Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Крәҫтиәндең рухы күтәренке
Крәҫтиәндең рухы күтәренкеАуыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан беҙҙең хәбәрселәр Шишмәлә булып, райондағы ҡайһы бер хужалыҡтарҙың эш һөҙөмтәләре менән танышып ҡайтты. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы баш агрономы Дамир Хәмил улы Ҡотдосов беҙҙең һорауҙарға ихлас яуап бирҙе.

— Шишмәнең тармаҡ эшсәндәре һөнәри байрамын нисек ҡаршылай?
— Йыл ҡоро килде, шуға ҡарамаҫтан, районыбыҙ хужалыҡтары ярайһы уҡ уңышлы эшләне. Дөйөм алғанда, баҫыуҙарҙан барлығы 53 500 тонна иген йыйылды. Уңыш гектарынан уртаса 15,7 центнер тәшкил итте. Әлеге көндә сөгөлдөрҙө йыйыу дауам итә. “Татлы тамыр”ҙың уңышы гектарынан — уртаса 260 центнер. Көнбағыш та һәйбәт кенә үҫте, барлығы 10 000 тонна тәшкил итте. Шартлы бер баш малға 29,5 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнде. Былар – һандар һәм факттар. Шуларға өҫтәп, бер фекеремде лә әйтеп китәйем: ниндәй генә һынауға дусар булмаһын, ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәһен, ауыл хеҙмәткәрҙәре бирешмәй, эшләй, илде туйҙыра, йәғни крәҫтиән рухы тере.
— Илдәге үҙгәртеп ҡороуҙар һәм башҡа хәл-ваҡиғалар ауыл халҡын айырыуса миктәтте, әммә крәҫтиән иген үҫтереүҙән, ит, һөт етештереүҙән туҡтамай. Бының рух ныҡлығынан башҡа сәбәптәре лә барҙыр бит?
— Әлбиттә. Уйлауымса, был йәһәттән ауыл хужалығы тармағына инвесторҙар йәлеп итеү сәйәсәте баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Тағы шуны әйткем килә: Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, республикабыҙҙың ҡайһы бер башҡа райондарында был тәңгәлдә эшләйһе ле эшләйһе әле. Ә беҙҙең районда бөгөнгә инвесторһыҙ хужалыҡ ҡалманы. Шуныһын да билдәләйек: Шишмәгә инвесторҙар күптән килде. Районыбыҙҙағы май һәм шәкәр заводтары, әйтәйек, бына нисәмә йыл инде ауыл иҡтисадын үҫтереүгә тос өлөш индереп килә.

Крәҫтиәндең рухы күтәренкеТармаҡтың яңы һулышы
“Закир-Шишмә” йәмғиәте бер нисә ауылды ҡурсауға алған

...Кешеләрҙеке кеүек үк, ауылдарҙың да яҙмышы төрлө. Шуныһы бәхәсһеҙ: тормошто фәҡәт кеше яҡшырта ала. Һуңғы йылдарҙа Шишмә районы биләмәһендә урынлашҡан Йәрмәй, Ҡалмаш, Түбәнге Тирмә, Үрге Тирмә, Слак ауылдарының йәнләнеүе-йәмләнеүе лә айырым шәхестәрҙең булмышына һәм эшмәкәрлегенә, уларҙың, ауырлыҡтарҙан өркмәйенсә,
ил хәстәрен үҙ иңенә тәүәккәл ыйөкмәүенә бәйле...

