Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡоролоҡ ҡурҙы, уңышты ҡырҙы...
Ҡаза эҙемтәләрен Хөкүмәт 6 миллиард тип баһаланы

Рапорттар яҙыу, йәғни “рапортомания” заманалары үтеп бара шикелле. Ниһайәт, аҡты — аҡ, ҡараны ҡара тип әйтә башланыҡ. Ил етәкселәренең ауыл хужалығына ҡағылышлы сығыштарын, дөрөҫлөккә тап килгәнерәк отчеттарҙы, крәҫтиәнгә күпмелер кимәлдә йөҙ менән борола башлауҙарын күҙ уңында тотам. Күптәр уйлағанса, бында демократияның әллә ни ҡыҫылышы юҡ. Йылдарҙың бер-бер артлы ҡоро килеүе, айырым хужалыҡтарҙың ғына түгел, тотош төбәктәрҙең, дөйөм алғанда, Рәсәй ауыл хужалығының көрсөккә терәлә барыуы ысынбарлыҡҡа асыҡлыҡ индерергә мәжбүр итә. Улайһа, отчеттарға ҡарағанда, сәсмәгән баҫыуҙарҙан “уңыш” ала, аҫралмаған һыйырҙарҙы “һауа” башлағайныҡ.

Ни өсөн йылдарҙың ҡоро килеүе урындарҙағы хәлгә айыҡ күҙ менән ҡарарға мәжбүр итә? Сәбәбе ябай — Хөкүмәт етәкселәре ҡоролоҡтан ҡаза күргәндәргә төрлө ташлама, субсидиялар бирергә, башҡа төрлө ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Страховка органдарына эштәрен күрһәтеп ҡалырға яйы сыҡты: элегерәк колхоз-совхоздар, фермерҙар баҫыуҙарында сәселгән иген, техник культураларҙы бигүк страховкалап бармай ине, хәҙер, йылдар ҡоро килгәс, уйлана төштөләр. Ҡайһы саҡ йылдар буйы страховка аҡсаһын ала алмай йөрөһәләр ҙә, ҡаза күреүҙәрен иҫбатлау өсөн ҡосаҡ-ҡосаҡ документ тултырырға, суд юлдарын тапарға тура килһә лә, ҡурсалаусы, түгелгән аҡсаларының күпмелер өлөшөн булһа ла кире ҡайтарыу мөмкинлеге булған урындарға бара башланылар. Тимәк, Хөкүмәттән ярҙам алыу өсөн дә, страховка юллау өсөн дә дөрөҫлөк кәрәк. Ауыл хужалығындағы бөгөнгө демократияның бар асылы, кем әйтмешләй, арифметикаһы шунда.
Ҡоролоҡтан ҡаза күргән төбәктәргә ярҙам йөҙөнән, дотация рәүешендә Рәсәй Хөкүмәте 6 миллиард һум аҡса бүләсәге һәм ошо көндәрҙә ауыл хужалыҡтарының уны ала башлаясағы тураһында белдерҙе. Был күпмелер кимәлдә шатландырһа, ысынында иһә аптырашта ҡалдырҙы: Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы “ҡара иҫәп” менән генә лә 12 миллиард һум көткәйне. “Төбәктәр, әле алынып бөтмәгән килемдәрҙе ҡушып, 43 миллиардлыҡ зыян күреүе тураһында еткерҙе. Улай иҫәпләшеү ҡабул