтәһе биш меңгә яҡын кеше эшләһә, өс меңе — бюджет иҫәбендә.
— Бөгөнгө көн яңыса эшләүҙе, яңынан-яңы ысулдар ҡулланыуҙы талап итә. Ветеринария хеҙмәте күрһәтеүҙә лә үҙгәрештәр барҙыр?
— Әлбиттә, заманға ҡарап атламаһаң, алға китеп булмай. Республика ветеринар лабораторияһы эшләй. Был бит инде ауыл малы өсөн генә түгел, беҙҙә хатта аҙыҡ-түлектең составын да асыҡлап була. Малдың тоҡомон, ниндәй нәҫелдән, ҡайһыһы тыуҙырғанын да белергә мөмкин. Мәҫәлән, “Африка тағуны” (чума) тигән ауырыу килеп сыҡты. Ул Төньяҡ Кавказда башланды, килә-килә Рәсәйгә таралды. Беҙҙең Башҡортостан да хәүефле зонаға инде, сөнки күрше Ырымбур өлкәһендә ике осраҡ теркәлде. Татарстанда бер партия колбасаны яндырҙылар. Беҙ уртала ҡала киләбеҙ...
— Ауырыу аҙыҡ-түлек аша тараламы, әллә сәбәп башҡа нәмәләме? Кешегә йоғонтоһо ҡурҡынысмы?
Раян БАЙМӨХӘМӘТОВ:
— Төп таратыусылар — ҡабан сусҡалары. Шуға лабораторияла уларҙан алынған анализдар ҙа тикшерелә. 15 минут эсендә ауырыуҙы асыҡлайбыҙ. Халыҡты тынысландыра алабыҙ: был ауырыу кешегә ҡурҡыныс түгел. Сусҡаға йоға, бик тиҙ тарала. Уға ҡаршы бер ниндәй вакцина, дарыу ҙа, тимәк, дауа ла юҡ. Тик ҡанын сығармайынса үлтереп, яндырырға ғына ҡала.
Себер язваһының, исмаһам, вакцинаһы бар. Шуның арҡаһында малды һаҡлап алып ҡалабыҙ. Ләкин, юҡ-юҡ та, килеп сыҡҡылай. Уның бациллаһы ерҙә 100 — 150-шәр йыл һаҡлана. Ошо ятҡылыҡ өҫкә сыҡтымы, сирҙең таралыуы ихтимал. Төҙөлөш, ер эштәре барышында ла бынан быуат элек күмелгән үләкһәнең сир бациллалары сығарылыуы бар.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ағзаһы булғас, ситтән ит ризыҡтары индереүгә ҡапҡалар киң асылды. Рәсәй төбәктәре араһында ла алыш-биреш артты. Сит илдән тере мал индереү сикләнһә лә, тоҡомло һыйыр малы алыу тыйылманы. Был йәһәттән атҡараһы эш бик күптер. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе нисегерәк хәл итәһегеҙ?
Раян БАЙМӨХӘМӘТОВ:
— Ситтән мал индереү үтә хәүефле, сөнки республикала ниндәй саралар күрелгәнен беләбеҙ. Ә бына ситтән килтерелгәне — бик сетерекле мәсьәлә. Мәҫәлән, былтыр октябрҙә Өфө районына Ырымбур өлкәһенән 345 баш һарыҡ индергәйнеләр. Декабрҙә Иглин районына 541 башты Ҡаҙағстандан килтергәндәр. Ветеринар-оҙатыу һәм ветеринария хеҙмәтенең тауар-транспорт документтары булмағас, тиҙ арала кире ебәрҙек.
