Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөт-ҡаймаҡ табыш килтерә
Йәшерен-батырын түгел: хәҙер ауыл кешеһенең төп ышанысы, нигеҙҙә, ихатаһындағы мал-тыуарында. Йыл әйләнәһенә ишле мал баҡҡандарҙың өҫтәленән ит һәм һөт ризыҡтары өҙөлмәүе менән бергә донъяһы ла бөтөн. Иң мөһиме — иртәгәһе өсөн күңеле тыныс. Көнө-төнө тигәндәй тәрбиәләргә тура килһә лә, мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт үрсетеп, нисек тә аҡса йүнләргә тырышалар. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем һөт-ҡаймаҡ һатып та килем алалар. Бынан тыш, хәҙер шәхси хужалыҡтарҙан һөт йыйыу һәр төбәктә юлға һалынған. Элекке кеүек тауар өсөн аҡса түләүҙе кисектереүҙәр юҡ тиерлек.

— Ишле мал аҫрап, һөт тапшырған ҡайһы берәүҙәр айына 10-12 мең һум аҡса эшләй, — тине Благовар районында булғанда “Ырыҫҡолов” предприятиеһы етәксеһе Дамир Ырыҫҡолов. — Ике-өс баш һыйыр һауғандар ҙа айына уртаса 2-3 мең һум табышлы була. Ауыл халҡы, нигеҙҙә, “тере” аҡсаны шулай күрә.
Дамир Әнүәр улы әйтеүенсә, районда шәхси хужалыҡтарҙан һөт йыйыу 2000 йылда ойошторолған. Февраль аҙағынан башланған был эш көҙ үтеп ҡар ныҡлап ятҡансы дауам итә. Быйыл районда халыҡтан 1200 тонна самаһы һөт ҡабул ителгән. Элегерәк күрһәткес юғарыраҡ та булған, хәҙер иһә һөт тапшырыусылар кәмей төшкән. Сәбәбе байтаҡ. Мәҫәлән, һәр ҡайҙағыса, ауылдар “ҡартая”, йәштәрҙең барыһы ла ишле мал аҫрарға ынтылып бармай. Шулай уҡ, колхоз-совхоздар тарҡалғас, малға фураж хәстәрләү ауырлашҡан. Шулай ҙа тырышып-тырмашып мал-тыуар ишәйтеүселәр бар. Ҡайһы бер ауылдарҙа хатта сәмләнешеп донъя көтәләр. Мәҫәлән, бер урамлы ғына Ҡарғалыбаш ауылында Тәнзилә Арыҫланова 90 тонна һөт йыйған. Район буйынса һөттө иң күп тапшырыусылар — Балышлыла. Ошо ауылда Фәүзи Байназаровҡа 123 тонна һөт тапшырылған.
Туғыҙ ауыл Советына ҡараған ауылдар хеҙмәтләндерелә. Дүрт машина дүрт йүнәлеш буйынса сыға һәм продукция Күсәрбайҙағы пунктта туплана, унда таҙартыла, эшкәртелә, һыуытыла ла Бәләбәйҙәге һөт заводына оҙатыла.
— Халыҡтан һөт йыйыу менән 30 кеше мәшғүл. Быйыл 9 миллион һумлыҡ тауар тапшырылған. Еңелдән булмаған хеҙмәттә үҙҙәрен һынатмай, халыҡ менән килешеп эшләгәндәр байтаҡ. Мәҫәлән, Сынташтамаҡтан Нәсимә Ғайсина ире Фәрит менән 100 тоннанан ашыу һөт ҡабул итте. Тик хаҡы ғына ҡәнәғәтләндермәй. Уны беҙ түгел, ә эшкәртеүселәр, баҙар көйләй. Шуға ла арзанға йыйырға мәжбүрбеҙ. Әле литры 10 һум менән ҡабул ителһә, йәй 8-9 һумға тапшыралар. Хаҡын күтәрмәҫ өсөн сифаты түбән тип тә һылтау табалар. Был — эшкәртеүселәрҙең күптән нығынған фекере. Һәр ауылда һөт анализ яһап ҡабул ителә, хәүефләнергә урын юҡ, — тине Дамир Әнүәр улы.
Етәксенең һүҙҙәрен ҡеүәтләп, ауыл кешеһе етештергән тауар хаҡының ҡатып ҡалған урындан тиҙерәк ҡуҙғалыуын теләге килә.
М. ХАРИСОВА.
Благовар районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 327

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 268

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 289

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 360

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 363

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500