Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөт етештереү арта ла бит...
Һөт етештереү арта ла бит...Игенсене лә, малсыны ла етештергән тауарҙың хаҡы арзан булыуы борсой

“Нива” яуаплылығы сикләнгән тоҡомсолоҡ йәмғиәтенең генераль директоры Йәүҙәт Сәйетгәрәев менән осрашып һөйләшкәндән һуң бәрхәттәй еребеҙҙе ҡәҙерләп һаҡларҙай кешеләрҙең байтаҡ булыуы һөйөндөрҙө. Юҡһа, ҡайһы бер төбәккә барһаң, ҡыйыҡтары ҡуптарылып алынған йәки ташландыҡ төҫ алған элекке мал ҡураларын, иген келәттәрен күрәһең. Шөкөр, әкренләп тергеҙелеп килә малсылыҡ һәм игенселек тармаҡтары.

Хужалыҡ эшсәндәренең ваҡыты тығыҙ сағына тура килдек. Игенсе өсөн дә, малсыларға ла яҙҙың һәр көнө етди имтихан шул.
Дүртөйлө районының “Нива” тоҡомсолоҡ йәмғиәте — күптән билдәле, өлгөлө хужалыҡтарҙың береһе. Хәйер, республика малсыларының күбеһе уның менән яҡшы таныш. Тоҡом малы үрсетеүҙәренә байтаҡ: 1982 йылда ҡара-сыбар тоҡомло мал алып ҡайтып, ошо йүнәлештә ныҡлап эш башлағандар. “Башплемсервис” предприятиеһының ҡул аҫтында булһалар ҙа, үҙенсәлекле лә, ҡатмарлы ла бурысты атҡарыу нигеҙҙә үҙҙәренең өҫтөндә. Хәҙер тоҡомло малға ихтыяж ҙур, сөнки шәхси ихаталарҙа ла малды ишәйтәләр. Улар ҙа һигеҙ һыйыр аҫрағансы һимеҙ һыйыр аҫрауҙың күпкә отошло булыуына күптән инанды. Шуға ла тоҡомло мал баҙарындағы “Нива” хужалығын юллап килеүселәр байтаҡ. “Башплемсервис” предприятиеһы аша ла еңел табалар. Мәҫәлән, яңыраҡ тоҡомло малдарын Ҡалтасы һәм Краснокама райондарынан килеп алғандар. Теләһәләр, тана-быҙауҙар хужалыҡ эшсәндәренә лә бирелә.
Йәмғиәттең генераль директоры Йәүҙәт Сәйетгәрәевте лә ит һәм һөт хаҡының арзанлығы борсой. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү ҙә әле саҡ аяғына баҫып килгән малсылыҡ тармағын ауыр хәлгә ҡуясаҡ, ти ул. Ярай ҙа ил етәкселәре итте ситтән индереүҙе тыйған сара күрһә. Тиҙ арала ғына һәр хужалыҡ продукцияһын үҙе эшкәртеүгә тотона ла алмай, сөнки башлауы еңелдән түгел. Бынан тыш, электр энергияһына һәм һыуға хаҡтың туҡтауһыҙ күтәрелеүе лә аптырата. Мәҫәлән, “Нива” йәмғиәтендә бер тиҫтә йылда электр энергияһын ҡулланыуҙы өс тапҡырға кәметеүгә өлгәшкәндәр. Шул уҡ ваҡытта уның хаҡы өс тапҡырға артҡан. Һыуға бәйле мәсьәлә лә игенсе һәм малсыны берҙәй борсой. Был төбәктә нефть һурғыстарҙың күплегенә иғтибар итеүселәр барҙыр, моғайын. Хужалыҡ, нигеҙҙә, уларҙың һыуын файҙалана. Былтыр бер кубометр һыу өсөн 17 һум түләһәләр, быйыл хаҡын 43 һумға тиклем күтәргәндәр. Хужалыҡ директоры әле шул хаҡта уйлана, башҡа сараһын тапмаҡсы.
Бына шулай бөгөн ауыл хужалығының көнитмеше. Һәр тинде иҫәпләп, һәр аҙымыңды үлсәп баҫҡан осраҡта ла йыш ҡына аптырашта ҡалаһың. Әммә Йәүҙәт Хисмәт улы зарланмай, алға ҡарап, маҡсаттар ҡуйып йәшәүҙәрен белдерҙе. Әле 1300 баш мал аҫрайҙар, киләсәктә уларҙы 2-2,5 мең башҡа еткерергә ниәтләнәләр. Сәсеү эштәрендә ете агрегат ҡатнаша, орлоҡ та етерлек, яйлап булһа ла техника яңырталар. Әммә етештереүсәнлекте күтәреү өсөн заманса ҡеүәтлеләре күберәк кәрәк.
Әле хужалыҡ иҫәбенә аҡса башлыса һөт һатыуҙан инә. Быйылғы ике айҙа, былтырғы шул осор менән сағыштырғанда, һөт күберәк оҙатылған. Тик уның да хаҡы элеккесә ҡала тиерлек, әле ни бары 12 һумдан ашыу хаҡҡа алалар. Етмәһә, хәҙер сифатына талап юғары. Ярай әле, Дүртөйлө һөт комбинаты иҫәп-хисапты көнөндә үк яһай. Күптәнге һәм ышаныслы партнерҙары.
— Тырыша ер кешеләре. Ергә ерегеп эшләгәндәр, бурысына намыҫлы ҡарағандар тураһында хәстәрлек күрелә. Эш хаҡын ваҡытында түләйбеҙ. Кәрәк икән, игенләтә лә бирәбеҙ. Ҡош-ҡорт менән дә тәьмин итәбеҙ. Дүртөйлөләге “Ағиҙел” шифахана-профилакторийына ялға ебәрәбеҙ. Коллективта йәштәр ҙә, ғаиләләре менән эшләүселәр ҙә бар. Социаль программа буйынса алты ғаилә торлаҡлы булды, быға ла шатландыҡ. Тимәк, улар ошо ерҙә ҡала, ауылдарҙа төпләнә тигән һүҙ. Халыҡтың пай ерҙәрен алдыҡ, эшкәртелеп торолоуы улар өсөн дә һәйбәт, — тип быйыл да һынатмаясаҡтарына ышандырҙы Йәүҙәт Хисмәт улы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 247

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090