ителмәй. Беҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса, туранан-тура зыян 12 миллиард һум”, — тип белдергәйне министр Николай Федоров. Ошо суммаға Финанс министрлығына документтар тапшырылырға тейеш. Күп эксперттар билдәләүенсә, 6 миллиард һум банктарҙағы кредиттарҙы ҡаплауға, эш хаҡын түләүгә, башҡа сығымдарға ла етмәй. Ә бит илдә иң күп икмәк биргән 20 төбәк ҡаза күргән. Ҡалмыҡстан, Башҡортостан, Татарстан, Чечен, Тыва республикаларында, Ставрополь, Алтай крайҙарында, Волгоград, Ростов, Кемеров, Ырымбур, Һарытау, Ҡурған, Силәбе, Омск, Ульяновск, Томск, Новосибирск, Брянск өлкәләрендә ғәҙәттән тыш хәл индерелде.
Экспертиза материалдарына ҡарағанда, Рәсәйҙә 5,52 миллион гектарҙа (дөйөм сәсеү майҙанының 7,3 проценты) сәсеүлектәр юҡҡа сыҡҡан.
Башҡортостан буйынса ла төрлө сығанаҡтарҙа төрлө һандар килтерелә. Ҡоролоҡтан 46 райондан, өс ҡала округынан 1526 хужалыҡ ҡаза күргән. Бөтәһе 585 мең гектар сәсеүлек (дөйөм майҙандың 19 проценты) көйөп бөткән (шуларҙың 51 меңе генә страховкаланған), 5 миллион 438 мең һумлыҡ зыян күрелгән. Былар, әлбиттә, яҡынса ғына, сөнки сөгөлдөр баҫыуҙары әлегә бушамаған, иҫәп-хисап эшләнмәгән. Сәсеү, ашлау өсөн һалынған сығымдар ғына зыян күләмен күрһәтмәй, ә уңыштан алынасағын да ҡушһаң, был сумма күпкә артыҡ булыр ине. Әйткәндәй, 2010 йылда зыян 13 миллиардҡа тиң булды. Тағы бер мөһим әйбер: “Инвесткафе” бойондороҡһоҙ аналитик үҙәгенән Антон Сафонов әйтеүенсә, ҡоролоҡтан күрелгән зыян алдағы көндәрҙә иген хаҡының күпме торасағына ҡарап билдәләнергә тейеш. Шулай булһа, Рәсәй Хөкүмәте бүлгән 6 миллиард һум ғына бик аҙ икәнлеге көн кеүек асыҡ. Әйтеүебеҙсә, ҡаза һөҙөмтәһендә зыян төрлө сығанаҡтарҙа төрлөсә бирелә: “Новая экономическая газета” (2012 йыл, 20 октябрь) әлеге материалда күрһәтелгән һандарҙы баҫһа, “Коммерсантъ-Уфа” иһә 27 июлдә үк игенселәрҙең зыянын 6 миллиард тирәһендә фаразлай ине.
Нисек кенә булмаһын, сәсеүгә, тәрбиәләүгә, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшкә (быйыл күп баҫыуҙарҙы күбәләктәр баҫты) һалынған аҡса менән бергә алынасаҡ уртаса табышты ҡушһаҡ, ил буйынса 43 миллиард һумлыҡ зыян күреү тураһында һүҙҙәрҙең ҡоро “боғаҙ йыртыу” ғына түгеллегенә ышанаһың.

Донъя баҙарында үҙ урыныбыҙ булырмы?

Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәс, теләйбеҙме-юҡмы, уның ҡануны буйынса йәшәргә, баҙар кәштәһе артында урыныбыҙҙы табырға тейешбеҙ. Бының өсөн уға һатып алыу өсөн генә түгел, һатыу өсөн дә барыуыбыҙ мотлаҡ. Ауыл хужалығы тауарҙарына килгәндә, ит, һөт, уларҙан яһалған башҡа төр ризыҡ менән әллә ни алдыра алмаһаҡ та (үҙебеҙ донъяның тиҫтәнән ашыу иленән алабыҙ), иген культураларын экспортҡа сығарырға мөмкинлек бар. Һәр хәлдә, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығында быға ышаналар, эштәре менән иҫбатлап торалар. Мәҫәлән, быйыл 1 июлдән 19 сентябрь арауығында ғына ла 6 миллион 892 мең тоннаһы ситкә оҙатылған. 1 сентябрҙән 19-ына тиклем, 20 көн эсендә, 2 миллион 074 тонна экспортҡа сығарылған. Элегерәк Ауыл хужалығы министрлығы 2012 йылда бөтәһе 70–73 миллион тонна иген йыйыласаҡ, тип фаразлаһа, хәҙер “аппетит” көсәйҙе — 70–75 миллионғаса барып етте. Аграр өлкәнең етәксеһе Николай Федоров билдәләүенсә, илдә күсәгилешле 20 миллион тонна запас ҡалдырыласаҡ. Шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәтендә ауыл хужалығы мәсьәләләренә кураторлыҡ иткән Премьер-министр урынбаҫары Аркадий Дворкович белдереүенсә, бөгөнгө шарттарҙа игенде экспортлауҙы сикләү өсөн бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ (экспорт мөмкинлеге 10—14 миллион тонна тип иҫәпләнә). Иҡтисади үҫеш министры Андрей Белоусов “Сочи-2012” халыҡ-ара милли форумында, киреһенсә, Рәсәйҙең ошондай сик ҡуйыу мөмкинлегенә ишара яһаны. Беҙҙең көньяҡ төбәктәрҙәге ҡоролоҡто Ҡушма Штаттарҙағы ҡаты ҡоролоҡҡа тиңләне, донъя баҙарында хаҡтарҙың артыуы ил эсендә лә һиҙеләсәген белдерҙе. “Властар эске баҙарҙы яҡларға һәм игенгә хаҡтарҙың кинәт күтәрелеүенә юл ҡуймаҫҡа тейеш”, — тине Белоусов.
Быйыл, рәсми күҙаллауҙарға ҡарағанда, Рәсәй игенселәре 72–75 миллион тонна иген йыйып алмаҡсы ине. Был иһә 2010 йылғы ҡоро килгән, шул уҡ ваҡытта ауыр шарттарҙа үҫтерелгән, йыйып алынған “рекорд”лы уңыштан күпкә юғары тигән һүҙ (2010 йылда 60,9 миллион тонна йыйылған). Ләкин былтырғыға ҡарағанда (90 миллион тонна) байтаҡҡа кәм. Быларҙан тыш, Рәсәй Иген союзы етәксеһе Аркадий Злочевский әйтеүенсә, дәүләт статистикаһына күрһәтмәйенсә, крәҫтиәндәр хужалыҡ мәнфәғәттәре өсөн 5–6 миллион тоннаһын йәшереп ҡалдыра. Киләсәкте күҙаллағанда, Рәсәй халҡын туҡ йәшәтер, мал аҙығы базаһын фуражлата тултырыу өсөн эске баҙарға 67–70 миллион тонна иген етәсәк. Тимәк, быйыл йыйылған 72–75 миллион тонна ғына, запастағын ҡушҡанда ла, эске баҙарға ла, экспортҡа ла аҙыраҡ килеп сыға. Шулай булғас, бер генә юл ҡала — илдә игенгә, тимәк, икмәккә хаҡтар артасаҡ тигән һүҙ.
Иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Андрей Клепач әйтеүенсә, йыл йомғаҡтары буйынса аҙыҡ-түлек 7,9–8,1 процентҡа, ауыл хужалығы етештереүселәренең тауары — 9,5–10, аҙыҡ-түлек сәнәғәтенеке 10–10,5 процентҡа артасаҡ. Икмәк менән һөткә хаҡтар юғары нөктәһенә етәсәк (“Крестьянская Русь”, № 39, 2012 йыл, октябрь).
Эске баҙарҙы һаҡлау өсөн 2010 йылдың авгусынан 2011 йылдың июненә тиклем иген культураларын экспортҡа сығармаҫ өсөн “эмбарго” (туҡтатып тороу) индерелгәйне. Уның ҡарауы, 2011 йылдың икенсе — 2012 йылдың тәүге ярты йыллығында ашлыҡты ситкә оҙатыу буйынса рекорд ҡуйылды — 16 миллион тонна! Быйыл Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығында һис юғы 10–14 тонна оҙатырға өмөт итәләр. Экспорт бит бюджетты тулыландырыу ғына түгел, ил ҡеүәтенең күрһәткесе лә. Тимәк, ике юл ҡала: йә “көслөлөктө” ситтә күрһәтеп күкрәк һуғабыҙ, йә эске баҙарҙа игенгә хаҡтарҙы арттырабыҙ. Әлегә ике министрлыҡ — Ауыл хужалығы һәм Иҡтисади үҫеш — араһында бер аҙ аңлашылмаусанлыҡ бар. Ләкин яҡын арала ил мәнфәғәте, халыҡ файҙаһына уртаҡ фекергә килерҙәр, тип ышана эксперттар.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ


Белгестәр, эксперттар фекере

Андрей СИДОВ, “СовЭкон” аналитик үҙәге директоры:
— Иген балансына ҡарағанда, 10 миллион тонна (фактик яҡтан алғанда күберәк) игенде экспортлауҙы сикләү тураһындағы һүҙҙәр етди түгел. Эске баҙар тейешле хаҡтарҙы бирәсәк. Рәсәй игене бөгөн донъя баҙарында береһен дә ҡыҙыҡһындырмай тиерлек. Ҡара диңгеҙ портында уның тоннаһына 300–350 доллар, Европала 350 доллар бирәләр. Иҫәпләп ҡарағыҙ, өсөнсө класлы бойҙай Рәсәйҙең Европа өлөшөндә 8750 һум тора, һатып алып, Новороссийскиға алып барғансы 10500-гә күтәрелә. Йә иһә тоннаһы 337 долларға төшә, өҫтәүенә портҡа бушатыу, һаҡлау өсөн 30 доллар түләйһең. Тимәк, 367 доллар килеп сыға. Египет тендерын беҙ тик арзанлыҡ арҡаһында ғына оттоҡ. Октябрь, ноябрҙә донъя баҙарында хаҡтар кинәт төшәсәк, декабрҙә инде бөтөнләй “ярсыҡтары” ғына ҡаласаҡ. Шунан уйлап ҡарағыҙ инде.

Виктор СЕМЕНОВ, Рәсәй Аграр сәнәғәте комплексының төбәк союзы ассоциацияһы етәксеһе:
— Бөтөн төр сикләү — һуңғы сара. 2010—2011 йылдарҙағы тыйыуҙарҙың файҙаһына ҡарағанда, зыяны күберәк булды. Хәҙер ҡаты режим индереүҙең кәрәге юҡ. Ә экспорттың кәмеүен баҙар былай ҙа көйләр. Рәсәйҙең был яҡлап тормозы — ил биләмәһенең оҙон булыуы, хаҡтарҙың юл сығымдарында сағылыуы. Етмәһә, эске баҙарҙағы хаҡтар былай ҙа юғары.

Аркадий ЗЛОЧЕВСКИЙ, Рәсәй Иген союзы президенты:

— Беҙҙең союз күҙлегенән ҡарағанда, бер ниндәй сикләү ҙә кәрәкмәй. Кире һөҙөмтәләрҙән башҡа бер нимәгә лә өлгәшмәйәсәкбеҙ. Эске баҙарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн илдә иген етерлек. Ноябрҙә экспортҡа логик проблемалар ҡамасаулаясаҡ: шторм, һауа торошоноң боҙолоуы... Декабрҙән мартҡаса — “үле” миҙгел. Етмәһә, илдең көньяғында быйыл иген үҫмәне. Беҙҙең география шундай: башҡа төбәктәрҙән ташыһаң, юл сығымдары үҙен аҡламай башлай. Әгәр дәүләт фондынан алһаҡ, экспорт мөмкинлеге артыр ине. Тик ул миҙгелдең икенсе яртыһында ғына көтөлә. Етмәһә, беҙҙең интервенцион запастың яртыһы Урал аръяғына тура килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 302

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090