Республикаға мал индерер өсөн хужа 30 көн алдан уҡ рәсми рәүештә ветеринария хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә тейеш. Унда ҡайҙан һәм ҡайҙа килтерелергә тейешлеге, тоҡомо, йәше, ҡушаматы, ниндәй маҡсатта, күпме күләмдә алырға йыйыныуҙары тураһында мәғлүмәт бирелә. Ошо документтарҙы алғас, республика ветеринария хеҙмәте идаралығы төбәктәргә хәбәр итә һәм малдарға эшләнгән прививкалар тураһында белешмә ала. Тағы шуныһын әйтергә кәрәк: ветеринария-санитария ҡағиҙәләренә ярашлы, ай буйы һатып алынасаҡ малдар карантинда тотола, йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы прививка яһала, тышҡы паразиттарҙан таҙартыла. Барлыҡ был эштәрҙән һуң ғына урындан ветеринар-оҙатыу документтары бирелә. Был документтар биш көн эсендә файҙаланылырға тейеш, юҡһа, көсөн юғалта.
Сит илдән һатып алыуға килгәндә, 2012 йылда 384 баш һыйыр малы килтерелгән. Рөхсәтте “Россельхознадзор” бирә. Юллау мәсьәләһенә оҙон-оҙаҡ туҡталып тормайынса, шуны ғына әйтке килә: сараны ойоштороу өсөн бар яуаплылыҡ Рәсәй фирмалары иңенә һалына.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Барыбер ошо талаптарҙы урап уҙыусылар юҡ түгелдер, минеңсә. Ундайҙар бөтә өлкәлә лә табылып тора бит. Хатта күпме сик һаҡсылары булып та уны боҙалар, аҙыҡ-түлек килеп инә, наркотик... Бында ғына малды ситтән ҡыуыу әллә ни тормаҫ. Бигерәк тә һарыҡ һымаҡ вағыраҡтарын.
Раян БАЙМӨХӘМӘТОВ:
— Эйе, Илдар дөрөҫ әйтә, халыҡ әлегә бөтәһен дә аңлап етмәй. Мәҫәлән, берәй кеше малсылыҡ менән шөғөлләнергә теләй, ти. Аҡсаһы бар, бинаһы табылған. Дуҫ-ише аша малды табып ала ла, барып, шундай һәйбәт һарыҡтар, тип алып та ҡайта. Ысынлап та, тәү ҡарамаҡҡа шәп күренә. Мәҫәлән, Ҡаҙағстандағы ауырыу беҙҙә юҡ, Ҡытай яғынан бешмә (ящур) килеүе мөмкин. Халыҡҡа үтенес шул: тәүҙә мотлаҡ урындағы ветеринария хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Эйе, ситтән мал керә. Бигерәк тә Ҡорбан байрамы ваҡытында. Ҡайһы бер эшҡыуар ҡарап тормай, киләм дә һатып аҡса эшләйем, тип уйлай. Ә малда ниндәй ауырыу бар икәне ҡыҙыҡһындырмай.
— Әйтәйек, эшҡыуар, намыҫһыҙ алыпһатар тип өҫтәргә кәрәк, бер ҡайҙа ла теркәлмәгән итте килтереп һата, ти. Хәҙер бит юл буйҙары туп-тулы баҙар, шашлыҡ бешереүселәр. Уларҙы нисек тикшереп бөтәһең?
Раян БАЙМӨХӘМӘТОВ:
— Республикала 2010 йылда Президент Указы менән инспекция хеҙмәте төҙөлдө. Бер йыл ныҡлы эшләп алдыҡ, һөҙөмтәләр ҙә бар. Шул егеттәр рейдтарға сыға. Полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә лә эшләйбеҙ. Былтыр, мәҫәлән, дүрт райондан меңдән ашыу һарыҡты кире оҙаттыҡ.
— Был — килтерелгәне. Ә бына республика эсендәгеһе...
— Республикала ветеринария хеҙмәте яҡшы ҡуйылған, тип иҫәпләйем. Былтыр, мәҫәлән, бөтә малды ла иҫәпләһәң, 23 миллион башҡа ҡарата ветеринария сараһы ҡулланылған. Шул иҫәптән 6 миллион 100 мең диагностик тикшереү һәм 11 миллион вакцинация үткәрелгән. Шулай уҡ дауалау-иҫкәртеү эше 135 миллион ҡошҡа, 495 мең баш бал ҡорттары ғаиләһенә яһалған.
