Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көрсөк беҙгә лә янаймы?
Европаға көрсөк шәүләһе тынғы бирмәгәндә, Греция, Испания, Франция кеүек илдәрҙә меңәрләгән ризаһыҙҙар урамға шау-шыу ҡуптарырға сыҡҡанда, Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан әлегә һиллек утрауы булып ҡала килә. Хәлебеҙ, ысынлап та, шулай тотороҡломо, әллә хәүеф йәшерен рәүештә беҙгә лә янаймы?

Инвестиция эшһеҙҙәр һанын кәметергә ярҙам итәсәк

Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин республикабыҙҙың быйылғы йылды ниндәй иҡтисади һөҙөмтәләр менән тамамлауы тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты. Бөтөн Европа көрсөккә килеп төртөлгәндә, беҙҙең хәл улай уҡ мөшкөл түгел икән.
Әлбиттә, ниндәй күҙлектән ҡарайһың бит әле. Мәҫәлән, инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән быйылғы эштәребеҙгә һоҡланырлыҡ кеүек. Тәүҙәрәк уны ни бары 180 миллиард һум күләмендә көтһәк, хәҙер иһә ул 250 миллиард һумдан ашып китер тип өмөтләнәбеҙ. Быға инвесторҙар менән әүҙем хеҙмәттәшлек арҡаһында өлгәшелгән. Һөҙөмтәлә, беҙҙең республика Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығының инвестиция йәлеп итеү буйынса дөйөм ил күрһәткестәренән юғарыраҡ уңышҡа өлгәшкәндәр исемлегенә инеп киткән.
Вице-премьер фекеренсә, "Разгуляй" һәм "Башҡортостан бройлеры" кеүек ҡайһы бер проекттар киләһе йылдан уҡ файҙа бирә башлаясаҡ. Әле Көньяҡ Урал райондары проекттарына инвесторҙар эҙләү дауам итә, әйткәндәй, бында аҡса һалырға теләүселәр бөгөндән бар.
Быйыл тулайым төбәк продукты (мөһим иҡтисади күрһәткестәрҙең береһе, етештерелгән тауар һәм хеҙмәттәрҙең хаҡы) бер триллион һумдан ашып китер тип көтөлә. Ә 2015 йылға ҡәҙәр ул 1,4 триллион һумға етер тип күҙаллана. Инфляция ла әллә ни хәүефләндермәй, дөйөм ил буйынса күрһәткестәрҙән артмаған.
Сәнәғәттең үҫеше нисек? Күҙаллауҙар буйынса, уның быйылғы күләме былтырғы йылға ҡарата 106 процент тирәһе буласаҡ. Тимәк, 102 – 102,5 процент кимәлендә тирбәлгән дөйөм ил буйынса күрһәткестәрҙән байтаҡҡа юғары.
Чиновниктар раҫлауынса, инвестициялар өр-яңы эш урындары булдырасаҡ, һәм был үҙ сиратында эшһеҙлек кимәлен бөгөнгө 1,2 проценттан (рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы) 2015 йылға 1 процентҡа тиклем кәметеү ихтималлығын бирәсәк. Шуныһы: рәсми булмаған сығанаҡтарға ышанһаҡ, эшһеҙҙәр һаны алты процент тирәһе икән.

Алдағы өс йылда беҙҙе нимә көтә?

