Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сүбәк сәйнәп май сыҡмаҫ
Һуңғы бер нисә йылдың ҡоро килеүе ауыл хужалығының торошона, игенселек һәм малсылыҡ продукцияһы етештереүгә кире йоғонто яһамай ҡалманы, әлбиттә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Әбйәлилдә ауыл эшсәндәренең тырышлығы менән үҫтерелгән уңыш һәр саҡ ваҡытында йыйып алына, ҡышҡа етерлек мал аҙығы запасы, фураж туплана.

Үткән ике-өс йылда, мәҫәлән, шартлы бер баш малға аҙыҡ берәмеге район буйынса 25 центнерҙан кәм булманы. Ләкин төбәктең ауыл хужалығы предприятиеларында бер нисә йыл рәттән мал һаны, малсылыҡ продукцияһы етештереү күләме кәмей, ҡасандыр дан тотҡан районда тармаҡ бөтөнләй юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында ҡалды. Һүҙ юҡ, айырым хужалыҡтар, атап әйткәндә, «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы, «Башаҡ», «Аграрий» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре малсылыҡты үҫтерергә тырыша, әммә бер нисә хужалыҡ тотош Әбйәлилдәге хәлде яҡшырта алмай.
Күптән түгел райондың «Башаҡ» йәмғиәте базаһында хужалыҡ етәкселәренең, белгестәренең сираттағы кәңәшмәһе үтте. Унда яңғыраған һандар тармаҡтың ағымдағы йылда ла артҡа сигенеүен дәлилләй. Ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы Р. Ҡарабандин әйтеүенсә, тармаҡта хәл бик киҫкен, һәр йүнәлештә күрһәткестәр былтырғы кимәлдән ҡайтыш. Мәҫәлән, мал һанын алайыҡ: Кусимов исемендәге, «Аграрий», «Иҙел» хужалыҡтарынан башҡа урындарҙа уның кәмеүенә юл ҡуйылған. Районда һыйыр малы, 186 башҡа кәмеп, 1 мартҡа 6139 ғына тәшкил иткән (Совет осоронда бер хужалыҡта шунса иҫәпләнә торғайны. – Авт.). Һыйырҙар ҙа байтаҡҡа кәмегән. Бөгөн райондың ауыл хужалығы предприятиеларында ни бары 2590 баш (үткән йылға ҡарата 98 процент) һыйыр тороп ҡалған. Бының төп сәбәбе – малды хужалыҡ ихтыяждары өсөн күпләп тотоноу. Мәҫәлән, ике айҙа 430 баш үрсем алынған, тотонолған мал һаны иһә 450 башҡа еткән.
Баш белгес малсылыҡ продукцияһы етештереү буйынса ла эштең кирегә тәгәрәүен билдәләне. Мәҫәлән, ике айҙа былтырғы кимәлдән байтаҡҡа кәметеп, 4665 центнер һөт етештерелгән, һәр һыйырҙан уртаса 269 килограмм (былтыр 343 килограмм булған) һөт һауылған. Белгестең әйтеүенсә, был тәңгәлдә район республика кимәленән (514 килограмм) ике тапҡырға тип әйтерлек артта ҡала.
Етештерелгән һөттө һатыуҙа ла ыңғай һөҙөмтәләр юҡ. Ике айҙа, мәҫәлән, 3986 центнер һөт һатылып, күрһәткес былтырғы кимәлдең 82 процентын тәшкил итә. Бында һөттөң тауарлылығы ҙур әһәмиәткә эйә. Ә ул районда бик түбән, күпселек хужалыҡтарҙа – ни бары 60-70 процент. Райондың баш технологы быны хужалыҡтарҙың яһалма һөт (ЗЦМ) һатып алыуға иғтибар бирмәүе, һөттөң хужалыҡ эсендә күп тотонолоуы менән аңлатты.
Ит етештереү ҙә ыңғай бармаған, күрһәткес үткән йылдың ошо осорона ҡарата 87 процент тәшкил иткән. Малдан тәүлегенә уртаса артым алыу, былтырғынан 37 грамға кәмеп, 337 грамм булған.
Көтөүҙе тулыландырыу, тоҡомсолоҡ буйынса ла эш ырамай. Идаралыҡтың тоҡомсолоҡ эше белгесе Ю. Мөхәмәтшина һыйыр һәм таналарҙан аҙ үрсем алыныуы, ошо сәбәпле төп көтөүҙе тулыландырыуҙың һүлпән барыуы тураһында һөйләне. Белгестең фекеренә өҫтәп шуны әйтке килә: һәр кәңәшмәлә, семинарҙа әйтелеүенә ҡарамаҫтан, бына нисә йыл инде хужалыҡтарҙа яһалма ҡасырыу эше яйға һалынмай. Бының сәбәбе хужалыҡ етәкселәренең, баш белгестәрҙең тармаҡты техник-ҡасырыусылар менән тәьмин итеүгә, уларға лайыҡлы эш хаҡы түләүгә, ғөмүмән, тоҡомсолоҡ эшенә битарафлыҡ күрһәтеүенә ҡайтып ҡала.
Идаралыҡтың баш иҡтисадсыһы Г. Мостафинаның тармаҡ буйынса атаған һандары ла ҡыуанырлыҡ түгел. Ул сифаттың насар булыуын да билдәләне. Тимәк, тауарҙың хаҡы ла түбән. Мәҫәлән, һатылған бер килограмм һөт өсөн «Красная Башкирия» хужалығына 15,05 һумдан түләнһә, Кусимов исемендәге хужалыҡтың продукцияһы 11,90 һум менән һатылған. Барыһы ла һөттөң таҙалығына, ҡуйылығына, аҡһымдарға бәйле. Хужалыҡтарҙа малсыларға эш хаҡы түләү буйынса ла хәл насар. Республикала тармаҡтағы уртаса эш хаҡы 10831 һум булһа, беҙҙә күрһәткес ни бары 6306 һум тәшкил итә.
Бындай кире күренештәр борсоуға һала, райондың малсылыҡ тармағында бер ҡасан да ыңғай үҙгәреш булмаҫ кеүек тойола. Бына нисә йыл яҡшы үрҙәргә өлгәшеү маҡсатында етәкселәр, белгестәр республикалағы алдынғы хужалыҡтарҙың тупһаһын тапай, бихисап кәңәшмәләр, семинарҙар үткәрелә, бының өсөн күпме дәүләт аҡсаһы сарыф ителә, әммә йөк һаман урынынан ҡуҙғалмай. Бер нисә йыл элек ай йомғаҡтарын тикшереү буйынса кәңәшмәләрҙең хужалыҡтарҙа үткәрелә башлауы ниндәйҙер һынылыш булырына өмөтләндергәйне – килеп сыҡманы. Мал һаны, продукция етештереү нисек кәмеһә, әле лә шулай дауам итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 325

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500