Айырым карточкалар астыҡ. Элек ауылдарҙа эт менән бесәйҙе уйлап та бирмәй торғайнылар, хәҙер ҡотороу ауырыуынан вакцина һалабыҙ. Әйтеүе генә анһат, күҙ алдына килтерегеҙ: ул бесәйҙе тоторға ла кәрәк бит әле, эттең дә ниндәйе генә юҡ. Ҡотороу сире үтә хәүефле...
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Ҡорбан байрамында ауырыу һарыҡ килтереү күбәйә, тинегеҙ. Минеңсә, байрамдың бында ғәйебе юҡ, намыҫһыҙ эшҡыуарҙар ғына бар...
Раян БАЙМӨХӘМӘТОВ:
— Эйе. Тик изге байрам сараһын файҙаланып, Ырымбур, Ҡаҙағстан, башҡа яҡтан республикаға күпләп мал килтерәләр. Шулай ҙа Ырымбур, Ҡаҙағстан тарафынан керетелгәне ҡурҡыныс. Ғәмәлдә, мәҫәлән, былтыр Өфөгә документаль рәүештә 2 мең баш һарыҡ индерелгән. Ә республика буйынса 7 мең баш тирәһе алынған. Һис сер түгел, дин әһелдәре лә коммерция менән шөғөлләнеп маташа. Һәр мәсет янында беҙҙең хеҙмәткәрҙәр дежур итә. Шулай уҡ мал салыу майҙансығы тураһында район хакимиәттәре менән дә эш алып барыла. Майҙансыҡта һарыҡ салынғас та, ите тикшерелергә тейеш. Ә беҙҙә мәсет эргәһендә салалар. Хәйер, полиэтилен түшәгән булалар, кәрәкмәгән ерен алып китәләр. Ләкин унда балалар ҙа йөрөй бит. Шуға ла айырым майҙансыҡ кәрәк. Татарстанда ул бар. Беҙҙә лә киләһе йыл был маҡсатта ер бүленер, тип уйлайбыҙ.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Ҡалала аңлашыла. Ә бына ауыл ерендә был мәсьәлә борондан хәл ителгән һымаҡ — һәр береһенең хужалығында мал сала торған урын бар...
Раян БАЙМӨХӘМӘТОВ:
— Уныһы шулай. Асылда иһә был урын да билдәләнергә тейеш. Ғөмүмән, йорт-ҡаралты эсендә мал салыу закон буйынса тыйыла.
Ярай, алда һөйләй башлаған һарыҡсылыҡ темаһынан сусҡасылыҡҡа күсәйек. Был да ҙур мәсьәлә бит. Республика халҡына яҡшы ит етештерер өсөн шулай уҡ махсус салыу, салыу алды урындары кәрәк. Ит лабораторияла тикшерелергә тейеш. Хәҙер бит ситтән дә мал күпләп индерелә, артабан да индереләсәк. Тәү сиратта үҙ етештереүселәребеҙгә ярҙам итеү зарур. Бына әле Даниянан керетә башланыҡ. Благоварҙа “Разгуляй” тигән фирма бер сусҡасылыҡ комплексында 100 мең башҡа тиклем аҫрарға уйлай. Киләсәктә бындай комплекс бишәү буласаҡ, был — 500 мең баш сусҡа тигән һүҙ. Бөгөн беҙҙә иң ҙур комплекс — “Рощинский”. Унда 50 мең баш аҫрала. Ситтән мал, ит килеп кергәс, сусҡа итенә хаҡ төштө. Беҙҙең республикала сусҡа етерлек, ләкин ит комбинаттарының салыу майҙандары юҡ. Шуға эшҡыуарҙар итте ситтән — Татарстандан, Белгород өлкәһенән килтерә. Үҙебеҙҙең сусҡасылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтарға ярҙам итер өсөн беҙгә лә майҙансыҡтар кәрәк. Етештереүселәр үҙ тауарын һатып алыусыға тейешенсә алып барып еткерергә тейеш, юғиһә, беҙҙә малды үҫтерә беләләр, һата белмәйҙәр...