Ошо хаҡта фекер йөрөткәндә уйҙар, ирекһеҙҙән, тарихи үҫештә кешенең әһәмиәтенә барып тоташа. Уның баһалап бөткөһөҙ икәнлеген инҡар итеүселәр һирәктер. Үрҙә һанап киткән ауылдар бөгөн “Закир-Шишмә” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә күҙ терәп тора икән, был — айырым шәхестәр тарафынан ҡабул ителгән һәм ғәмәлгә ашырылған ҡарар. Тап ошо йәмғиәт бер нисә ауыл халҡының бөлгөнлөк упҡынынан сығыуына булышлыҡ иткән һәм шул тарафтарға яңы һулыш өргән, киң мөмкинлектәр асҡан. Был осраҡта төбәкте инвестициялау ниәтен ғәмәлгә ашырған Альберт Нуриман улы Баһауетдинов хаҡында һөйләп үтмәү яҙыҡ булыр. Республикала ярайһы уҡ киң билдәле һәм абруйлы шәхес ул. Бынан 10 йыл элек ойошторолған “СНЭМА-сервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры булып эшләй. Хеҙмәттәштәре һәм туған-тыумасаһы, дуҫ-иштәре араһында ифрат аҡыллы, төплө белемле, кешелекле һәм үтә яуаплы кеше тигән даны бар. Заманына күрә алдынғы ҡарашлы, уңған, эшһөйәр Закир олатаһының яҡты иҫтәлегенә бағышлап, уның исеме менән атаған был хужалыҡты Альберт Нуриман улы. Әйткәндәй, ул Шаран районында тағы бер хужалыҡты инвестициялаған һәм уны ла “Закир” тип нарыҡлаған. Күрәһең, олатаһына ҡарата ихтирамы әйтеп бөткөһөҙ ҙур. «Ауыл хужалығы етештереүе нигеҙҙә ике төп тармаҡтан торһа, беҙ шуның икеһе буйынса ла эшләйбеҙ, — ти етәксе. — Иген, көнбағыш үҫтерәбеҙ, орлоҡ фондын тулыһынса алмаштырыуға өлгәштек. 1300 баш һыйыр аҫрайбыҙ. Һауылған һөттө Бәләбәй заводына тапшырабыҙ. Бер малсылыҡ бинаһын реконструкциялайбыҙ, унда һөт цехы асмаҡсыбыҙ, ҡаймаҡ, кефир, май етештерергә уйыбыҙ бар. Үҙебеҙҙең һуғым цехын да булдырғанбыҙ». Әйткәндәй, инвестор хужалыҡтың матди-техник базаһын нығытыуға айырыуса ҙур иғтибар бирә. Һуңғы йылдарҙа ғына ла, мәҫәлән, бында Германияла сығарылған “Джон-Дир» маркалы трактор, сәсеү комплексы һәм башҡа техника һатып алынған. Ошо маҡсатҡа барлығы 200 миллион һум самаһы аҡса тотонолған. Альберт Баһауетдинов үҙе әйтеүенсә, ауыл хужалығы менән мауығып китеүен баштараҡ хобби кеүегерәк ҡабул иткән, ә артабан был эшкә бөтә күңеленән ылыҡҡан. Тәжрибәле етәксе үҙ ҡурсауы аҫтына алған ауылдар өсөн яңынан-яңы яҡшы эштәр башҡара. Хужалыҡ биләмәһендәге быуаны таҙартып, шунда карп балығы ебәреүе генә лә ни тора! Инвесторҙың был эштәрен урындағы халыҡ хуп күрә. Хәйер, башҡаса булыуы мөмкин дә түгелдер, моғайын. Бынан бер нисә йыл элек кенә артабан нисек көн итергә белмәй аптыраған нисәмә кеше эшле булды! Әйткәндәй, хәҙер бында 98 кешенең даими эш урыны бар. Баҫыуҙарҙа ҡыҙыу осорҙа тағы ла 60-лап кеше йәлеп ителә. Ауыл халҡы Альберт Нуриман улы ҡылған изгелектәрҙән ифрат ҡәнәғәт. Ә ул үҙе хужалыҡтағы уңыштарҙы ла, киләсәккә өмөттәрҙе лә ауыл эшсәндәренең тырышлығына бәйләй. Дөрөҫлөк барҙыр, сөнки бында һәр кем үҙ бурысын еренә еткереп, яратып башҡара. Һауынсылар Әлфирә Мостафина менән Гөлсирә Байкова, механизаторҙар Нияз менән Фларит Ибраевтар, Фрат Абдрахманов, Фәнзил Байков, Әлфрит Ибраһимов, баш бухгалтер Әлмирә Ибраева айырыуса ихласлыҡтары менән айырыла, күптәргә өлгө булып тора. Дөйөмләштереп әйткәндә, ауылдары яңы һулыш алған был төбәктә тормош көндән-көн күркәмләнә.

