Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Атлы ГөлдәрСабып барған атты туҡтатып, ауыҙлыҡлап, йүгән кейҙерерлек ҡатын-ҡыҙҙар бар бит арабыҙҙа! Ҡыйыу һәм тәүәккәл, ғәйрәтле һәм ныҡыш ҡатындың был аҙымы хаҡында ишеткәс, райондың ир-егеттәре: “Ай-һай, беҙҙең танауға сиртте бит!” — тип ғәрләнеп тә киткән, ти. Ысынмы-юҡмы, һүҙем был турала түгел.

Хәйбулла районының Һамар ауылында йәшәүсе Гөлдәр Хәкимова Өфөләге йылҡысылыҡ заводынан башҡорт тоҡомло 11 ҡолон алып ҡайта. Ҡолондарҙың да ниндәйҙәре бит! Береһенән-береһе матурыраҡ, йылҡылдап торған малҡайҙар. Билдәле булыуынса, башҡорт тоҡомло аттар үҙҙәренең сыҙамлылығы менән айырылып тора. Улар ҡышты тибендә йөрөп сыға ала. Тәпәш буйлы был аттар ныҡ һәм көслө.
Сибек кәүҙәле, ипле һөйләшкән Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы бер йыл элек сусҡа үрсетеү менән шөғөлләнгән. Яңы ғына башлап ебәргән фермер хужалығын, Африка чумаһы хәүеф тыуҙырғас, йылҡысылыҡ тармағына алмаштырырға мәжбүр булған ул. Ни өсөн йылҡысылыҡ тигән һорауыма Гөлдәр Хәкимованың яуабы әҙер ине.
— Бөгөн был тармаҡты үҫтереү буйынса Хөкүмәтебеҙ тарафынан төрлө программалар ҡаралған. Йылҡысылыҡ — бар яҡлап файҙалы һәм килемле тармаҡ. Киләсәктә ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнергә лә уй юҡ түгел. Әлегә ҡолондар йәш, улар тоҡом бирә башлағансы өс йыл тирәһе үтәсәк. Йылҡы итенә лә ихтыяж ҙур. Шуға күрә тырышырға кәрәк, — тип йылмайып ҡуйҙы геройым.
Уңған ханым аттарҙы үҙ эшен башлаусылар өсөн бүленгән 300 һумлыҡ субсидияға һатып алған. Быйылғы ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә сәсеүлектәрҙең гектарынан ни бары 3 центнер уңыш биреүенә ҡарамаҫтан, барлыҡ ашлыҡты һолоға алмаштырған. Бөгөн Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы бесәнлек өсөн 50 гектар ер юллай. Уның башланғысы район хакимиәтендә хуплау табыр һәм ярҙам ҡулы һуҙырҙар тигән ышаныста ҡалайыҡ. Шулай ҙа: “Бындай тәүәккәл аҙымға барырға нимә мәжбүр итте?” — тигән һорауыма яуап таптым шикелле.
— Улымдың киләсәге өсөн тырышам. Мәктәптә бик яҡшы уҡый, артабан юғары белем бирә алмаһам, нишләрмен, тигән уй тынғылыҡ бирмәне, — тине ҡатын.
Балаһының киләсәге өсөн янған әсәнең һүҙҙәренә лә, уның ирҙәрсә ҡыйыу аҙымына ла нисек һоҡланмайһың инде?! Ҡатын-ҡыҙҙы көсһөҙ зат тип әйтергә күнекһәк тә, улар күпкә көслө һәм тырыш, иң мөһиме, маҡсатҡа ынтылыусан. Тарихтан билдәле булыуынса, башҡорт тоҡомло аттар яуҙарҙа ҡыйыулығы, ныҡышмаллығы, еңел идара итеп булыуы, хужаһына тоғролоғо менән дан тотҡан. Киләсәктә Гөлдәр Исмәғил ҡыҙының аттары ла тоҡомона тап төшөрмәй, хужабикәһенә тоғро хеҙмәт итер, уның ышаныслы дуҫтарына әүерелер, тигән теләк белдерге килә. “Атлы Гөлдәр” тигән исем алған фермер ҡатындың малы Хәйбулла далаларын тултырыр, уның данын арттырыр әле, тигән уй ҙа юҡ түгел.
Кәримә УСМАНОВА
Хәйбулла районы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487