Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йүнәлтмәләр йүнлерәктәргә генә бирелһә икән...
Юғары уҡыу йортона имтихан биреү мәле ауыр осор булараҡ хәтергә уйылып ҡалған. Райондарҙан маҡсатлы йүнәлтмә менән килеүселәргә көнләшеп тә ҡуя торғайныҡ, сөнки ундай абитуриент, һынауҙы түбәнерәк билдәгә үтһә лә, уҡырға инде тигән һүҙ. Беҙгә иһә өс имтиханды ла мотлаҡ “биш”кә бирергә кәрәк ине. Бәхет йылмайған кешенең юғары белем аласағына ышанысы бар ине. Әммә күптән түгел күрше төбәктәр ошо йүнәлтмәнән баш тартҡан. Башҡортостанда был йәһәттән хәл нисек?

Берҙәм дәүләт имтиханы индерелгәс тә, мәғариф белгестәрен “Юғары уҡыу йортона ингәндә райондар өсөн махсус урындар бүлеү әһәмиәтен юғалтырмы?” тигән һорау борсой башланы, сөнки маҡсатлы йүнәлтмә менән килгән абитуриенттарҙың күбеһе, ҡулына диплом алғас, тыуған яғына юлланырға ашыҡмай. Ә райондарҙа белгестәргә ҡытлыҡ ҙур, был бер кемгә лә сер түгел. Йүнәлтмәле абитуриенттың, белем алғас, районға әйләнеп ҡайтыуын нисек тәьмин итергә? Ведомство етәкселәре, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, төрлө район вәкилдәре ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт аҡсаһын һөҙөмтәле файҙаланыуға йәмәғәт контроле буйынса совет ултырышында яуап эҙләне. Юғары уҡыу йорттарына маҡсатлы йүнәлтмә менән килеүселәр һанын, уларҙың районға ҡайтыу-ҡайтмауын, уҡыуҙа нисек өлгәшеүен тикшергән эш төркөмө етәксеһе Сергей Чуйкин уйға һалырлыҡ мәғлүмәттәр килтерҙе.
Юғары уҡыу йорттары биргән мәғлүмәт буйынса, 2001 йылда маҡсатлы йүнәлтмәле студенттарҙың 87,5 проценты райондарға эшкә ҡайтһа, былтыр был һан 41,8 процент ҡына тәшкил иткән. Мәҫәлән, Башҡортостан дәүләт аграр университетына йүнәлтмә менән килеүселәрҙең күбеһе һуңынан районға эшкә ҡайтмай. Урындарҙа иһә ауыл хужалығы белгестәренә ҡытлыҡ ҙур. Әйткәндәй, йүнәлтмәле абитуриенттарға бүленгән урындар һаны йылдан-йыл ҡыҫҡартыла. Быны ошо уҡ юғары уҡыу йортонан алынған мәғлүмәттәр ҙә дәлилләй: 2008 йылдан алып йүнәлтмә менән килеүселәр яҡынса ике тапҡырға кәмегән. Конкурстың булмауы абитуриент өсөн ҡыуаныслы булһа ла, был хәл райондарҙың эшләп еткермәүе тураһында һөйләмәйме икән? 2011, 2012 йылдарҙа Ауырғазы, Ғафури, Дыуан, Иглин, Ҡариҙел, Хәйбулла, Салауат, Баҡалы райондары сығарылыш класс уҡыусыларына йүнәлтмә бирмәгән. 2008 – 2012 йылдар һөҙөмтәһенә ҡарағанда, ошо сәбәпле Башҡортостан дәүләт аграр университетында йүнәлтмәле абитуриенттар өсөн бирелгән 465 урын буш ҡалған.
Республикала ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләүсе берҙән-бер юғары уҡыу йортоноң ректоры Илдар Ғәбитов билдәләүенсә, аграр тармаҡҡа килергә теләүселәр өҫтөнлөктән файҙалана.
– Студенттарға заманға ярашлы, төплө белем бирәбеҙ. Университетҡа башлыса ауыл балалары килә. Беренсе курста химия, биология, физика фәндәренән белемдәрен камиллаштырабыҙ. Шуныһы насар: ауыл мәктәптәрендә ошо фәндәрҙе уҡытыу аҡһай, — тине ул. — Ауыл хужалығы министрлығы, район хакимиәттәре менән тығыҙ эш алып барабыҙ. Маҡсатлы йүнәлтмәлеләрҙең барыһы ла уҡыу йортона ҙур теләк менән килә. Әлбиттә, араларында “уҡып бөтөрмөн дә ҡасыу юлын табырмын әле” тип фекер йөрөтөүселәр ҙә бар. Шулай ҙа, районға эшкә барған йәш белгестәргә аҡсалата һиҙелерлек ярҙам күрһәтелә башлағас, улар теләп ҡайта.
Был фекергә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев та ҡушылды.
— Берҙәм дәүләт имтиханы индерелеү менән ошо махсус программа һөҙөмтәлелеген юғалта башланы, ләкин күп балалы ғаиләләр, ауыр тормош хәлендә ҡалғандар тураһында ла оноторға ярамай. Программа тап ошондай ғаиләләргә ярҙам итергә тейеш. Йүнәлтмә менән уҡып сығыусыларҙы килешеү нигеҙендә районға биш йылға эшкә ҡайтарыу өсөн йәш белгескә урында ер йәки торлаҡ биреү, уңайлы эш шарттары булдырыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү фарыз. Йүнәлтмәләр биреү артабан да булырға тейеш, бары тик белгесте районға ҡайтарыу юлдарын эҙләргә кәрәк, — тине ул.
Был тәҡдим менән йәмәғәт советы килеште. Кәңәшмәлә әйтелгән эшлекле фекерҙәр иҫәпкә алынып, тикшереү өсөн Башҡортостан Президентына тапшырыласаҡ.
Республикала “Ауыл табибы” проекты уңышлы эшләй башлағас, йәш медицина белгестәрен ауылға ҡайтарыу мәсьәләһе хәл ителгән кеүек ине. Тик Георгий Шебаевты хәҙер икенсе мәсьәлә борсой: ҡала поликлиникаларында һәм дауаханаларында эшләгән йәштәр ҙә ауылға күсә башланы. “Программаны тиҙ арала ҡайтанан ҡарап, уны үҙгәртмәһәк, ҡалала йәш белгестәр ҡалмаясаҡ”, – тип хәүефләнә министр. Ун мең кешене табиптар менән тәьмин итеүҙең иң түбән күрһәткестәре — Әбйәлил (14,9), Көйөргәҙе (14,7), Хәйбулла (14,7), Стәрлетамаҡ (13,6), Йәрмәкәй (12,9) райондарында. 2007 – 2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университеты бюджет иҫәбенә 2962 белгес әҙерләгән булһа, шуларҙың 1326-һы айырым маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға ингән. Ҡулына диплом алған 1147 йәш белгес эшкә урынлаштырылған. Кушнаренко, Ҡалтасы райондары һәм Ағиҙел ҡалаһы һуңғы биш йылда был юғары уҡыу йортона бер абитуриент та ебәрмәгән.
Юғары белемле медицина белгестәренә ҡытлыҡ кисергән райондарҙан Мәләүездә 30, Илештә – 22, Миәкәлә – 26, Тәтешлелә – 26, Краснокамала 20 табип етмәй.
Уның ҡарауы, республикала педагогтар менән тәьмин итеү һәйбәт ойошторолған. Ҡалала был һан 88,90, ауылда 84,60 процент тәшкил итә. Рәсәй буйынса сағыштырғанда, һәйбәт күрһәткес. Шулай ҙа был йәһәттән аҡһаған райондар ҙа бар: Благовещен, Иглин, Бүздәк, Йәрмәкәй, Благоварҙа, уртаса алғанда, был һан 75 процент тәшкил итә.