Крәҫтиәндең рухы күтәренкеЭҙләнеүҙәр юлында
“Нерал-Агроүҙәк» заман талаптарына ярашлы эшләй

Шишмә районының ҡасандыр гөрләп торған Салауат исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһын да заман елдәре һис аяманы. Хужалыҡҡа ҡараған Сәлих, Әлкә, Ураҙбахты, Арыҫлан, Ирек, Богомоловка, Санжаровка, Заводяновка һәм Шапаровка ауылдарында көн итеүсе халыҡ өмөтһөҙлөккә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелә башлаған осорҙа был тарафҡа баш ҡаланан “Нерал-Агроүҙәк” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тигән етди инвестор килде. Әйткәндәй, был предприятиеның етәксеһе Сергей Александрович Комаров уңышлы эшҡыуар, оҫта етәксе булараҡ билдәле.

Баҙар иҡтисады шарттарында бай тәжрибә туплап, республикала киң билдәлелек яулап өлгөргән компания үҙенең ауыл хужалығы тармағындағы эшмәкәрлеген дә бик оҫта башлап алып китте. Яңы ойошторолған ауыл хужалығы предприятиеһын “Нерал-Шишмә» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тип атанылар. Төп йүнәлеш — малсылыҡ. Әлеге көндә бында 1200 баш һыйыр малы аҫрала. “Ҡасандыр төҙөлгән аҙбар-ҡураларҙы яңы ҡорамалдар менән йыһазландырабыҙ, мал-тыуар асыҡ һауала бәйһеҙ көтөлә, ашатыу автоматлаштырылған”, — тип һөйләй компанияның баш агрономы Петр Филиппович Гололобов. “Һуңғы ике-өс йылда абердино-ангусс тип аталған тоҡомло мал үрсетеү менән мәшғүлбеҙ, уның ите ифрат тәмле, уны “мәрмәр ит” тип тә йөрөтәләр”, — тип һүҙгә ҡушыла хужалыҡтың баш агрономы Владимир Петрович Лысенко. Мәғлүм булыуынса, юғары сифатлы ит етештереүҙең мөһим шарттарының береһе – юғары сифатлы мал аҙығы булдырыу. “Нерал-Агроүҙәк” был мәсьәләне лә уңышлы хәл итә. Етәкселәр билдәләүенсә, 1200 гектар майҙанда люцерна, күстерә, донник, кәзә, судан үләндәре һәм витаминға бай башҡа культуралар үҫтерелә. Өҫтәүенә был хужалыҡтың күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үлән орлоғо етештереүгә махсус сертификаты бар. Йәғни төп эшмәкәрлектән тыш, бында республикабыҙ хужалыҡтарына һәм хатта сит өлкәләргә лә орлоҡ һатып, байтаҡ табыш алалар. «Үҫемлекселек тармағына килгәндә, 5440 гектар баҫыуыбыҙ бар, шуның 3500 гектарында иген игәбеҙ, 500 гектарҙан ашыуында көнбағыш