Шунан һуң, республикала ваҡ-ваҡ сусҡа фермалары күп. Улар асыҡ хәлдә, ябыҡ түгел. “Африка чумаһы” тип аталған ҡурҡыныс ауырыу бар. Бәләкәй фермаларҙы контролдә тотоуы ҡыйын. Әйтәйек, бөгөн “Максимовка”, “Рощинский” сусҡасылыҡ комплекстарына кеше инә алмай, тик үҙ хеҙмәткәрҙәре генә керә: һыуҙа ҡойона, махсус кейем кейә... Көнө буйы эштә йөрөй, махсус автобуста ҡайта. Ул кеше өйөндә, күрше-тирәһендә сусҡа малы тотмай. “Буфер зонаһы” тип атала. Биш километр радиуста кеше сусҡа аҫрарға тейеш түгел, сөнки бер генә вирус килеп инһә лә, сусҡа фермаһын бөтөрөргә тура киләсәк...
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Хәҙер ҙур ойошмалар — колхоз, совхоздар — тарҡалды. Элек фермалар эргәһендә махсус үләкһә соҡорҙары бар ине. Хәҙер был эште күпмелер кимәлдә алып барырға тырышалар, шулай ҙа тейешенсә түгел. Бындай соҡорҙарҙың булмауы төрлө ауырыуҙың таралыуына ла килтереүе бар бит...
Раян БАЙМӨХӘМӘТОВ:
— Һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙ, контроль беҙҙең яҡтан булырға тейеш. Закон буйынса хужа кеше малы өсөн яуап бирә, хайуанҡайының һаулығын, именлеген тикшерергә, хәстәрләргә бурыслы. Анализға ҡан алырға киләһең, беҙ һиңә аҡса түләнек, тот та ал, тигән һүҙҙәрҙе лә йыш ишетергә тура килә. Район, ауыл хакимиәттәре сессияларында ошо турала гелән әйтә, мәсьәләне күтәрә киләбеҙ. Мал тикшерелергә тейеш. Әгәр үлеп ҡалһа, хужа уны махсус урынға илтергә бурыслы. Ундай урындар, ниндәй генә хәлдә булмаһын, бар.
— Һөйләшеүҙе йомғаҡлап, һүҙҙе тағы ла кадрҙар мәсьәләһенә йүнәлтке килә. Күреп торабыҙ, бөгөн ветеринария хеҙмәткәрҙәренең эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, ә бына алған аҡсалары башҡарған бурыстарына ҡарағанда күпкә аҙыраҡ. Ауыл ерендә ветеринарһыҙ булмай. Киләсәктә йәштәр ошондай мәшәҡәтле лә, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бысраҡ та, хәүефле лә, яуаплы ла һөнәрҙе һайлармы?
Раян БАЙМӨХӘМӘТОВ:
— Ветеринар һөнәре — перспективалы. Әлбиттә, бөгөн күп белгестәр ҡала ерен һайлай. Хәҙер бит тоҡомло эт, бесәй, ҡош тотоу модала. Ветеринарһыҙ булмай. Етмәһә, ҡалала ул табышлы эш һанала. Был тәңгәлдә эҙләнәбеҙ, аныҡ саралар күрәбеҙ. Үҙебеҙҙең аграр университет, техникум бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл белгестәр әҙерләү кәмей, ҡыҫҡартыуҙар бара. Аныҡ эштәргә килгәндә, һәр районда, ҡалала ветстанциялар бар. Беҙҙең ведомствоның 71 ойошмаһы эшләй. Был бик һирәк ерҙә шулай. Йәш белгестәр өсөн түләүле практика ойошторолған. Бюджет аҡсаһынан түгел, хеҙмәт күрһәтеүҙән килгән аҡсаны практика үткән йәш белгескә түләйбеҙ. Шулай итеп, йәштәрҙе ауыл еренә йәлеп итәбеҙ. Башҡа юлдар ҙа эҙләйбеҙ. Алда әйткәнемсә, ветеринария һөнәренең киләсәге, мөмкинлектәре ҙур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 301

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090