Күптән түгел Ҡоролтай депутаттары төбәктең алдағы өс йылға социаль-иҡтисади үҫеше проектын тикшерҙе. Әйткәндәй, был документты фекер алышыу өсөн Интернет селтәренә лә ҡуйғайнылар.
Беҙҙең ил иҡтисадының хәле тәбиғи сеймалға хаҡтар менән тығыҙ бәйле. Шуға ла документ донъя иҡтисадының төрлө йүнәлештә үҙгәреп китеү мөмкинлеген иҫәпкә алып әҙерләнгән. Әммә иҡтисадыбыҙ киләсәгенең "тотороҡло-өмөтлө" вариантта (Рәсәй бюджеты ла ошо вариантты күҙаллап әҙерләнгән) үҫешәсәгенә ышаныс ҙурыраҡ, шуға ла ул төп нигеҙ итеп алынған.
Был вариантҡа ярашлы, донъя иҡтисадында хәлдәр әллә ни үҙгәрмәйәсәк, ә нефткә хаҡтар юғары көйөнсә ҡаласаҡ (барреленә 97 – 104 доллар тирәһендә) һәм артабан да үҫәсәк. Һөҙөмтәлә республика бюджетында аҡсаға ҡытлыҡ булмаясаҡ. "Консерватив" вариант була ҡалһа, нефткә хаҡтар бөгөнгө кимәлдә ҡалыуын-ҡаласаҡ, ләкин үҫеш кенә көтөлмәйәсәк.
Ә бына нефть 80 долларға тиклем арзанайһа ("өҫтәмә" вариант буйынса), бөтөн икенсел сығымдар артҡы планға күсәсәк. Шулай ҙа иң хәүефлеһе – тәбиғи сеймалға хаҡтың 60 долларға тиклем "тәгәрәүе". Быныһы инде беҙҙең иҡтисадҡа туранан-тура көрсөк менән янай. Йәғни һәр йәһәттән "билде биштән быуырға" тура киләсәк.
Шулай уҡ Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүенән тауар һәм хеҙмәт баҙарында конкуренцияның артыуы ла етди мәсьәлә булып тора икән. Бөгөнгө көндә республика иҡтисады һаман да тейешле кимәлдә төрлө яҡлап үҫешеп етмәгән (йәғни бөгөн дә тәбиғи сеймал хаҡтарына күҙ төбәп көн итәбеҙ), конкурентлыҡ һәләтен юғалтыу хәленә еткән элекке предприятиеларҙың өлөшө ҙур, шуға күрә тышҡы йоғонтолар һис тә эҙһеҙ үтмәйәсәк.
Был документты әҙерләүселәр беҙгә тағы нимәләр вәғәҙә итә һуң? Мәҫәлән, халыҡ һанының артыуы көтөлә. Ҡала халҡы йылдам үҫәсәк, ә ауыл халҡы, киреһенсә, кәмейәсәк тип күҙаллана.
Республикала эшкәртеү сәнәғәтенең өлөшө артасаҡ, нефть һәм урман эшкәртеү буйынса алдынғы булмаһаҡ та, транспорт саралары, төрлө металл әйберҙәр, аҙыҡ-түлекте күберәк сығара башлаясаҡбыҙ. Әгәр бөтәһе лә һәүетемсә барһа, 2015 йылға уртаса эш хаҡы күләме лә 29,3 мең һумға етәсәк. Әйткәндәй, бюджет өлкәһендә эшләгәндәрҙеке бөтәһенекенән дә йылдамыраҡ үҫәсәк.

Шулай итеп...

Әлегә хәүефләнергә бер ниндәй ҙә етди сәбәп юҡ кеүек. Нефткә һәм газға хаҡтар тотороҡло һаҡланып килә, иҡтисад та ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. Яҡшыға өмөтләнергә сәбәптәр байтаҡ. Ә бына Европала хәлдәр ни өсөн мөшкөл, халыҡ ниңә шулай болара һуң? Баҡһаң, улар фекеренсә, бының өсөн нигеҙ етерлек. Мәҫәлән, Грецияла һуңғы йыл дауамында ғына минималь эш хаҡы күләме 488 евроға (яҡынса 19 500 һум), ә эшһеҙлек өсөн пособие 356 евроға тиклем төшкән (яҡынса 14200 һум). Евросоюз тарафынан бындай кәмһетелеүгә түҙә алмаған гректар (көрсөккә ҡәҙәр илдә уртаса эш хаҡы мең евро – яҡынса 40 мең һум тәшкил иткән) нисәмә ай тап шуның өсөн пыран-заран килеп туҙына ла инде...
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090