сәсәбеҙ», — тип асыҡлыҡ индерә Владимир Петрович. Инвесторҙар хужалыҡҡа тағы бер яңылыҡ килтергән: бындағы 380 гектар майҙанда Башҡортостанда бик билдәле булмаған, нут тип аталған яңы культура үҫтерә башлағандар. Ул, нигеҙҙә, Урта Азияла, Пакистанда, Һиндостанда, Үзбәкстанда, шулай уҡ Ырымбур өлкәһендә осрай. Ҡәҙимге борсаҡтан күпкә ҡатыраҡ, былау бешергәндә дөгөгә ҡушыла, үҙенән генә лә тәмле аш йә бутҡа бешереп була икән. Аминокислотаға бай был үҫемлекте шәкәр диабеты менән яфаланыусыларға һәм күҙҙәре насар күргәндәргә ашау файҙалы. Инвесторҙар йәлеп ителеү хужалыҡҡа ҡараған ауылдар халҡының тормош-көнкүрешен яҡшыртыу мөмкинлеге биргән. Йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуға, уларға һәр яҡлап ярҙам итеүгә тейешле иғтибар бирелә. Шуға ла хужалыҡта мәшғүлдәрҙең үҙ бурысын ихлас, тырышып үтәүе тәбиғи. “Беҙҙә алтын ҡуллы бер нисә механизатор бар, — тип ғорурланып билдәләй Петр Филиппович. – Һүҙем Шамил Кәримов, Алексей Мазур, Рөстәм Каспранов, Рафаэль Мостаев һәм Роберт Собханғолов хаҡында. Был егеттәрҙең һәр ҡайһыһы техниканың бөтә төрөнә лә еңел идара итә”. Шулай итеп, элекке Салауат исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһында күңелгә үтә лә ятышлы нәмәләр күрергә насип булды. Хужалыҡта эш ҡайнай. Бындағы етәкселәр һәм белгестәр эшмәкәрлекте тағы ла һөҙөмтәлерәк алып барыу маҡсатынан туҡтауһыҙ эҙләнеү юлында. Киләсәктә улар Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып баҫыуҙы “Ноутил” системаһы буйынса эшкәртеүгә тотонмаҡсы. Бөтә донъяла, бигерәк тә АҠШ, Аргентина, Австралия һәм башҡа илдәрҙә әүҙем ҡулланылған был ысулдың асылы төрлө культураларҙы һөрөлмәгән ергә сәсеүгә ҡайтып ҡала. Инвесторҙар раҫлауынса, алдынғы системаны файҙаланыу – заман талабы. Дөрөҫ, был яңылыҡты индереү өсөн байтаҡ сығым талап ителәсәк, сөнки “Ноутил» — махсус орлоҡтар, система талаптарына ярашлы ер эшкәртеү ҡеүәһенә эйә техника, тупраҡты ашлау өсөн химия сараларын үҙ эсенә алған тотош комплекс ул. Ҡыҫҡаһы, юғарыла телгә алынған ауылдарҙың тормошон йәмләндереп ебәргән, шунда йәшәгән халыҡты эш менән тәьмин итеп, киләсәккә өмөттө арттырған “Нерал-Агроүҙәк» компанияһының маҡсаты изге.