Ләлә БЕЙЕШЕВА, йәмәғәт эшмәкәре:
– Был йүнәлтмәне эш хаҡы түбән булған, ауыр тормош хәлендә ҡалған, күп балалы ғаиләләргә бирергә кәрәк. Унда ла тикшереп, лайыҡлыларҙы ғына һайлау мотлаҡ. Ҡоролтайҙа маҡсатлы йүнәлтмә биреү комиссияһы ултырыштарында ҡатнашҡаным бар. Сит төбәктәрҙән килгән балаларға квота биреүҙе сикләргә кәрәк тигән фекерҙәмен. Уларҙың күбеһе республикаға уҡырға инер өсөн генә килә. Рухһыҙ балаларға белем биргәнсе, ошо мөмкинлекте үҙебеҙҙекеләрҙе уҡытыу өсөн файҙаланырға кәрәк. Шуға сит төбәктәрҙән килгәндәргә, был Силәбе өлкәһенә генә ҡағылмай, йүнәлтмә биреүҙе хуплап етмәйем. Райондарҙа иһә уларҙың нисек бүленеүенә иғтибар итергә кәрәк. Күрше төбәктәрҙә йүнәлтмәне бөтөрәләр тигән хәбәр йөрөй. Беҙҙә ошо хәл ҡабатланмаһын ине, сөнки был ябай, ярлы халыҡтың бәкәленә һуғасаҡ. Уларҙың һәләтле балалары наҙан ҡаласаҡ.
Илдар ХӘЛИЛОВ, йәш белгес:
– Мин дә юғары уҡыу йорттарының береһендә йүнәлтмә менән уҡып сыҡтым, тик райондың һуңынан стипендия түләгеһе килмәне. Шуға ла, башҡа студенттарҙан айырмалы, үҙ йүнемде үҙемә күрергә тура килде. Төп маҡсатыма өлгәштем —диплом алдым, шуға күрә бөгөн дә йүнәлтмә биреү һаҡланырға тейеш тигән фекерҙәмен. Үкенескә ҡаршы, илебеҙҙә юғары белем алыу көндән-көн ҡатмарлаша. Йыш ҡына уҡыу йорттарында баланың өлгәшенә түгел, ә ата-әсәһенең кеҫә ҡалынлығына ҡарайҙар. Йүнәлтмә иһә ябай ғаиләләрҙән сыҡҡан, әммә талантлы балаларға юғары белем алыу мөмкинлеген бирер ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 301

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090