Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уҡытыусылыҡтан — фермерлыҡҡа
Уҡытыусылыҡтан — фермерлыҡҡаАуылдан сыҡҡандарға Өфөлә төпләнеп китеүе еңел түгел. Эше табылһа ла, торлағы көс етмәҫтәй. Ҡағылып-һуғылып, ахырҙа тыуған төйәгенә кире ҡайтырға мәжбүр күптәр. Күгәрсен районының Һикһәнбай ауылы ҡыҙы Альбина Вәлиева ла, Себерҙә лә, Өфөлә лә тамыр ебәрә алмағас, уйға ҡала. Уҡытыусы аҡсаһына ғына фатир һатып алыу мөмкин түгел. Ике балаңды эйәртеп, кеше тупһаһын күпме тапарға була? Моғайын, ире ҡаршы килмәҫ. Уның да бит ирлек сәме, ғәре бар: үҙ нигеҙен ҡороу тураһында хыяллана. Ҡала егете булһа ла, ҡулынан эш килә. Иң мөһиме – балта эшенә маһир. Ауылда ла бына тигән итеп йәшәп алып китәсәк ул...

Руслан, әйтерһең дә, ҡатынының ауыҙынан ошо һүҙҙең сығырын көтөп кенә торған — ризалашыу ғына түгел, эләктерә һалып ала. Эйе шул, өй һалырҙар, мал аҫрарҙар...
Шулай итеп, 2008 йылда Ҡалайға (Һикһәнбай халыҡ телендә шул исем менән ҡалған) юл алалар. Егермеләп кенә йорт ҡалған ауыл, ундағы тормош-көнкүреш күңелгә бигүк ятып етмәһә лә, ауылдаштарына ҡарап, елкәң соҡор булмаһа, бында ла йәшәргә мөмкин икәнлеген аңлайҙар. Еңел автомобилдәрен һатҡан аҡсаға “ГАЗель” алып, әйберҙәрен тейәйҙәр ҙә Күгәрсенгә ҡайтып төшәләр. Буш торған алты мөйөшлө өйҙө һатып алалар. Кәртә лә, мунса ла юҡ. Тирә-яҡ — ҡола ялан. Иң тәүҙә өйҙө, ихатаны тәртипкә килтерергә кәрәк, ҡалғанын яйлап йүнләрбеҙ тип, ремонтҡа тотоналар. 13 баш башмаҡ һатып алалар. Һимертеп һатһаң, “тере” аҡса бит. Көтөүгә йөрөтмәйенсә, кәртәлә аҫрайҙар — мал шулай тиҙерәк һимерә. Иттәрен Күмертауҙа ҡуш ҡуллап алалар.
Яйлап ике һарай аяҡҡа баҫа. Крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырыу уйы менән яна хужалар. Был юҫыҡта Интернеттан теләгән бер мәғлүмәтте табып була.
— Соҡона торғас, Әстрхан өлкәһенең сайтында “Племресурс” тигән программаға юлыҡтыҡ. Унда ҡуй һарығы үрсетеү тураһында һүҙ бара ине. Был турала Башҡортостанда берәй һүҙ алып барыламы икән тип эҙләнә торғас, Иглин районы сайтына барып инһәк, унда ҡуйҙар тураһында реклама бар, — тип көлөп иҫләй йәш фермер Альбина Закир ҡыҙы. — Шылтыратып һөйләштек тә киттек Иглингә. Алты баш һарыҡ, бер тәкә алып ҡайттыҡ унан. Ҡиммәт кенә икән: инәләре — етешәр, тәкәһе ун мең һумға төштө.
Тәжрибәһе булмағанлыҡтан, Альбина райондың ветеринария хеҙмәте менән аңлашылмаусылыҡҡа тарый. Баҡһаң, районға уларҙың рөхсәтенән тыш ситтән мал алып инергә ярамай. Бының өсөн штраф түләргә тура килә фермерға. Бәхетенә, һарыҡтары сәләмәт булып сыға. Әҙәм балаһы кеше хатаһында түгел, үҙенекендә яҡшыраҡ өйрәнә бит: хәҙер Альбина ветеринар талаптарының нимәнән ғибәрәт булыуын яҡшы белә.
Шуныһы ғәжәп: йәйен ҡуйҙарын ҡатын үҙе көтә. Эҫе тимәй, ямғыр тимәй, малдарын ваҡытында утлатып, ваҡытында һыулауға төшөрә. Ҡышҡа көр ингәндәренең бәрәстәре лә ҙур, сәләмәт булып тыуа.
— Меринос тоҡомло һарыҡтарым да бар. Улар менән сағыштырғанда, ҡуй бәрәстәре һыуыҡҡа сыҙамлыраҡ. Кәртәлә инәләре янында һин дә мин үҫтеләр. Ә меринос бәрәстәре бик сибек — өйгә алып инергә мәжбүр булдым, — тип, аҙмы-күпме тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша фермер. — Ҡыҙыҡ өсөн бер ҡуй тәкәһен һуйып ҡарағайныҡ, 37 килограмм ите, 9 килограмм майы сыҡты. Тимәк, нәҡ был тоҡом менән шөғөлләнеүҙе һайлап, яңылышмағанмын тип ҡыуанам.
Әле Альбинаның 51 баш ҡуйы бар. Ҡышын тағы ла үрсем аласағына өмөт тота ул. Ғөмүмән, ҡаланан ялҡып, ауыл эшенә йәне-тәне менән тотонған ҡатындың киләсәккә уй-ниәттәре ҙур. Элекке колхоз заманында ауылда 3000 баш һарыҡ аҫралған. Ниңә эште ошо йүнәлештә киңәйтмәҫкә?
— Ҡуй инәләрен 300 — 400 башҡа тиклем еткерергә уйлайбыҙ. 70 гектар ерҙе биш йылға ҡуртымға алырға ғариза яҙҙым. Элекке колхоздың машина-трактор оҫтаханаһын һатып алдыҡ. Ниәттәр ҙур ҙа ул, тик бына республикала һарыҡсылыҡ һәм кәзә үрсетеү буйынса берәй программа булһа, бәлки, ярҙам тойор инек... — тип уйҙары менән уртаҡлашты хужа.
Альбинаның уңғанлығына, өлгөрлөгөнә хайран ҡалырһың. Уйлап ҡараһаң, хужалығы башлыса уның иңендә бит. Ире ял көндәрендә генә өйҙә — Өфөлә төҙөлөштә ялланып эшләй, сөнки балалы ғаиләгә көндәлек “тере” аҡсаһы ла кәрәк. Ялдарында ҡайтып, ғаиләһенең тормош-көнкүрешен яйға һалырға тырыша: өйөнә йылытыу торбалары үткәргән, һыу селтәре булмаһа ла, душ кабинаһын да ҡуйған. “Мунса һалғанға тиклем душы ла ярар”, — ти ул, көлөмһөрәп.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Күгәрсен районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Альбина
    Альбина от 07.12.2012, 18:29
    Рахмат Рашида апай!






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 322

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 381

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 266

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 337

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 287

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 358

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 360

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 260

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494