Крәҫтиәндең рухы күтәренкеУндайҙар – ил терәге
“Әғле” хужалығы эшмәкәрлек даирәһен киңәйтә

Аллаһы Тәғәләнең әҙәм балаһына биргән иң оло бүләге ғүмерҙер. Уның ҡәҙерен белгәндәр йылдар буйы, айҙар буйы ғына түгел, һәр көн, һәр сәғәт яҡшы ғәмәлдәр, изгелектәр ҡылып йәшәргә ынтыла. Һәм маҡсаттарына өлгәшә лә улар. Янып йәшәйҙәр. Арымай-талмай халыҡҡа, илгә хеҙмәт итәләр. Ундайҙар ысын мәғәнәһендә — ил терәге. Шундай замандаштарыбыҙ араһында республикала һәм тотош илдә фермерлыҡ хәрәкәтенә тәүләп юл һалыусыларҙың береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
Наил Әхтәм улы Әғлиуллин да бар ине.

Ғәйәт тәрән белемле, иҫ китмәле ойоштороу һәләтенә эйә, үтә лә уңған, кешелекле, миһырбанлы һәм ихлас кеше булды ул. Билдәле шағир һүҙҙәре менән әйткәндә, ул гүйә бәйгеләрҙә сапҡан ат кеүек йәшәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ахирәткә иртәрәк китте. Әммә был көслө лә, рухлы ла шәхестең бәйгеләргә бәрәбәр ғүмер юлы бик күптәргә өлгө һәм фәһемдер. Наил Әхтәм улы уҙған быуаттың ҡатмарлы 90-сы йылдарында уҡ ойошторған «Әғле» крәҫтиән (фермер) хужалығы бер нисә йыл эсендә Шишмә районында ғына түгел, бөтә Башҡортостан, хатта Рәсәй күләмендә билдәлелек яуланы. Ауыл хужалығының ниндәй генә тармағына тотонмаһын, мотлаҡ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште был шәхес.
Наил Әғлиуллиндың иген баҫыуҙары хайран ҡалырлыҡ таҙа, уңдырышлы, ул үҫтергән бәрәңге, кәбеҫтә, кишер һәм башҡа йәшелсә телде йоторлоҡ тәмле лә, сифатлы ла булды. «Әғле» ҡаҙҙары ла һоҡланып туймаҫлыҡ ине. Һәр тармаҡта ул эшен еренә еткереп, заманса технологияларҙы ҡулланып башҡарҙы. Хужалыҡты кәрәкле техника менән көсәйтергә тырышты һәм быға өлгәште лә. Үҙе китте, башлаған эше ҡалды. Шөкөр, атаһының дилбегәһен үҙ ҡулына улы алды.
Илдар Наил улы медицина институтын тамамлаған, һөнәре буйынса – фармацевт. “Доктор плюс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштороп, өс дарыухана асып өлгөргән. Әйткәндәй, әле был предприятиеға уның хәләл ефете Әлфиә Ғәли ҡыҙы етәкселек итә. Ә ғаилә башлығы башкөллө фермерлыҡҡа егелгән. Атаһының эшен дауам итеп кенә ҡалмай, “Әғле»нең эшмәкәрлеген ярайһы уҡ киңәйтеүгә лә өлгәшә.
Был юҫыҡтан сағыу миҫал – күрше Благовар районының Үҙрәкбаш ауылындағы ҡаҙ фермаһын тергеҙеүе. «Хәҙер беҙҙең хужалыҡта барлығы 25 мең ҡаҙ аҫрала, – тип мауығып һөйләй Илдар Наил улы. – Ғәмәлдә йомортҡа етештереү менән шөғөлләнәбеҙ». Әйткәндәй, “Әғле”нең ҡаҙ йомортҡаһын Башҡортостан ҡулланыусылары ғына түгел, алыҫ Себерҙән һәм хатта Ҡаҙағстандан да килеп алалар. Әле 60 мең дана йомортҡа һыйҙырышлы яңы инкубатор урынлаштырыла.
“Уңыш сере нимәлә?” – тигән һорауға йәш етәксе былай тип яуапланы: «Ураҡ тамамланғас та беҙ яуаплы белгестәр менән бергәләшеп хужалыҡтың иҡтисади мөмкинлектәрен барлайбыҙ, шунан киләсәккә пландар ҡорабыҙ, сөнки эш һөҙөмтәле булһын өсөн иҫәп-хисап теүәл алып барылырға тейеш”. Уның менән килешмәү мөмкин түгел. Артабан етәксе хужалыҡта юғары квалификациялы белгестәрҙең әһәмиәте хаҡында ла әйтеп үтте. “Коллективыбыҙ бик һәйбәт, – тине ул. – Баш агрономыбыҙ Азат Шәүкәт улы Йосопов – ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Голландия технологияһы буйынса бәрәңге үҫтереү темаһына диссертация яҡлаған. Баш инженерыбыҙ Илгиз Хөснулла улы Әхмәтйәнов үҙен һәләтле ойоштороусы итеп танытты, урынбаҫарым Руслан Венер улы Үләмәев – уң ҡулым, таянысым. Механизаторҙарыбыҙҙың, шоферҙарыбыҙҙың эше лә фәҡәт маҡтауға лайыҡ».
Күренеүенсә, “Әғле” башҡарған эш бихисап. Иң мөһиме – хужалыҡ йәмғеһе 130 кешене эш менән тәьмин иткән. Етәкселәренең пландары ла байтаҡ. Мәҫәлән, киләсәктә бында баҫыу майҙандарын киңәйтмәкселәр. Иманым камил: атаһының эшен лайыҡлы дауам итеп, әле үк үҙен ил терәге булырҙай ир-егет итеп танытып өлгөргән Илдар Әғлиуллин яҡты хыялдарын мотлаҡ тормошҡа ашырыр.
Шишмә районынан махсус битте Хөриә Абыҙгилдина менән Владимир Карабанов (фото) әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 319

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 258

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 491